Был донъяла бөтә нәмәнең исем-атамаһы бар. Әҙәм балаһы донъяға тыуғас та уға иң беренсе исем ҡушалар. Беҙ ғәҙәти нәмә һымаҡ күрһәк тә, исем бик ҙур нәмә ул, ҙур мәғәнәгә эйә. Исемдәребеҙ юҡ икән тип күҙ алдына килтерегеҙ әле. Эй, анауы һары сәсле йәки ҡара ҡашлы кеше, бында килә әле, тип саҡырып булмай бит инде. Йәнә исем-шәрифең яҙылмаған документһыҙ һин бер кем дә түгел.
Ана, урам тулып йөрөгән машина-тракторҙарҙың да, йәндәре булмаһа ла, исемдәре, хатта номерҙары бар бит.
Беҙ фермалар гөрләп эшләп торған совет осоро балалары. Ауылдарҙан сыҡҡан шул осор кешеләренең күбеһенең ата-әсәһе йә фермала эшләгән, йә атайҙары тракторҙа йөрөгән. Ул быуын балалар ҙа ата-әсәйҙәре ыңғайына шул фермала үҫкән, тиһәң дә була.
Ул мәлдә колхоз-совхоздарҙа малдар күп булды. Хужалыҡтарҙы, башлыса, һыйыр малдары, һауын һыйырҙар тотто. Районға ит һәм һөт пландары еткерелә ине.
Малдар ҡышҡы осорҙа ауылдағы аҙбарҙарҙа торһа, яҙ аҙағында йәйләүҙәргә күсереләләр. Осһоҙ һәм мул һөт етештереү өсөн ысын-ысындан көрәш башлана инде шунда. Осһоҙ, сөнки уларға эсергә-ашарға ташырға, һатып алырға кәрәкмәй, аҫтарын таҙартаһы түгел, ожмахтай тәбиғәтебеҙҙең ыуыҙ үләндәрен, тәмле сәскәләрен йырып йөрөп һайлап ҡына ашайҙар. Уның ҡарауы, йәйгеһен һөт күп булғас, эш хаҡы ла шәп була.
Йәйләүҙәрҙәге халыҡ бер ғаилә һымаҡ йәшәр ине. Балалар бер ихатала мәж килеп йәй үткәрә, эргәләге инештә сәпелдәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар (һауынсылар) ихаталағы уртаҡ мейестә алмашлап икмәк бешерәләр. Ризыҡ та шунда аҫҡаҡта бешә.
Ҡояш һүрәмләнә төшөүгә бына бер ваҡыт урман араһынан көтөүсенең сыбыртҡы тауышы, һай-һайлағаны ишетелә. Һауынсылар халаттарын эләктереп, биҙрә-фләгәләре янына ашыға. Тиҙҙән станция тоҡандырылып, һауыу аппараттары эшләй башлай. Һыйырҙар ялан кәртәгә килеп тулғас, тирә-яҡ төрлө ауаздарға тула:
-Күбәләк, һәү-һәү-һәү!
-Күҙең сыҡҡыр, Аҡсәскә, ҡайҙа китеп бараң?
-Килә, аҡыллым, кил. Эй, аҡыллы бит ул.
-Малышка, малышка!
Ана, бер еңгәй ҡарлуғасты әрләй. Ул һауала осоп йөрөгән ҡарлуғастың ней зыяны тейҙе икән, тейһегеҙме? Улай булғас тыңлағыҙ:
-Эй, Ҡарлуғас, Ҡарлуғас, шамтырһың инде, әҙәм ыстырамы. Бер таҙа йөрөй белмәйһең. Аяҡ аҫтың тулы йәшел үлән, ә һин ҡайҙандыр бысыраҡ табаһың инде. Һинең елендәреңде йыуа-йыуа теңкәм ҡороно бит! Бер биҙрә һыу ҙа етмәй хатта...
Арыраҡ тағы бер еңгәй олонан һалып туҙҙыра-туҙҙыра Алаҡайын һауа. Будты аңлай инде тегенеһе лә – ғәйепле башын эйгән булып тәртипле генә тыңлап һауҙырып тора.
Һәр һауынсының ҡарамағына 20-25 баш һауын һыйыры беркетелгән. Фермала 6 һауынсы эшләй. Дөйөм ҡайһы саҡ 120-130, бәйзе ваҡыт 150-ләп баш һауын һыйыры килеп сыға. Шуныһы ҡыҙыҡ – шуларҙың һәр береһенең исеме бар. Ул исемдәрҙе шул уҡ һауынсылар ҡуша. Һәм ул исемдәр документҡа инеп китә.
Шулайтып яйлап киске һауын тамамлана. Һауылған һөттәрҙе сепаратныйға тапшырып, һауынсылар аппараттарҙы иртәнге һауынға әҙерләйҙәр – ентекләп йыуып ҡуялар.
Бына ауыҙ асып был хәлдәргә тамаша ҡылыусы миңә лә эш табылды. Бер еңгәй минең яҡҡа атланы.
-Минең Гөлнәзирәне ҡарап ебәр әле. Нишләптер бер имсәге ҡанһырап тора.
-Теге ҙур тарбаҡ мөгөҙлө һыйырмәле ул?
-Эйе, шул һәптән. Гел бер яры йөрөмәһә, исеме юғалыр. Ситкә ҡайырылырға ғына тора инде. Әллә ушға сыбыртҡы осо эләктеме икән, тейем. Ихласлап ҡан һауып торасы.
Мин, йәш кеше, теге һыйырҙы тиҙ генә ҡараштырып, тәрбиәләп тә ҡуйҙым. Минең төп эшем дә шул бит инде, ветеринар булғас.
Эй, ҡыҙыҡ инде был һауынсы халҡы – исемде лә тапҡандар бит әле һыйырға. Будты ҡанаты бар. Хәйер, ситкә кәйелергә тороуы менән оҡшаған инде.
Шулайтып яйлап йәй ғүмерҙәре лә көҙгә ауышты. Инде ауылға күсеп ҡайтырға ла оҙаҡ ҡалманы. Яңы ғына күсеп килгән һымаҡ инек. Барыбер йәйләү үҙе бер донъя бит ул!
Көҙ еҫе сыға башлау менән йәйләүҙәрҙә эс бошорған хәлдәр ҙә арта. Көҙгә табан урман хужаһы тайыш табан шаша, ҡотора башлай. Яйлап үҙенсә ҡышҡа әҙерләнеүе инде. Ә ҡышҡа туҡ инергә, уйһыҙ йоҡлар өсөн май йыйырға кәрәк. Муйыл, мышар уңған йылы айырыуса ныҡ шаша ул тайыш. Шуларҙы мыңғалай булғансы ашай ҙа, иҫерепме, әсе мышарҙан һуң сөсө эҙләпме, малдарға һунар итә башлай. Айыуға нимә, ул ҡорбанының исем-фамилияһын һорап тормай, ҡоралы ла һәр саҡ үҙе менән. Хөкүмәт малы булды ней, айырым кешенеке ней – уға закон юҡ. Дөрөҫөрәге, урман хужаһының законы үҙ ҡулында.
Бер көн йәйләүҙә тайыш табан әлеге баяғы матур ғына һыйырҙы – теге һәптән даны сыҡҡан шамтыр Ҡарлуғас ҡушаматлы һәүкәште алып ҡалды. Һунарсылар ағас башына таҙғаҡ эшләп, көтөп тә ҡаранылар үҙен. Хәйләкәрлеге лә бар инде уның – килмәне. Улар юҡта килә һалып ашап, ҡалғанын күмеп киткән ине. Шунлай ҙа һөрһөгән ит еҫе әллә ҡайҙа тарала. Бер көн ошо емдек урынына бригаданың көтөүҙә йөрөгән тоҡом үгеҙе барып сыҡҡан. Хәйер, бәлки, еҫкә һиҙгер Мәғәфүр шул үҙе шамтыр булһа ла, һылыу Ҡарлуғасты еҫе буйынса юллап барып сыҡҡан булғандыр. Тап шул мәлдә айыу ҙа үҙенең тәбиғәт ҡосағындағы “ресторанына” килгән булған.
Айыу, әлбиттә, үгеҙ уның ризығын ашарға килгән тип уйлаған инде, ә үгеҙ эштең ниҙә икәнен һиҙмәй буламы –һыйырҙың үсен алмаҡ булып, урман хужаһына үҙе башлап ташланғандыр. Айыу менән үгеҙ араһында алыш ныҡ көслө барған. Емтек булған урындың тирә-яғы тапалып, иҙгеләнеп, ҡара ергә әйләнгән, хатта бәғзе бер ағастар төбө-тамыры менән аҡтарылып ята ине.
Шулай ҙа еңелгән мөхәббәт һандуғасы (бәлки, ҡарлуғасы өсөндөр) бәһлеүән үгеҙ. Уның бар ҡоралы шул мөгөҙө бит инде. Ә айыухандың теше былай-алаймы, ҡулы ныҡ көслө, тырнаҡтары кешенең бармағы ҙурлыҡта. Нисектер үгеҙҙе яралап, башына еткән. Тауҙай булып ята ине беҙҙең тоҡом үгеҙе.
Фермалағы 150 баш һыйырға 3 тоҡом үгеҙе була торғайны. Һәр ҡайһыһының ауырлығы 500-600 килограмм тирәһе.
Урманда (бәлки, мөхәббәте өсөндөр инде, уны хәҙер кем белһен) айыу менән һуңғы һулышынаса һуғышып, яу яланында ятып ҡалған үгеҙ беҙгә күрше Мәндәғол бригадаһынан килтерелгәйне. Исеме Мәғәфүр ине. Кәүҙәгә ҙур, үҙе уҫал булды. Исемде кем ҡушҡандыр инде, Мәндәғол бригадаһы бригадиры Мәғәфүр ағайҙың исеменә бәйле, тигәйнеләр былай. Берәй кеше ҡайһы саҡ ҡыҙыҡ өсөн генә берәй исем әйтһә, шул телдән-телгә күсеп китә лә бара бит.
Айыу нисек кенә көслө, аңлы, хәйләкәр булмаһын, аң кимәле, әлбиттә, кешенекенә етә алмай. 1-2 класлыҡ ҡына аңы булһа ла, бәлки, ғәҙел язанан ҡотолоп ҡалыр ине лә бит. Райондан һунарсылар саҡыртылып, улар атып алды теге урман хужаһын. Бик елле айыу булған шул. Шулайтып йәйге осорҙа Кейекбай йәйләүендә ике баш малды юғалттыҡ. Хөкүмәт малы һанаулы бит инде. Ай һайын уларҙың һаны буйынса отчет биреп барыр кәрәк, етмәһә. Теге ике баш малға акт төҙөнөк. Был акттың үҙенең айырым бланкылары бар. Көтөүселәрҙән аңлатма яҙҙырып алдыҡ – тәртибе шулай. Актта малдың ауырлығы, төҫө, йәше, шулай уҡ ҡушаматы яҙыла. Мал менән нимә булғанлығы ла теркәлә: айыу һуҡҡан, ашаған...
Йыл аҙағында, декабрҙә, ошо үтеп барған йыл эсендә үлгән малдар (быҙау, башмаҡ, ҡолон, ат һ.б.) тағы бер мәртәбә теүәлләнеп, ҡаралып, көкүмәт малының хаҡын өлөшләтә булһа ла сығарып алыр өсөн эште судҡа еткерә торғайнылар. Унда инде ғәйеплеләр булһа, уларҙы эҙләү эше башҡарыла.
Теге айыу ҡорбандары Ҡарлуғас менән Мәғәфүр ҙә эләктеләр бит ошо исемлеккә...
