

Нөгөш һыуы иң осһоҙ йөк транспорты булып һаналды. 1950-1954 йылдарҙа ҡыш ҡап тейәп ат менән Стәрлетамаҡҡа йөрөгәндәр, ҡайтҡанда промартелгә тауар тейәгәндәр. Ялан яғына сыҡҡас, ағасты урлау осраҡтары була торғайны. Еңелерәктәрен тал араһына индереп йәшерәләр. Ҡыуғынды алып барып еткергәс, мул ғына аҡса, өҫкә кейем-һалым алып, байрам итеп тә ала торғайныҡ.
Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ҙа булғыланы. Үрге Нөгөш ауылы егете Әҡсән Иҫәнаманов мәрхүмдең хеҙмәттән ҡайтҡан йылы ине. Аҡ костюм-салбар, аяғына аҡ туфли кейеп алған һомғол буйлы егет ҡарап тороуға түрә кешене хәтерләтә. Туҡталышыбыҙ Мәләүез районының Смаҡ ауылында. Ауылдан 2 саҡырым алыҫлыҡта һөтсөлөк фермаһы урынлашҡан. Бер көн элек Әҡсән һауынсылар менән танышып, киноға ла барып ҡайтҡан. Икенсе көндө беҙҙе лә ҡоторта. Шулай итеп, йыйылышып һауынсылар янына киттек. Әҡсән ҡыҙҙар янына инеп китте лә кире сыҡты. Һеҙ берегеҙ ҙә күренмәгеҙ, йәшенегеҙ, хәҙер ферма мөдире килергә тейеш, ти...
Ферма мөдире, иртә тора алмайһығыҙ, тип ҡыҙҙарҙы киноға сығармай икән. Мин уның менән үҙем һөйләшәм әле, ти. Беҙ ҡырғараҡ барып йәшенеп, һауынсылар өйөн күҙәтәбеҙ. Оло йәштәге бер кеше өйгә инеп китте. Әҡсән ферма мөдире менән үҙен таныштыра: “Мин райком комсомолында йәштәр эше буйынса эшләйем. Уларҙың эш һәм йәшәү шарттарын ҡарайым, һауынсылар араһында социалистик ярыштар үткәреләме –юҡмы , культуралы ял итеүҙәре менән ҡыҙыҡһынам. Әле һауынсы ҡыҙҙарҙан һорағайным, һеҙ уларҙы кино ҡарауҙан да мәхрүм итәһегеҙ икән. Был эшең хаҡында райком алдында отчет бирерһең” , -ти.
Теге ферма мөдире ҡаушап китеп: “Ней, улым, эште олоға ебәрмәйек инде. Ҡыҙҙарҙы ебәрмәйем тип тормайым мин. Иртәнге һауынға тора алмайҙар. Барһалар, иртә торһондар”, - тип аҡлана икән. Шулай итеп, ҡыҙҙар киноға сыҡтылар. Иртәгәһенә кемдер ферма мөдиренең ҡолағына төшөргән. Был хәбәрҙе ишеткәс, ферма мөдире урынында ултырып түҙмәй, сәсен йолҡҡан имеш, тип һөйләнеләр.
(Исмәғил Яманаевтың “Үкенерлек түгел үткәндәр” тигән китабынан).