Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
15 Ғинуар 2018, 16:56

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президентын һайлауҙа бюллетень формаһы варианттарын ҡарай

Мартта президент һайлауға 111,4 миллион һайлау бюллетенен баҫтырып сығарыу күҙаллана, Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы 2017 йылдың октябрендә үк уларҙың тиражы һәм әҙерләү ваҡыты тураһында тейешле ҡарар ҡабул иткәйне.

Дүшәмбе, 15 ғинуарҙа, Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Президент һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау бюллетене формаларын ҡарай. Мартта президент һайлауға 111,4 миллион һайлау бюллетенен баҫтырып сығарыу күҙаллана, Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы 2017 йылдың октябрендә үк уларҙың тиражы һәм әҙерләү ваҡыты тураһында тейешле ҡарар ҡабул иткәйне. Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы урынбаҫары Николай Булаев билдәләүенсә, әҙерләү планлаштырылған бюллетендәр һаны Рәсәй һайлаусыларының 2017 йылдың 1 июленә ҡарата һанына тап килә.
Тауыш биреү көнөнә бюллетендәр — 7 мартҡа, ә алыҫ райондарҙа һәм сит илдәге һайлау участкаларында ваҡытынан алда тауыш биреүҙе тәьмин итеү өсөн 25 февралгә әҙер булырға тейеш. Сит илдә йәшәгән рәсәйҙәр өсөн 1,87 миллиондан ашыу бюллетень әҙерләнә, тип хәбәр итә « РИА Новости » агентлығы.
Рәсәй Президентын һайлау тураһында законға ярашлы, һайлау бюллетенендә теркәлгән кандидаттарҙың фамилияһы алфавит тәртибендә күрһәтелә. Һәр бюллетень махсус һаҡлағыс марка менән тәьмин ителергә тейеш. Уларҙың һанын да Үҙәк һайлау комиссияһы алдан раҫлаған: ул бюллетендәр һанына тап килә.
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау 18 мартта уҙа, 2018 йылдың 18 декабрендә рәсми рәүештә һайлау кампанияһы башланды.
http://www.bashinform.ru/bash/1103767/
Читайте нас: