Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
17 Ғинуар 2018, 14:24

Республикала 37 ваҡытлыса һайлау участкаһы ойошторола

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа халыҡтың ваҡытлыса килеү урындарында 37 участка ойошторола. Был турала ҡарар төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителде.

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа халыҡтың ваҡытлыса килеү урындарында 37 участка ойошторола. Был турала ҡарар төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителде.
Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Дүртөйлө районында дауаханаларҙа, шифаханаларҙа, бала табыу йорттарында, тәфтиш изоляторҙарында ваҡытлыса участкалар асыла.
18 мартта Рәсәй Президентын һайлау көнөндә юлда булған рәсәйҙәр тимер юл вокзалдарында, шулай уҡ 25 аэропортта ойошторолған һайлау участкаларында тауыш бирә ала, тип хәбәр итә «РИА Новости» агентлығы Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Николай Булаевҡа һылтанып.
Һайлаусыларҙың ваҡытлыса килеү урындарында һайлау участкаларының дөйөм һаны әле 2326 тәшкил итә, был һандың бер аҙ ғына үҙгәреүе мөмкин.
Һайлау участкалары 16 ғинуарҙан, ҡайһы бер осраҡтарҙа ғына 14 марттан да һуңға ҡалмайынса ойошторолорға мөмкин. Һүҙ дауаханаларҙа, шифаханаларҙа, ял йорттарында, вокзалдарҙа, аэропорттарҙа, шулай уҡ ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтында тотолған урындарҙа һайлау участкалары хаҡында бара.
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау 18 мартта уҙа, 2018 йылдың 18 декабрендә рәсми рәүештә һайлау кампанияһы башланды.
http://www.bashinform.ru/bash/1104414/