

Июль ямғырлы булыу һәм үлән бешеп етмәү арҡаһында күп хужалыҡтар көндәр аяҙға ултырғас ҡына төштө бесәнгә.
Быйыл хужалыҡтарға 2152 гектар ерҙә бесән эшләү планы еткерелгән. Шул иҫәптән 1200 гектарҙа - күп йыллыҡ үлән, 80 гектарҙа бер йыллыҡ үләнде бесәнгә сабасаҡтар.
28 июлгә ҡарата хужалыҡтар 813 гектар үлән сапҡандар һәм 1900 тонна бесән әҙерләгәндәр.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарҙан Фәһим, Фирғәт Хәйбуллиндар, Фәнис Сәйәхов. Фидаил Моратшин, Шәрәфулла Ҡолһариндар бесәнгә тотонған.
Көн йылды туйҙыра торған мәлдәр етте. Һауа торошо киреләнеңкерәп торһа ла, тырыштар һәр минуттың ҡәҙерен белеп, аяҙ мәлдәрҙе оҫта файҙаланып, малдарға ҡышҡа етерлек аҙыҡ запасы туплау менән мәшғүл. Эштәре ыңғай булһән ауыл эшсәндәренең.
-Ямғыр яуып үтһә лә, оҙаҡҡа һуҙылмаһа, анау эҫеләр арҡаһында ер ныҡ ҡоро булғас, үлән шунда уҡ кибә лә ҡуя ул, - ти бесән эше менән мәшғүлдәр.
Б. Тимерғәлиев.