Яңы йыл алдынан күмәкләп судҡа юл тоттоҡ. Ҡарлуғас был ҡанлы “енәйәттә” үҙе ғәйепле булып сыҡты - йөрөмәһен ине алаҡандап ситкә ҡайырылып, һәптән, тигәндәрҙер. Бына сират теге Мәғәфүргә етте. Бында инде беҙ ғәйепле булып ҡуйҙыҡ. Закон эйәләренә ҡаршы барып булмай. Яңы йыл кәйефебеҙ бермә-бер “күтәрелеп”, һәр ҡайһыбыҙ мул ғына “премия” алып ҡайттыҡ судтан: 3 көтөүсенән, ветеринарҙан тыш, ферма мөдире, бригадир ҙа өлөшһөҙ ҡалманы. Байрам алдынан булғасмы икән, “премия”ны мул ғына сәпәнеләр – шул Мәғәфүрҙең хаҡы бүлеп һалынды инде елкәгә.
Мәғәфүр үҙе лә алаптай елле ине шул. 500 килонан артыҡ булмаһа, кәм булмағандыр.
Бер әтнәкәһе килеп сыҡты. Судъя ҡатын-ҡыҙ ине. Ә тормош иптәше... Мәғәфүр исемле булған. Ә беҙ тегендә, урман төпкөлөндә, Мәғәфүрҙе ҡарамай, айыуҙан ашатып ятҡанбыҙ. Иң кәттәһе – уға кеше исемен, ул ғына ла түгел, судъяның иренең исемен ҡушҡанбыҙ. Былар барыһы ла теге “премияға” үҙ өлөшөн индермәй ҡалмағандыр инде ул, тип уйлайым хәҙер.
Аңлатмаларҙа вис кенә “Мәғәфүрҙе айыу ашаны” тип яҙып бөткәнбеҙ шул үҙебеҙ ҙә. Шунан кемгә үпкәләйһең инде? Судъя: “Тоҡом үгеҙенә минең тормош иптәшемдең исемен ҡушҡанһығыҙ”, тигәс, күҙ шар булып, бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп, тип уйлап ҡуйылғайны инде.
Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән тигән кеүек килеп сыҡты.
Хәйер, ауыл кешеһе тотҡан малының барыһына ла ҡушамат таға инде ул. Юғиһә, уларҙы нисек саҡырмаҡ, әрләмәк кәрәк. “Муйыны аҡ, үҙе ҡыҙыл һыйыр, һәү-һәү-һәү”, тип булмай бит инде. Йә: “Һәптән тарбаҡ мөгөҙлө һыйыр, тик кенә тора”, тип әйтеп булмай. Улар бит исемдәренә өйрәнеп бөтәләр. Саҡырғанда һәр береһе үҙенең исемен ишетеү менән ызылдап йә баҡырып ебәргән була бит әле. Тик һөйләшә генә белмәйҙәр. Әгәр һөйләшә белһәләр, эштән ҡайтыуыңа этең һаулыҡ һорашып, бесәйең һөт таптырып ҡаршы алыр ине. Һарайҙа торған һыйырҙар: “Был бесәнең насар, ана, һарай башындағы йәшел бесәнеңде һал әле”, тип тә әрләп торһа, бына булыр ине бәлә.
Хәйер, теманан ситкәрәк китеп барҙым. Теге “премияларҙы” ыңғыраша-ыңғыраша булһа ла түләп бөтөргә тура килде барыбыҙға ла. Хөкүмәттең малы һанаулы. Бәлки, үгеҙгә кеше исеме ҡушылмаған булһа, кем белә, бәлки, “премия”ла әҙерәк булыр ине лә бит...
Шулай ҙа үкенерлек түгел, йәйләү мәлдәре етһә, әле лә күңел шул Мәғәфүр менән Ҡарлуғас “мөхәббәт ҡорбаны” булған яҡтарға тартып-тартып ала...
Шәкир Ҡарабаев, пенсионер, Кейекбай ауылы.