Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
7 Декабрь 2016, 14:10

Пландар тормошҡа аша

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектын урындарҙа ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Программаға ярашлы бүленгән аҡсаға Брәтәктә ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонт, Тимерҙә балалар өсөн ял итеү, Һарғаяла уйын һәм спорт майҙансыҡтары эшләнә, Байназарҙа мәҙәниәт усағының тәҙрәләре алыштырылып, башҡа ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Программаға ярашлы Әтек, Ғәлиәкбәр, Ырғыҙлы һәм Иҫке Монасип ауыл биләмәләренә бүленгән аҡсаға янғынға ҡаршы инвентарҙар алыу планлаштырылған. Әтек ауыл биләмәһендә ошо йүнәлештә эштәрҙең нисек барыуы менән ҡыҙыҡһынып хакимиәт башлығы Н.Әбүбәкировҡа мөрәжәғәт иттек.



- 1982 йылда беҙҙә ҙур янғын сығып, 40-тан ашыу йорт-ҡаралты янып юҡҡа сыҡҡайны. Ул ҡазаны әле булһа онота алмайбыҙ. Һыуҙан ҡала-уттан ҡалмай, тиҙәр бит. Бөгөнгө көндә беҙҙә 160-ҡа яҡын шәхси, 4 крәҫтин-фермер хужалығы иҫәпләнә. Район үҙәгенә тиклем 18 саҡрым. Янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел, был мөһим мәсьәләгә көндә иғтибар бүлергә кәрәк. Шуға ла партия программаһы сиктәрендә бүленгән аҡсаны ла янғын һүндереү инвентарҙары алыуға йүнәлттек. “Бөтә Рәсәй янғын һүндереү йәмғиәте”нең Белореттағы бүлексәһе менән килешеү төҙөлдө. Ошо аҙнала кәрәкле инвентарҙары менән яңы мотопомпа аласаҡбыҙ. Быға тиклем дә берәү бар ине. Яңыһын да килгәс үк һыу һауыты менән техникаға тағылмалы арбаға нығытып ҡуясаҡбыҙ, был янғын хәүефһеҙлеген бермә-бер кәметәсәк, тип таныштырҙы партия проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса Нуретдин Бәҙретдин улы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе, эштәрендә уңыштар теләне.
Читайте нас: