Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Октябрь 2025, 09:10

Ҡаҙ өмәләре – тырышлыҡ-муллыҡ күрһәткесе ул!

Килдеғол ауылында йыл һайын ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында ҡаҙ өмәләре үтә. Ауылда тырыш, эшсән кешеләр йәшәүенә ишара был. Быйыл өмә уңған, татыу йәшәүҙәре менән бүтәндәргә өлгө булған  Көмөшбаевтарҙа гөрләне.

Ҡаҙ өмәләре – тырышлыҡ-муллыҡ күрһәткесе ул!
Ҡаҙ өмәләре – тырышлыҡ-муллыҡ күрһәткесе ул!

-Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.

Быйыл был йоланы күрһәтеү уңған, тырыш, татыу ғаиләләрҙең береһенә - Мәүлиха апайға, килене Римма менән улы Винер Көмөшбаевтарҙың өлөшөнә төштө. Уңған ғаилә күпләп мал-тыуар тота, йыл да ҡош-ҡорт алып ҡарай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә.
Был көндә милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр өмә үтәсәк йортҡа иртүк йыйылды. Хужа ҡаҙҙарҙы салды.
Теҙелеп ултырып, гармунға ҡушылып йырҙар йырлай-йырлай, ҡаҙ мамығын йолҡоу күңелле байрамға әүерелде. Эстәрен алып таҙартҡас, түшкәләрҙе көйәнтәләргә элеп, Һарағы йылғаһына төшөп сайҡатҡанда ла үҙ-ара шаяра-көлә аралашыу, изге теләктәр әйтешеү, йыр-моң тынманы.

Ә кис өмәселәрҙе хужабикә бешергән ҡаҙ һурпаһы, ит, тәмле сәй табыны көтә ине. Киләһе йылда ла ҡош-ҡорттарының уңыуын, үҙҙәренә һаулыҡ, донъяға именлек теләп, рәхмәттәр әйтеп таралышты өмәселәр был ҡунаҡсыл йорттан, - тип хәбәр итәләр Килдеғол ауыл китапханаһы төркөмөндә.

Сығанаҡ:

Кильдигуловская сельская библиотека

 

Ҡаҙ өмәләре – тырышлыҡ-муллыҡ күрһәткесе ул!
Ҡаҙ өмәләре – тырышлыҡ-муллыҡ күрһәткесе ул!
Ҡаҙ өмәләре – тырышлыҡ-муллыҡ күрһәткесе ул!
Ҡаҙ өмәләре – тырышлыҡ-муллыҡ күрһәткесе ул!
Ҡаҙ өмәләре – тырышлыҡ-муллыҡ күрһәткесе ул!
Ҡаҙ өмәләре – тырышлыҡ-муллыҡ күрһәткесе ул!
Ҡаҙ өмәләре – тырышлыҡ-муллыҡ күрһәткесе ул!
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас