Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
13 Март 2018, 17:56

Хөрмәтле һайлаусы

Һеҙҙе 2018 йылдың 18 мартында 08.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем БР Бөрйән районы муниципаль районының һайлау участкаларында тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән биналарҙа үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙарҙа тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Һеҙҙе 2018 йылдың 18 мартында 08.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районының һайлау участкаларында тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән биналарҙа үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙарҙа тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Әгәр тауыш биреү көнөндә етди сәбәптәр буйынса (сәләмәтлек торошо, инвалидлыҡ) Һеҙ һайлау участкаһына бара алмаһағыҙ, тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән бинанан ситтә тауыш бирергә хоҡуҡлыһығыҙ.
Тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән бинанан ситтә тауыш биреү бары тик 2018 йылдың 18 мартында ғына һайлаусының яҙма ғаризаһы йәки телдән мөрәжәғәте (шул иҫәптән башҡалар аша йәки участка комиссияһы телефоны аша тапшырылған) нигеҙендә үткәрелә. Был ғариза (телдән йәки телефон аша мөрәжәт итеү) участка һайлау комиссияһына 2018 йылдың 18 мартында 14.00 сәғәткә тиклем бирелә ала.
Һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн һеҙгә шәхсән рәүештә һайлау участкаһына барырға, Рәсәй Федерацияһы гражданины паспортын йәки уны алыштырыусы бүтән документты күрһәтеп, участка һайлау комиссияһы ағзаһынан һайлау бюллетены алырға кәрәк.
Территориаль һәм участка һайлау комиссияларының адрестарын Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған интерактив карта ярҙамында – http://cikrf.ru/, йәки Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт-белешмә үҙәгенә түбәндәге бушлай күп каналлы телефон аша шылтыратып белешергә мөмкин: 8-800-707-20-18.
Бөрйән районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы.