Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Февраль , 16:45

МИН - ЕТЕНСЕ НОМЕРЛЫ ФЕРМЕР

Мин дәртләнеп мал йыйырға тотоноп киттем. Бер нисә тиҫтә һарыҡты Хәйбулла районынан  бартерға - таҡтаға алмаштырып алдым. Ейәнсура районынан тоҡомло 2-3 дебет кәзәһен аҡсаға алдым. Кәзә-һарыҡтарымды тәүҙә ҡайҙа урынлаштырырға белмәй, өй эргәһендәге баҡсала тоттом. Баҡсам ҙур ғына, үләне лә етерлек. Ләкин бер нисә көн эсендә кәзә-һарыҡтар баҡсамды саңы борлап торған ҡара ергә әйләндерҙеләр. Иҫәнғазынан бесәнемде алып ҡайтырға техника таба алмай ҡаңғырып йөрөйөм. Һарыҡ-кәзәләрем мине ашарҙай булып, арттан ҡалмай эйәрәләр. Малды кәртәнән сығарып ебәрһәң юғалыуҙары көн кеүек асыҡ. Тышҡа сығарып, уларҙың арттарынан көтөп йөрөргә ваҡыт та юҡ. Ағас биргәйнеләр, уны эшкәртергә кәрәк. Хәйер, Иҫәнғазы эргәһендәге бесәнгә лә күҙ-ҡолаҡ булып тороу шарт. Бер көндө, дөрөҫөрәге төндө, ҡаза килде. Иртәнсәк тышҡа сыҡһам, сығыу менән мине уратып алған һарыҡ-кәзәләр күренмәне. Аптырап, баҡса эсен тикшерәм, һәм ҡот осҡос күренешкә тап булам.

МИН - ЕТЕНСЕ НОМЕРЛЫ ФЕРМЕР
МИН - ЕТЕНСЕ НОМЕРЛЫ ФЕРМЕР

Үткән быуаттың 90-сы йылында беҙҙең илдә үҙгәрештәр башланды. Тиҫтәләгән йыл торған социализмды еңеп, илгә “ҡырағай” капитализм килде. Иртәгәһе көнөбөҙ тағы ла яҡшыраҡ булыр, тип коммунизмды көткән халыҡ был мәлдә аптырап ҡалды. Илгә демократия бирелде. Теләһәң нимә эшлә. Завод-фабрика һатып алыу, йә икенсе төрлө юлдар табып хөкүмәт нәмәләрен ҡулға төшөрөү бер нәмә лә торманы. Магазин кәштәләре бушап ҡалды. Кейенергә ябай ғына кейемдәр ҙә дефицитҡа әүерелде. Ошо мәлдә сосораҡ әҙәмдәр был хәлде үҙенең файҙаһына атҡарып ҡалды. Ҡырҙан барып осһоҙ хаҡҡа тауар алып ҡайттылар ҙа, уны ике-өс хаҡҡа арттырып һаттылар. Ошо мәлдә баҙарҙа ергә тирүгә йәйеп, тинлек әйберҙе һумға еткереп һатҡан әҙәмдәр, хәҙерге көндә район үҙәгендә, ауылдарҙа таштан бер нисә магазин тоталар инде.

Мин редакцияла эшләп йөрөйөм. Демократия еле миңә лә ҡағылды. Фермер булырға ниәтләнеп киттем. Йәнәһе, бер кемгә лә буйһонмайһың, ирекле эшләйһең дә йөрөйһөң. Ҡыҫҡаһы, бар тапҡаның үҙеңә генә. Уйланылған – эшләнелгән. Райсоветҡа глава исеменә ғариза бирҙем. Ғаризам тиҙ арала ыңғай хәл ителде. Мин, шулайтып, районда етенсе номерлы фермер булып киттем.

Ерһеҙ фермер булмай бит инде. Бер көндө ер бирәбеҙ тип, райсоветта ер буйынса эшләгән белгестәр Бикбулатов Фуат, Әхмәтов Сәләх ағайҙар мине бер ташландыҡ ауылға алып киттеләр. Юлыбыҙ бик алыҫ булып сыҡты. Район үҙәгенән алыҫлашҡандан-алыҫлашабыҙ. Район үҙәгенән 15 саҡырымда ятҡан Әтек ауылын үтеп, унан 18 саҡырымда ятҡан Иҫәнғазы ауылына килеп төштөк. Ауыл шундай матур ерҙә урынлашҡан, уны яндап мул һыулы Ҡана йылғаһы ағып ята. Тик бына ауылдың йәме, дөрөҫөрәге, йәне киткәйне. Өйҙәрҙең күбеһен күсереп алып киткәйнеләр. Элекке өйҙәр урынында ярым-емерек мейес (уларҙың күбеһе таштан булып сыҡты), сереп ҡыйшайған ҡапҡалар. Ярым-емерек, кесерткән баҫҡан кәртә-ҡуралар ныҡ күңелде ҡырҙы. Ауылда ике-өс төҙөк өй бар. Береһендә хатта йәшәйҙәр ҙә икән. Ул Вәлишин фамилиялы ағай. Иҫәнғазы ауылының һуңғы йәшәгән кешеһе. Ул беҙҙе ҡапҡа төбөндә ихлас йылмайып ҡаршыланы.

-      Ағай, бына һеҙгә пополнение. Фермер алып килдем. Һеҙ ауыл бөтә, тип зарланаһығыҙ. Ул бында эшен асыр, өй һалыр, ғаиләһен алып килер. Уның артынан тағы ла кешеләр килер, - тип Бикбулатов Фуат ағай ҙур ҡәнәғәтлек менән әйтеп ҡуйҙы.

-      Бирһен Хоҙай. Йәштәр Үркәскә, Әтек ауылына күсеп бөттөләр инде. Бында ҡалған бер-ике ҡарт вафат булғас, бигерәк ҡыйын булып киткәйне шул. Әтеккә балалар янына күсергә ниәтләп тора инем. Шулай фермерҙар барлыҡҡа килеп, ҡалай йәтеш булды. Әле генә ошо тирәнән Ибраһимов Мәжиткә лә ер биргәйнеләр. Хәҙер күсмәҫмен инде, тип ағай дәртләнеп китте.

Миңә ерҙе ауыл тирәһендә ятҡан яландарҙан бирәләр икән тип өмөтләнһәм, был ерҙәрҙе Янһары ауылы кешеһе, әлеге лә баяғы коллегам, Мәжитов Ибраһим ағайға биргәндәр икән. Өмөтөм аҡланманы. Беҙ ары Ҡана йылғаһы буйлап беленер-беленмәҫ ятҡан юлдан үргә киттек. Йылға буйлап 3-4 кисеү сыҡҡас, машинабыҙ тауға үрмәләй. Көндәр ҡоро тороуға ҡарамаҫтан, юл шул тиклем насар, дүрт тәгәрмәсе лә һөйрәгән УАЗ-ик шундай ауыр бара. Бер нисә рәт батып та алдыҡ. Тауҙы менеп етергә күп ҡалмағайны инде. Рулдә ултырған Фуат ағай машинаны ҡапыл туҡтатты. Алда ҙур ҡойо ята ине. Юлдың ары тауҙың текәлеге лә күренде. Ер биреүселәр ары йәйәүләп барабыҙ инде тигәс, миңә ҡыйын булып китте. Әллә нисә көн дәртләнеп йөрөгән уйҙар, әллә ниндәй хыялдар селпәрәмә килә яҙҙы. Чиновниктарға: “Һеҙ минән мыҫҡыл итеп ошо юлһыҙ ерҙе бирмәксеһегеҙ, һеҙгә барыбер, фермер еренә барып етә аламы-юҡмы, еткән хәлдә лә продукцияһын эшләй, уны нисек ташып ала (мин сабынлыҡ кәрәк, тип ғариза яҙғайным). Улар һеҙгә ҡағылмай, һеҙ ил башлығының Указын үтәһәгеҙ, главаның әмерен еренә еткерһәгеҙ, шул еткән”, - тип әйтке һәм кире боролоп китке килде. Ләкин ниндәйҙер көс был уйҙан тыйҙы. “Түҙәйек әле, берәй әмәле табылыр”, - тип үҙемде бар көскә тынысландырып, ышылдап тауға үрмәләгән ағайҙар артынан эйәрергә көс табам. Тауҙы менеп еткәс тә, алдыбыҙҙа аҡландар башланды. “Бына инде һинең ерең”, - тине Фуат ағай, тирләп-бешкән битен ҡулъяулыҡ менән һөртөп, әйтерһең миңә йылы яҡтан - Канар утрауынан ер бирә. “Был, әлбиттә, кешеләрҙең сабынлығы. Үркәстәрҙеке, шикелле. Уныһы мөһим түгел. Һинең ҡулыңда беҙ биргән ерҙең хужаһы тигән документ була, шул еткән”, - тип ер биреүселәр минең шиңеп ҡалғанды һиҙеп, тынысландыраһы урынға йөрәккә ут һалдылар.

Бер нисә ағасҡа тамға сабып, был ерҙең хужаһы тип минең фамилияны яҙып сыҡҡас, ҡайтырға сығабыҙ.

Икенсе тапҡыр “үҙемдең ергә” Мәжитов Ибраһим ағайҙың “Беларусь”ында килдек. Тәүҙә уның ерҙәре буйлап киттек. Ҡана буйында ятҡан тигеҙ, матур аҡландырҙы күреп, көнсөллөк килә. Үҙемдең юлһыҙ, тау башында ятҡан еремде күҙ алдына килтереп йән әсей. Ибраһим ағай эште минән бер нисә айға иртәрәк башлағайны шул. Шуның менән отҡандыр ҙа инде. Етмәһә ул кредитҡа техника ла алып өлгөргән. МТЗ-80, Т-25 тракторҙары алған. Әле шул ялан уртаһында ҡалдырған Т-25 тракторы эргәһенә килдек һәм ҡот осҡос күренешкә тап булдыҡ. Өр-яңы трактор бахыр хәленә ҡалдырылғайны. Фарҙары сисеп алынған, аккумулятор күренмәй, хәйер, тракторҙың һүтеп алына торған бар нәмәһе һүтелгәйне. Хатта рулгә тиклем сиселеп, тракторҙан алыҫ түгел ерҙә бәреп киткәндәр ине. Тәгәрмәстәрен ниндәйҙер осло нәмә менән тишкеләп бөткәйнеләр.  Ибраһим ағайҙың йөҙө ағарынып китте, күҙенән йәш тәгәрәне. Шундай матур көндә, күңел ҡыуанғанда, ҡапыл шомло булып китте. Баҡһаң, беҙҙең “дошман”дарыбыҙ ҙа бар ҙа баһаң, тигән күңелһеҙ уй мейене телгеләне. Булмай, була инде, был бит кемдеңдер ғүмер буйы сапҡан сабынлығы. Ошондай ауыр уйҙа үҙемдең ергә ашығам. Әлбиттә, минең ерҙә техника-фәлән ҡалманы. Сөнки юҡ ул миндә. Шулай ҙа… Күңелем бушҡа хәүефләнмәгән икән. Тауҙы үрмәләп үҙемдең ергә килеп сыҡҡас, фамилия яҙылған ағасҡа иғтибар иттем. “Яҡшы саҡта был ерҙән һыпырт, был беҙҙең сабынлыҡ. Әгәр был ерҙән китмәһәң, һине Устиновтың яҙмышы көтә”, - тип яҙып киткәндәр. Устиновтың кем икәнлеген аҙаҡтан ғына белдем. Ул Үркәс леспромхозында мастер булып эшләгән икән. Уны үс өсөн мылтыҡтан атып үлтереп, урманға һелтәп киткәндәр. Был янауҙар миңә тәьҫир итмәй ҡалманы. Эшләгәндә һәр ваҡыт алды-артты ҡарап йөрөргә мәжбүр итте. Мин техника алырға ҡыҙып киттем. Был мәлдә фермерҙарға бар яҡтан да юл асыҡ ине. Аҡса, кредит алыуҙар бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ үтә ине. Оҙайлы кредит алаңмы, аҙ процентлы кредитмы – рәхим ит! Банкта кредит менән эш сығасағын белгәс, Ҡурғашлы ауылында урынлашҡан “Агроснаб”ҡа киттем. Ангарҙа техникалар ҡарап йөрөйөм. Т-25 тракторы – 100 мең һум тора, МТЗ-80 – 350 мең, “Урал” автомашинаһы – 450 мең, “Пирожок” – 150 мең һум. Шулай техника ҡарап йөрөйөм, үҙем ҡаты уйға батҡанмын. Кредит бирәләр, техниканы хет миллион һумға ал, ләкин уны ҡасан, ҡайҙан килем алып түләп бөтәһең? Ҡурҡыта. Ваҡытында түләп бөтмәһәң, енәйәт эше асһалар, төрмәгә япһалар… Ҡатын менән кәңәшләшкәс, 100 меңгә Т-25 тракторы алырға булдым. Техника инвентарһыҙ булмай бит инде. 20 меңгә тағы һабан, арба, бесән сапҡыс, бесән йыйғыс алдым. Бер нисә ай үткәс, 120 меңгә генә кредит алыуыма ныҡ үкендем. Илдә дефолт булды – меңдәр тингә әйләнде. Алған кредитымды дефолттан һуң бер ай эсендә түләп тә ҡуйҙым. Әгәр миллион һумға кредит алып, техникалы булһам, уны түләүе лә бер ниндәй ауырлыҡ килтермәҫ ине. Шулай, алдан күрә белһәм, минең ҡулға нисәмә төрлө техника килеп эләгер ине. Хәйер, хәҙер терһәкте тешләп булмай инде.

