Урманда, юлда машина менән йөрөгәндә күп тапҡырҙар төлкө осрағаны бар. Тәбиғәттең һоҡланғыс, матур бер йәнлеге инде ул төлкө. Тиреһе, ҡойроғо һуң әле! Ҡояш яҡтыһында алтын-һары булып балҡып тора. Шуға был йәнлеккә оҙаҡ ҡына һоҡланып ҡарап торған саҡтарым булды.
Шул төлкөгә бәйле бер тарих та йөрөй күңелдә. СССР заманында, колхоз-совхоздар имен саҡта булған хәлдәргә бәйле ул.
Минең әсәйем Ҡарабаева Нәбирә Бәҙретдин ҡыҙы 1929 йылда Мәндәғол ауылында тыуған. Кейекбай ауылына килен булып төшөп, атайым Ҡарабаев Шәриф Ғайзулла улы менән 6 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Тик үҙҙәренең генә ғүмерҙәре ҡыҫҡа була. Башлы-күҙле лә булып бөтмәгән балаларын ҡалдырып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхетен дә татый алмай, икеһе лә 50 йәшкә лә етә алмай мәрхүм булып ҡуйҙылар.
Совхоз гөрләп эшләп торған йылдар. Кейекбай ауылы “Марс” хужалығына ҡарай. Атайым бригадир. Әсәйем фермала төнгө ҡарауылсы. Тана малдары ла ҡарай.
Берҙән-бер көндә, дөрөҫөрәге, төндә төнгө ҡарауылы ваҡытында, таңға табан, әсәйемдең күҙәтеүе аҫтында булған малдар торған кәртәгә теге мин мәҡәләнең башында һоҡланып яҙған ҡыр йәнлеге яҡынлай. Әсәйем хәйләкәрҙе ай яҡтыһында аңғарып ҡала. Теге төлкө малдар яғына ыңғайлағас, ҡулына һәнәк алып, әсәй уның артынан төшә. Төлкө барып та етә, малдарға ла ташлана башлай. Әле береһен, әле икенсеһен тешләй. Әсәйем бар көсөнә малдарҙы һаҡлауға ташлана. Аңдып барып, яйын тура килтереп, теге ҡупшы төлкөнө һәнәге менән сәнсеп үлтерә.
Таң атҡас, теге тәбиғәттең һоҡланғыс йән эйәһенең инде үле кәүҙәһен ҡойроғонан тотоп һөйрәп ауылға ҡарай атлай. Ниәте – тиреһе әрәм булмаһын, тип һунарсы Хәмит ағай Шәрәфетдиновҡа биреү.
Ферма ауылдан йыраҡ ҡына урынлашҡан. Юлда зоотехник тап була. Нимә булғанын һораша әсәйҙән. Әсәй тегегә төнгө мажаралары хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләп бирә.
Хәлде самалап ҡалған зоотехник тиҙ генә районға хәбәр итә. Теге төлкөнө, “әйҙә, фермала ғына йөрөмәһен әле, баш ҡалала экскурсияла йөрөп ҡайтһын, музейҙар күрһен”, тип Өфөгә оҙаталар. Ундай бәхет ҡайһы ҡыр йәнлегенә тәтей әле.
Тикшереү һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй – төлкө ҡотороу сирле булған.
Бына шунан һуң башлана инде ауылда, дөрөҫөрәге, фермала мәхшәр. Әллә күпме малды атып, кәүҙәләрен яндыралар. Хатта әсәйемдең ул төндә эштә кейгән кейемдәрен – шәлен, галушлы быймаһын, куфайкаһын да үртәйҙәр.
Әсәйем теге төлкөнө оҙаҡ ваҡыт онота алмай, әрләп йөрөнө. Ҡороғор, сәсрәгер, кейемһеҙ ҡалдырҙы, тип. Әрләрлек тә шул. Йәне әсегәндер. Юҡ ваҡытын бар итеп, эш араһында күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән шәлен өткәстәр, бигерәк ауыр булған инде. 6 балаһына ла шул бармаҡтары менән ойоғон да, бейәләйен дә бәйләп кейҙерер кәрәк бит инде. Үҙенә шәлде лә, төндәрен йоҡламай, шулар араһында өлгөрткән булғандыр инде.
Заманында дебет шәл ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байлыҡ та һаналған, етмәһә. Быймаһын, куфайкаһын да ул арала ҡайҙан табаһың. Магазинда булған хәлдә лә һатып алырға аҡсаһы ҡайҙа әле.
Үҙе эшкә сымыры, бәйләмгә оҫта булды әсәй. Оҙаҡ та тормай, үҙенә яңы шәл бәйләп ала.
Көйөүҙәре яйлап онотолғандыр инде, ваҡыт үтә биргәс, Өфөгә киткән теге төлкөнө йәлләп һөйләп йөрөй торғайны хатта. “Ауырып ҡына йөрөгәндер инде. Мужыт ауылға кешеләрҙән ярҙам өмөт итеп килгән булғандыр инде. Бәлки, берәй дауа бирерҙәр, тип”, тиеберәк һөйләнеп йөрөгән.
Әсәйем тыныс, изге, йомшаҡ күңелле кеше булды. Малдарҙы, хайуандарҙы, ғөмүмән, тормошто яратты. Кешегә ярҙамсыл булды. Атайҙың да, әсәйҙең дә урындары йәннәттә булһын инде.
Әлеге көндәрҙә Бөрйән ветеринария хеҙмәткәрҙәре ауылдарға сығып, эттәргә һәм бесәйҙәргә ҡотороу сиренә ҡаршы вакцинация үткәрә. Был насар ауырыуға ҡаршы сирләгән хайуандарҙы шәбәйтерлек дауа уйлап табылмаған. Дауалап булмай, улар был сирҙе йоҡторған хәлдә үлемгә дусар булалар.
Шуға күрә прививкаға етди ҡарарға кәрәк. Хайуандар үҙҙәренең хәле тураһында кешегә әйтә белмәй. Улар өсөн беҙ яуаплы, улар хаҡында беҙ хәстәрлек күрергә бурыслыбыҙ. Өйҙә тотҡан эт, бесәй кеүек мәхлүктәр ғаилә ағзаһы кеүек булып китә бит.
Бына шулай юлда, урманда йөрөгәндә төлкө осраһа, үрҙә бәйән иткән хәлдәр иҫкә төшә, әсәйем менән атайымды иҫкә алам. Асығыраҡ күренһә, туҡтап, байтаҡ ҡарап тороу ғәҙәтем дә бар. Тәбиғәттең күркәмлектәре күңелде лә, күҙҙе лә әсир итерлек шул. Баяғы төлкөнө генә алып ҡарайыҡ. Ҡалай ҡупшы бит әле үҙе... Ауырымағыҙ, имен йөрөгөҙ, тип ҡуям эстән генә.
Эйе, төлкө матур булһа ла, бик ҙур ҡурҡыныс сығанағы ла булыуы мөмкин. Шуға күрә, ауыл араһында төлкө күреп ҡалһағыҙ, битараф булмағыҙ. Бәлә-ҡазаға тарырға яҙмаһын.
Шәкир Ҡарабаев, пенсионер. Кейекбай ауылы.
*
Иҫке Собханғолда йәшәүсе бер туған Рәмилә апайым Ғәлиуллина ла теге әсәйем менән булған ваҡиғаны иҫләй.
-Төнгө ҡарауылда йөрөгәнендә әсәйем бер эткә оҡшаған йәнлектең һыйырҙарға ырғығанын күреп ҡала. Башта, был әллә һеләүһенме икән, тип уйлай. Шунан уңайлы ғына ваҡытты самалап, тегене һәнәк менән сәнсеп үлтерә. Сөнки хужалыҡ малдары өсөн төндә ул яуаплы бит.
Ҡойроғонан һөйрәп әсәйем һунарсы Хәмит ағайға алып китеп барған теге төлкөнө 2 сәғәт эсендә вертолет менән Өфөгә оҙаталар. Әсәйҙең кейгән барлыҡ кейемен яндырып, үҙен дауаханаға һалалар.
Төлкөнөң ҡоторған булғанлығын дәлилләгән хәбәр ҙә килеп етә, һыйырҙар ҙа ауырый башлай. Хужалыҡта 18 һыйырҙы атып, яндырып, күмергә тура килә.