

Башҡортостан Республикаһы Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Салауат улы Йыһаншин Бөрйән районы ветеринарҙарын Рәсәй ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
Ул Иҫке Собханғол ветеринария участкаһының ветеринар фельдшеры Яубаҫаров Рәмил Ноғман улына һәм Аҫҡар ветеринария участкаһының ветеринар санитары Ғәбиҙуллин Сәлих Вәдүт улына Ветеринария буйынса дәүләт комитетының Почет грамоталарын тапшырҙы.
Монасип ветеринария участкаһы мөдире Яубаҫаров Вәсил Ғәфүр улы Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына эйә булды.
Наградланыусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә артабан да уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
Сығанаҡ: https://vk.ru/club217341636