Хыялдарҙың ташҡан мәле. Хыял хыял менән, ләкин нисектер фермерлыҡ эшен башлар кәрәк бит инде. Техника үтмәҫлек ерҙә ятһа ла сабынлыҡлы булдым, мал алырға кәрәк. Мин һарыҡта туҡталдым. Ейәнсура районынан тоҡомло дебет кәзәһе алырға һөйләшеп ҡуйҙым. Ул эштәрҙе эшләр алдынан тик ятмайым тип, Иҫәнғазыла ташландыҡ картуф ерҙәрен һөрҙөрөп, картуф сәсергә булып киттем. Май айы ине. Сәсеүҙең ҡыҙған мәле. Мин ауылдар буйлап орлоҡҡа картуф йыям, кеҫә таҡыр, шулай ҙа әмәлен таптым. Был мәлдәрҙә магазин кәштәләре буш ине. Ҡырҙан шәкәр, он тейәп килеүсе алыпһатарҙар күренде. Улар менән танышып алам да, тегеләрҙе берәй ауылға алып барам. Кешелә аҡса булмағанлыҡтан, он, шәкәр, бойҙай картуфҡа алмаштырыла. Алыпһатарҙарға ярҙам иткәс, миңә лә өлөш сыға. Шулай итеп 3 тоннаға яҡын картуф йыйып алдым. Хәҙер картуф орлоғо бар, ерҙе һөрҙөрөү мәсьәләһе ҡалды. Үҙемдең Т-25 тракторына ике төрәнле һабан тағып, Иҫәнғазы ауылында ер һөрөп маташҡайным. Кесерткән, алабута баҫҡан ерҙе һөрөргә тракторҙың көсө етмәне. Аптырап, Әтек ауылында урынлашҡан “Бөрйән” совхозы идараһына киттем. Ул мәлдә колхоз-совхоз етәкселәренең фермерҙарға ҡарата ҡарашы бик хөрт ине. Техника бирмәҫ инде тип, ҡурҡып ҡына управляющийҙың кабинетын асам. Етәксеһе ошо ауыл кешеһе Рәмил Иҫәнғәлин ине. Ул тәкәбберләнеп ҡарышып торманы, мине аптыратып, эште ыңғай ғына хәл итте лә ҡуйҙы. Ҡеүәтле ДТ-75 тракторы менән беҙ эште бер нисә сәғәттә бөттөк тә ҡуйҙыҡ. Район үҙәгенән картуф алып барып сәсәһе генә ҡалды. Уға ла әмәле табылды. Ҡырҙан ГАЗ-53 машинаһында бер иптәшем килгәйне. Ул ярҙам итте. Биҙрәгә картуф тултырып, ҡулыма көрәк алып эшкә сыҡтым. Ер былай йомшаҡ, тиреҫле, ләкин теге алабута, кесерткән тамырҙары эште тотҡарлай ҙа ҡуя инде. Уларҙы көрәк менән сапҡыслап та ҡарайым, ике ҡуллап ерҙән һурып ситкә бырғатам. Ләкин нисәмә йыл һөрөлмәгән ерҙе кесерткән-алабутанан таҙартыуы бик ҡыйын икән. Иҫке баҡсаны һөрҙөргәнсе, сиҙәмле ерҙе һөрҙөрмәүемә үкенеп тә ҡуям. Шулай итеп күпмелер ер эшкәртеп маташҡас, тамам арыным. Күңелдә бар нәмәгә битарафлыҡ тыуҙы. Нисә сәғәт эшләп, бер биҙрә картуфты ла сәсә алма әле?! Көсһөҙлөгөмә йәнем көйҙө. Бар нәмәне атып бәрҙем дә, йыйыр нәмәмде йыйып, ҡайтырға сыҡтым. Шулай итеп, тәүге эштә үк ҡул һелтәп туҡтап ҡаламмы? Йән әрней. Ауылға ҡайтҡас та уйлағаным шул картуф булды. Сәсә алмаған хәлдә лә, берәй әмәлен табырға кәрәк. Бәлки һатҡанда? Картуф эре, яңы ғына ҡышҡы баҙҙан сығарғас, йомшарып та өлгөрмәгәйне. Ер һөргәндә тракторын биреп торған управляющий, моғайын, хәлгә кереп, берәй йөк машинаһын биреп торор.  Әгәр ул техника бирһә, Әтектән дә картуф йыйып, ниңә һатырға алып бармаҫҡа? Управляющий ҡеүәтле “Урал” машинаһы биреп ҡуйҙы. Ауыл халҡы ла миңә ышанып картуфын һә тигәнсе йыйып бирҙе. Беҙ ауылдан таң менән сығып киттек. Бөрйәндең таулы юлдарын үтеп, тигеҙлектәргә сыҡтыҡ. Юлыбыҙ таҡырланды, бер аҙҙан асфальтҡа төштөк. Баймаҡ ҡалаһын үткәс, Иҫке Сибай ауылына килеп индек. Был ауылға нишләп килеп ингәнбеҙҙер инде, үҙем дә аңламайым. Бәлки, Иҫке Сибайҙа картуф уңмағанын берәйһе әйткәндер. Тауар бик хөрт үтте. Ауыл уртаһында машинаны ҡуйып, бер нисә тоҡ ҡына картуфты һата алдыҡ. Ҡапыл беҙҙең эргәгә ҡайҙандыр УАЗ-ик машинаһы туҡтаны. Унан бөхтә генә кейенгән бер әҙәм төшөп, беҙҙең эргәгә килде. Үҙен Сибай ҡалаһында урынлашҡан вино заводының директоры тип таныштырҙы. Һәм картуфты виноға алмаштырырға тәҡдим яһаны. Илдә “сухой закон”. Араҡы, шараптың дефицит мәле. Мине был фекер әҙерәк уйландырҙы, ләкин он, бойҙай, шәкәр, һинд сәйе көткән ауыл халҡына вино ғына алып ҡайтыу бик үк килешеп етмәҫ һымаҡ. Үҙемде көсләп булһа ла, директорға “юҡ” тип әйтә алдым. Иртәгәһен Сибай ҡалаһына килеп, халыҡтың иң күп йөрөгән еренә машинаны ҡуйҙыҡ. Ҡала кешеһе ҡала кешеһе инде. Картуфтың һәр береһен тотоп ҡарап, бер нисә килонан да артыҡ алмайҙар. Шулай итеп, төшкә тиклем бер тоҡ картуфты саҡ һатып бөттөк. Әгәр һатыу артабан да ошолай дауам итһә, 6 тоннаға яҡын картуфыбыҙҙы бер ай эсендә лә һатып бөтә алмаясаҡбыҙ. Етмәһә, эсеп алған өс-дүрт әҙәм: "Төрмә иҫәбенә общагҡа аҡса бирегеҙ, аҡсағыҙ булмаһа, тауарығыҙҙы алабыҙ тип, беҙҙе ҡурҡытып киттеләр". Имен саҡта был тирәнән һыпыртыуҙан башҡа сара ҡалманы беҙгә. Ҡаланан сығып, Силәбе яғына юл алдыҡ. Баҙарҙа торғанда кемдәндер был яҡтарҙа картуф уңмағанлығын ишеткәйнек. Башҡортостан сиген үтеп, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл тигән ауылына инәбеҙ. Машинабыҙҙы ауыл уртаһына ултыртып та өлгөрмәнек, беҙҙең картуф тейәп алғаныбыҙҙы күреп, халыҡ һырып алды.  Ҡыҙыу һатыу итеү башланды. Өлгөр генә. Кеше беҙгә картуфҡа алмашҡа нимә генә тәҡдим итмәй. Машинаға һалдырылған он, бойҙай, һоло килеп ята, кеҫә лә аҡса менән тула. Ҡуй һарығы, быҙау тәҡдим итәләр, ләкин ул “живой вес”ты ҡайҙа алаһың. Былай ҙа машина иген, он менән тулды. Уңышлы һатыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисереп, ҡайтырға сыҡтыҡ. Сибай ҡалаһында туҡтап аҡсаға шәкәр, һинд сәйе һатып алдыҡ. Әтек ауылы халҡы беҙҙең тауарҙарға бик ҡәнәғәт булды. Иҫәнғазыла “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы булғанда беҙҙе маҡтап та үттеләр хатта.

Бына бесән айы ла етте. Мин Иҫке Монасип ауылынан Атауллин Хәниф исемле ирҙе эшкә ялланым. Иҫәнғазыға килгәндә, йоҡлап көн күреү өсөн ауылдан йәшәргә яраҡлы өй эҙләйбеҙ. Бөтөн торған 3-4 йортҡа күҙ һалдыҡ. Ләкин уларҙың ишегендә эт башындай йоҙаҡ тора ине. Бында барыбер кеше йәшәмәй тип йоҙаҡты емереп булмай ҙа инде. Шунда беҙҙең күҙгә кесерткәнгә күмелә яҙып тигәндәй ултырған буралған аласыҡ ташланды. Ишеге лә бикһеҙ булып сыҡты. Аласыҡтың ишеген асҡас та, танауҙы ярып сысҡан еҫе бәрелде. Иҙәнһеҙ булһа ла аласыҡ бөтөн, хатта өҫтәле лә бар. Ә сысҡандарға түҙербеҙ әле тип, йәшәргә ошо өйҙә туҡтарға булдыҡ. Хәйер, беҙҙең бүтән вариант та юҡ ине. Йәшәгән еребеҙ кешесә булһын тип, тирә-яҡты кесерткәндән сабып сыҡтыҡ, аласыҡты үрмәксе ауҙарынан таҙартып, һепереп, йыуып алдыҡ. Үлән сабып алып килеп, шуның өҫтөндә йоҡларға әҙерләндек. Емерелгән мейесте төҙәтеп, балсыҡ менән һылап, тамаҡ бешереп ашағас, йоҡларға яттыҡ. Кеҫә фонарен һүндереүебеҙ булды, тыныс торған аласыҡ тегендә-бында ҡыштырлауҙар, сысҡандарҙың сыйылдауына күмелде. Беҙ быларға иғтибар итмәҫкә тырышабыҙ. Иртәгә эшкә, нисек булһа ла ял итергә кәрәк. Ҡайҙа инде ул, сысҡандар шашҡандан-шаша. Үҙ-ара сыр-сыу киләләр, түшәлгән бесән аҫтында һине күтәрерҙәй булып йыбырлайҙар. Береһе биткә килеп төшкәс, түҙмәй, сирҡанып ырғып торҙом. Хәниф тә был мәлдә сысҡандар менән көрәшә ине. Ҡулына нимә етте шуны алып сысҡандарға бәрә. Шулай итеп сысҡандыр менән һуғышып, көрәшеп таң еткерҙек. Арыу үҙенекен иткәндер инде, таңға ҡарай бер нәмәгә ҡарамай әүен баҙарына киткәнбеҙ. Беҙ торғанда көн яҡтырғайны. Аласыҡтың кеше башы һыйырлыҡ тәҙрәһенән ҡояштың һүрән нуры күренә. Ярым-асыҡ күҙ менән аласыҡ эсен байҡайым. Йәнәһе, сысҡандар күренмәйме, Хәнифте кимереп бөтмәгәндәрме? Минең аяҡ аҫтында тиерлек йомарланып ятҡан һорғолт бер нәмә күҙгә ташланды. Йылан да баһаң, тигән уй баштан үткәс, ырғып уҡ торҙом.

-      Туҙбаш йылан ғына бит ул, унан ҡурҡырға ярамай, - тип Хәниф мине тынысландырҙы. – Аҙыҡ етерлек, шуға йөрөйҙәр инде. Был ерҙә ҡара йыландар ҙа етерлектер инде, шуларҙан ҡурҡырға кәрәк.

Тракторыбыҙҙа бата-сума “үҙ еребеҙгә” барып еттек. Айырыуса теге ваҡыт “ер биреүселәр”ҙең техникаһын ҡалдырып йәйәү атлаған ерҙән юлды дауам итеү ауыр булды. Батҡаҡты сыҡҡанда тракторыбыҙ ҡойоға һеңде лә ҡуйҙы. Ике артҡы тәгәрмәсенә ағас, һайғау бәйләп саҡ сыҡтыҡ. Тауға үрмәләү ҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Шулай ҙа менеүен-мендек, төшөүен нисек төшөрбөҙ инде. Иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын, тигәндәй, ул уйҙарҙан ваҡытлыса онотоп торҙоҡ. Дөрөҫөрәге икенсе хәүефле уйҙар уны еңде. “Был ерҙән китмәһәң, һине Устиновтың яҙмышы көтә!” Ошо ҡурҡытыу баштан сыҡмай. Мылтыҡтарға яһауҙы ҡуйып, яурындан төшөрмәйбеҙ. Бесән сапҡанда ауыр булһа ла – яурында. Һәр бер ҡыштырлауға ҡолаҡ “ҡарп” итеп ҡала, мылтыҡты һәрмәй һалабыҙ. Бына-бына арттан атырҙар инде тип көткән көнөбөҙ имен-аман тамамланды. Кис еткәс, ауылға ҡайтып тормаҫҡа булдыҡ. Берҙән, ҡайтыу-килеү өсөн күпме ваҡыт үтә, юл булһа, әйтер инем, икенсенән, сысҡан баҫҡан аласыҡтағы үткән йоҡоһоҙ төндө кире ҡабатлағы килмәй ине. Ҡыуыш ҡороп, уға яңы сабылған хуш еҫле бесән һалып, йоҡларға яттыҡ. Арыу үҙенекен итте. Ятҡас та йоҡлап киттек. Төн уртаһында ҡапыл һиҫкәнеп уянып киттем. Тышта кемдеңдер ҡыштырлауын, лап-лоп баҫып йөрөүен, ҡәнәғәтһеҙ мығырлауын ишетеп ҡот алынды. Картечь яһалған 16-сы калибрлы мылтыҡты һәрмәйем. Хәниф тә мылтығын ҡыуыш ишегенә тоҫҡағайны. Әгәр беҙгә һөжүм итһәләр, атабыҙ ҙа йығабыҙмы? Әгәр улар беҙҙен өлгөрөрәк булһа?.. Тауыш беҙ тамаҡ ялғаған, аҙыҡты ҡалдырған ерҙән килә ине. Ҡапыл ауған ҡашыяҡ тауыштары ишетелде. Ниңә һөжүм итеүселәр беҙҙең аҙыҡ-түлек эргәһендә булыша? Аптырайбыҙ. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡап-ҡараңғы төн. Беҙ ҡыуыштан сыҡтыҡ. Шунда ғына тегенең айыу икәнлеген сырамытып ҡалдыҡ. Күңел, йыртҡысты күреп хәүефләнеү урынына, нисектер тынысланып ҡуйҙы. Һиңә ҡурҡыныс янаған әҙәмдән йыртҡыс хайуан бәрәбәр икән. Мылтыҡтан һауаға атҡас, айыуыбыҙ йән-фарман урманға инеп ҡасты. Был айыу бик ныҡыш булды. Иртәгәһе төнгә тағы килде, тағы уны һауаға атып ҡурҡыттыҡ. Яҙмыш менән уйнамайыҡ әле тип, кис утын ташып ҡуябыҙ ҙа, төнөн ҙур усаҡ яғабыҙ. Бының файҙаһы тейҙе, айыу беҙҙе бимазаламай башланы. Был ҡырағай ерҙә хайуан-йәнлектәр, ҡош-ҡорттар етерлек ине. Сабынлыҡтың ситендә ҡойолар китә. Унда беҙ йыш ҡына мышы, марал, илек осратып торҙоҡ. Был ер әселекле ине. Һуйыр, ҡор, селде һанап бөтөрлөк түгел. Бер көндө ике балаһын эйәрткән яңғыҙ айыу беҙҙең эргәгә үк килеп китте. Ошонда минең эргәлә фотоаппарат булмауына үкенеүем… Тора-бара беҙ тәбиғәт эсендә йәшәүгә өйрәнә башланыҡ. Йыртҡыс хайуандар эргәлә үк йөрөйҙәр, беҙ уларға иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Беҙҙе үлтереү менән янаған әҙәмдәр, күпме йөрөһәк тә, күренмәне, мылтыҡтар яурындан төшөрөлөп, ҡыуыш эсендә ҡала башланы. Шулай итеп, беҙ ярайһы ғына бесән эшләп алдыҡ.

Мин дәртләнеп мал йыйырға тотоноп киттем. Бер нисә тиҫтә һарыҡты Хәйбулла районынан  бартерға - таҡтаға алмаштырып алдым. Ейәнсура районынан тоҡомло 2-3 дебет кәзәһен аҡсаға алдым. Кәзә-һарыҡтарымды тәүҙә ҡайҙа урынлаштырырға белмәй, өй эргәһендәге баҡсала тоттом. Баҡсам ҙур ғына, үләне лә етерлек. Ләкин бер нисә көн эсендә кәзә-һарыҡтар баҡсамды саңы борлап торған ҡара ергә әйләндерҙеләр. Иҫәнғазынан бесәнемде алып ҡайтырға техника таба алмай ҡаңғырып йөрөйөм. Һарыҡ-кәзәләрем мине ашарҙай булып, арттан ҡалмай эйәрәләр. Малды кәртәнән сығарып ебәрһәң юғалыуҙары көн кеүек асыҡ. Тышҡа сығарып, уларҙың арттарынан көтөп йөрөргә ваҡыт та юҡ. Ағас биргәйнеләр, уны эшкәртергә кәрәк. Хәйер, Иҫәнғазы эргәһендәге бесәнгә лә күҙ-ҡолаҡ булып тороу шарт.

Бер көндө, дөрөҫөрәге төндө, ҡаза килде. Иртәнсәк тышҡа сыҡһам, сығыу менән мине уратып алған һарыҡ-кәзәләр күренмәне. Аптырап, баҡса эсен тикшерәм, һәм ҡот осҡос күренешкә тап булам. Муйындары тамаҡланған кәзә-һарыҡтарым тәгәрәшеп яталар ине. Бүре-һеләүһендең ҡара эшелер, тип уйлайым. Берәүһен дә аямаған бит әле. Миңә шул тиклем ҡыйын булып китте. Ергә сүгәләйем. Күҙҙән сөбөрләп йәш аға. Ошолай күпме ауыр уйҙа ултырғанмындыр, билдәһеҙ… Аяҡҡа баҫырға үҙемдә көс таптым. Көрәк алып, баҡса осонда бер нисә соҡор ҡаҙҙым, һарыҡтарҙы шунда ташып күмеп, өйгә индем. Ҡатыныма, ҡыҙҙарыма Өфөгә барабыҙ, йыйынығыҙ, тип әмер бирҙем. Өйҙәгеләр миңә ҡарап аптырап ҡалды. Һарыҡтарыңды, Иҫәнғазылағы ереңде беҙ ҡалала булғанда кем ҡарап торор һуң, тип аптырап һорап ҡуйҙылар.

-      Юҡ улар. Хоҙай бирҙе, Хоҙай алды. Минән фермер килеп сыҡмаҫ, моғайын. Һеҙҙе лә күпме дыуамал уйҙарым менән аптыраттым. Аҡсаһыҙ интектерҙем. Теләгән кейемеңде кейеп, теләгән нәмәңде ашамағас, ниндәй тормош була инде тип, ауыр уйҙарҙы еңеп әйтеп ҡуям. Миндә әҙ-мәҙ крәҫтиән хужалығында файҙаланырға йыйған аҡса бар, мин уны һеҙгә тотонам. Фермерлыҡ тамам, бәлки.

Самолетта остоҡ. Мин алып биргән әйберҙәрҙән ҡатынымдың, ҡыҙҙарымдың йөҙҙәре яҡтырҙы. Уларҙың ҡыуаныуы ауыр уйҙарҙан арынырға ярҙам итте. Ауылға ҡайтҡас, туҡтаған эште кире ҡайтарырға тырышып-тырмашып ҡараным. Тағы Хоҙай Тәғәлә ҡаршылыҡтар ебәрҙе. Әтек ауылынан район үҙәгенә киткән юлдағы тау текәлеге менән күптәрҙең ҡотон ала. Унда күпме кеше аварияға эләгеп һәләк булды инде. Иҫәнғазы яғынан Т-25 тракторы менән шул тауҙы менеп киләбеҙ. Артта - арба. Тауҙың иң текә еренә еткәс, тракторыбыҙ тиҙлеген ташланы. Тормозға баҫыуҙың файҙаһы юҡ. Артҡа сигенеп бара торғас, арба ҡыйшайып китеп, тракторыбыҙ менән бергә ауып барып төштөк. Ярай юл ситенә сығып, уйһыулыҡҡа осмағанбыҙ, Хоҙай аралағандыр инде. Ауылдан трактор яллап, Т-25 тракторын торғоҙоп, быялаһыҙ кабинала, кәкерәйгән дискыла ауылға ҡайтып индек. Шунда ғына мин үҙемә оҡшамаған эшкә тотоноуымды һиҙҙем. Кеше донъяға үҙ өлөшө менән тыуа. Үҙенә генә һалынған шәхси юлдан үтергә тейеш. Әгәр ул юлдан тайпылһа, берәй хәл булырын белдереп иҫкәртеү яһай. Минең тормошомда фермер саҡта күпме иҫкәртеүҙәр булды. Мин һаман ныҡышып, алдыма алған бурысты үтәргә тырыштым. Тағы иҫкәртеү ебәрҙе, тағы ныҡыштым. Үлемдән ҡалдым. Әлбиттә, ауыр эште ташлау еңелеү ине. Миңә Аллаһы Тәғәлә бындай эшкә тотонмаҫҡа иҫкәртеүҙе бушҡа ебәрмәгәндер. Фермерлыҡты ташланым. Ҡулыма бер аҙға ҡалдырып торған фотоаппаратымды алдым. Эштәр алға китте. Күңелем тыныс, эшемдән ҡәнәғәтлек тоям. Был – минең булмышым. Фермерлыҡ минең эш булмаған икән.  

Флүр Ғазин, фоторәссам, яҙыусы.        

 

Автор:
Читайте нас