

Мәһәҙей ауылынан Фәнис һәм Алһыу Сәйәховтар ҡымыҙҙы ана шул боронғоса ысул менән етештерә. Тәмле, сифатлы ҡымыҙҙы һатып алыусылары ла күп – йылдар дауамында үҙ клиенттары барлыҡҡа килгән, ишетеп, һорап килеүселәр ҙә етәһе.
Сәйәховтар ҡымыҙ етештереүгә 2018 йылда тотонған.
-Крәҫтиән-фермер хужалығы булараҡ, уға тик-лем йылҡы малы тотһаҡ та, был эшкә тотоноп китергә баҙнатсылыҡ итмәй инек. 2017 йылда Баймаҡҡа туйға барҙыҡ, унда ҡоҙалар ҡымыҙ етештереү менән булыша икән. Улар фермаларын алып барып күрһәттеләр. Мин дә йылҡы малы көтөүемде әйткәс, Мансур ҡоҙа Рәхимов (хәҙер мәрхүм инде): “Үҙем барып өйрәтеп бирәм”, - тине. Әйткән һүҙендә торҙо - икенсе йылы май айында килеп, 10 көн тирәһе бейәләрҙе һауымға өйрәтте. Йылҡы малы бик аҡыллы ул, бер-береһенән күреп, тиҙ өйрәнделәр – һауҙырырға сиратҡа тороп инә башланылар. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, эш һәүетемсә алға китте, - ти Фәнис Мотаһар улы.
-Аттар көндөҙ яланда, кискә кәртәгә индерәбеҙ. Уларҙы Рифҡәт ағай Тулыбаев көтә. Йыл һайын Наил ағай Латыпов ярҙам итеп тора. Быйыл да ҡолондарҙы айырышып, бейәләрҙе һауынсыға өйрәтеп бирҙе.
Эшләргә кеше табыуы бик ҡыйын. Әле бейәләрҙе Нәркәс ҡыҙым һауа, Илмир кейәү һәр һауынға көтөүҙе алып ҡайта. Улар Белоретта йәшәйҙәр. Ҡыҙым декрет ялында, кейәүҙең ялында бында эшләйбеҙ тип ҡайттылар.
Быйыл эште июнь аҙағында ғына башланыҡ, сөнки ай яуым-төшөмлө булды. Бейәләр көнөнә дүрт тапҡыр һауыла, ҡымыҙҙы үҙем бешәм. Ике һауындың һөтөн бер көбөгә ҡоябыҙ, ул икенсе көнөнә кискә табан әҙер була. Һөттө даими рәүештә болғатып, бешеп торорға кәрәк. Сөнки бешеү етмәһә, ул ҡымыҙ булып етешмәй, эрей. Шуға хатта төндә лә сығып болғатабыҙ. Көнөнә 60-70 литр ҡымыҙ етештерәбеҙ, - тип һүҙгә ҡушыла хужабикә Алһыу Хәсән ҡыҙы. -Ҡымыҙҙы һораусылар бик күп, шөкөр, даими һатып алыусыларыбыҙ бар. Мәҫәлән, 3 йыл рәттән Бельскийҙан бер ағай килә. Күмәртәләп алып ҡайта. Ҡымыҙ эсә башлағанда тауға менә алмай торғайным, хәҙер йүгереп менәм, ти ул. Туйҙарға, байрамдарға күпләп заказ эшләйҙәр. Иҫке Мөсәттә йәшәүсе Хәйҙәр ағай Ҡулбирҙинға алып барып ҡалдырабыҙ, ул һатып бирә. Өйҙән дә һатабыҙ, ҡайһы бер магазиндарға ла сығарабыҙ. Быйыл хаҡтар былтырғы кеүек ҡалды - литр ярымлыҡ шешә 300 һум.
Ҡымыҙҙы һатыу өсөн генә махсус етештермәйбеҙ, ти Сәйәховтар. Йәйге осорҙа яңы бешкән ҡымыҙ эсеп кинәнһәләр, ҡышҡылыҡҡа ла туңдырып, йыл әйләнәһенә ҡымыҙҙан өҙөлмәйҙәр. Уның һаулыҡ өсөн бик файҙалы булыуын яҡшы беләләр.
Ҡымыҙҙың кеше организмына тәьҫире бик яҡшы. Уның составындағы С витамины иммунитетты нығыта, инфекция-вирустарға ҡаршы тороу функцияһын яҡшырта. Шулай уҡ ҡымыҙ һөйәктең һәм тештәрҙең ныҡлығына, нервы системаһының эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай. Ашҡаҙан яман шеше, гастрит, ашҡаҙан аҫты биҙе, туберкулез сирҙәрен дауалауҙа файҙалы.
Борон ҡымыҙ ярҙамында аҙ ҡанлылыҡтан да дауаланғандар. Даими рәүештә ҡулланғанда ул ҡан әйләнешен яҡшырта, ҡандағы холестерин кимәлен түбәнәйтә.
Етмәһә, уның составында яман шеш барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртеүсе фолий кислотаһы бар тип белдерә туҡланыу академияһы белгестәре.
Шуға ла үҙебеҙҙә, Бөрйәндә, һанаулы ғына булһа ла шифалы ҡымыҙ етештереүселәрҙең булыуы бик ҡыуаныслы. Ҡымыҙсы Сәйәховтарҙың эштәре гөрләп сәскә атһын, ә район халҡы милли ризығыбыҙҙы күпләп ҡулланһын, һау-сәләмәт булһын!
Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө вуз-ара студенттар кампусында үткән осрашыуҙа Башҡортостандың ҡымыҙ һәм бал етештереү буйынса лидер булыуын, һыйыр һәм йылҡы малдарының һаны буйынса - 2-се, һөт етештереү һәм эре мөгөҙлө мал һаны буйынса 3-сө урынды биләүен белдерҙе.
«Ауыл хужалығы тармағындағы иң төп бурыстарҙың береһе – инвестициялар йәлеп итеү. Уларҙың күләме бөгөнгө көндә 100 миллиард һумдан ашыу суммаға баһалана. 2025 йылда агросәнәғәт комплексына дәүләт тарафынан 5,3 миллиард һум ярҙам күрһәтелгән. Бөгөнгө көндә ауыл хужалығы технологик яҡтан цифрлаштырыу, роботлаштырыу, биотехнологиялар, экологик башланғыстар, башҡа бик күп ҡыҙыҡлы йүнәлештәр буйынса әүҙем үҫешә. Ҡыҫҡаһы, республикала ауылдарҙың социаль үҫешенә ҙур иғтибар бүленә», - тине Р. Хәбиров.