

1988 йылда Ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, районға ҡайтып, ветеринар лабораторияла бактериолог булып эш башлай. Мал ауырыуҙарын диагностикалауға, яңы тикшереү ысулдарын үҙләштереүгә һәм ҡулланыуға, серологик диагностика эшләүгә ҙур иғтибар бүлә. Лабораторияны йыһазландырыуға ла ҙур көс һала. Үҙ эшен теүәл, намыҫлы башҡарған хеҙмәткәрҙе аҙаҡ лаборатория етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр.
Ул йылдарҙы һағынып иҫкә ала ветеринар табип.
- Коллектив та яҡшы булды, эшемде лә бик яратып башҡарҙым. Малдың ауырыуын асыҡлап, тейешле дауа биреп, хужаһына уны шәбәйтеп алырға ярҙам итеү, эшеңдең һөҙөмтәһен күреү - ҙур ҡыуаныс. Анализдар ярҙамында теге йәки был ауырыуҙы асыҡлау ҙа бик ҡыҙыҡһындырғыс була торғайны, - ти Ләлә Факил ҡыҙы.
Әммә 2012 йылда лаборатория ябыла. Яратҡан эшенә 24 йыл йыл ғүмерен бағышлаған белгес 2013 йылда ветеринар станцияға табип-эпизоотолог булып урынлаша. Был эшенә лә бар күңелен һәм тырышлығын һала. Һуңғы 14 йылда эпизоотияға ҡаршы отряд мөдире вазифаһын башҡара.
Район биләмәһен йоғошло мал сирҙәренән һаҡлау маҡсатында ауырыуҙарға ҡаршы дауалау-профилактика, ветеринар-санитар саралар уҙғарыуҙан ғибәрәт уның эше. Шулай уҡ вакцина һәм башҡа кәрәкле материалдарҙы йүнләү, профилактик эшкәртеүҙәрҙе ваҡытында уҙғарыу уның яуаплылығында.
- Хужалыҡтарға икенсе төбәктән, башҡа райондан мал һатып алғанда айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Хайуандың мотлаҡ прививкалар буйынса белешмәләр теркәлгән документы, биркаһы булырға тейеш һәм мал килтереү тураһында ветеринар табипҡа хәбәр итергә кәрәк. Район биләмәһенә малдарҙы рөхсәтһеҙ индереү хужалыҡтағы, ауылдағы башҡа малдарҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, - тип иҫкәртә ветеринар.
Ләлә Факил ҡыҙы ветеринар станцияның бригадаһы составында ауылдарға ла йөрөп эшләй. Анализ алыу, прививкалар яһау, яҙлы-көҙлө санитар эшкәртеү – барыһы ла кешеләрҙең малы имен-һау булһын өсөн башҡарыла. Ауыл халҡының күбеһе малға ҡарап йәшәй. Ит, һөт ризыҡтары сифатлы, файҙалы, зарарһыҙ булһын тиһәң, әлбиттә, малдың һаулығын һәр ваҡыт хәстәрләргә, уға ҡарата яҡшы мөғәләмәлә булырға кәрәк.
Ветеринар станция хеҙмәткәрҙәре тарафынан санитар эшкәртеү ҡотороу, себер язваһы, эмкар кеүек киң таралған ҡурҡыныс ауырыуҙарға ҡаршы уҙғарыла.
Һыйырҙарҙы, һарыҡтарҙы, аттарҙы бруцеллез, туберкулез, лейкоз, инан, сап һәм башҡа ауырыуҙарға тикшерәләр. Шулай уҡ йорт ҡоштарының, бал ҡорттарының ауырыуҙарын асыҡлайҙар.
- Мал-тыуарҙан тыш, бесәйҙәргә, эттәргә лә иғтибарлы булыу, йыл һайын ҡотороуҙан прививка эшләтеү, ваҡытында стерилләү мөһим, - ти мал табибы.
Тырышлығы, грамоталы, инициативалы булыуы менән коллективта ихтирам яулаған Ләлә Факил ҡыҙы тураһында район ветеринар станцияһы етәксеһе Зәбир Аратов та тик яҡшы яҡтан ғына телгә алды:
“Ләлә Ямғурсинаның хеҙмәтләндереү биләмәһендә 12 279 баш мөгөҙлө эре мал, 3566 баш ат, 15 749 баш мөгөҙлө ваҡ мал, 60 350 баш ҡош, 6012 бал ҡорто ғаиләһе, 1140 эт һәм 1006 бесәй иҫәпләнә. Һуңғы 14 йылда районда айырыуса хәүефле ауырыуҙар теркәлгәне юҡ. Бында, әлбиттә, Ләлә Факил ҡыҙының да өлөшө бар. Үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы башҡара, белгәндәрен йәштәргә лә өйрәтә. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарға, юридик шәхестәргә “Меркурий” системаһында эшләү буйынса методик ярҙам күрһәтә” .
Ветеринар хеҙмәттең үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Ләлә Факил ҡыҙы БР Ауыл хужалығы министрлығының, БР Ветеринария идаралығының, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттарына һәм Почет грамоталарына лайыҡ булған.
Бер ҡыҙға һәм бер улға матур тәрбиә биреп үҫтергән, 3 ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй булған, хеҙмәтенә бар күңелен һалып башҡарған мал табибына киләсәктә лә эшенән йәм табып йәшәргә яҙһын.