Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
7 Декабрь 2016, 14:04

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова һайлауҙар тураһында

13 сентябрҙә республикабыҙҙа урындағы үҙидара органдарына һайлау үткәрелә, унда 7 меңдән ашыу депутат мандаты алмаштырыласаҡ. Уртаса алғанда республика буйынса 1 мандатҡа ике кандидат дәғүә итә. 2008 йылда һайлауҙарҙа 4 кенә партия ҡатнашһа, был юлы уларҙың һаны 11.

Был кампания бик мөһим, сөнки нәҡ ауыл Советтары илебеҙҙәге власть вертикаленең төп элементын тәшкил итә. Властың был кимәлен тәүге баҫҡыс тип тә йөрөтәләр. Ошо тәүге баҫҡыс ауыл-ҡасабаларға ҡағылған проблемаларҙы хәл итергә тейеш тә инде, сөнки ул халыҡҡа иң яҡын власть, урындағы депутаттар ауыл ерендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе үҙ тормошо, үҙ тәжрибәһе аша белә.

Бөрйән районында һайлауҙар ойошҡан рәүештә үтер. Үҙ яҙмышына битарафтар булмаҫ, тип ышанам.

Читайте нас: