Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Август 2025, 11:45

Иңдәрендә илде күтәргән дә бит...

5-се класты бөткәс тә колхозға бесән звеноһына йөрөй башлай. -Ул саҡта әле бесән сабыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Йыйыуға, уға-быға эшкинелә былай. Тора-бара кәбән һалыусы Салауатов Әмир ағай, “ут бөрсәһе кеүекһең”, тип кәбән башында торорға өйрәтеп алды. “Давай, һеңлекәш, кәбәнебеҙ показательный булырға тейеш, матур итеп тапа. Кәбән осонда итегеңдең башы ғына күренеп торһон”, тип ҡупайта-ҡупайта эшләтә торғайны, - тип хәтерләй тәүге хеҙмәт дәрестәрен. Бесән тамамланыуға ураҡ эштәре башлана, әлеге бала-саға инде ырҙында мәж килеп эшләй. Колхоздың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрендә көсөнән килгән балалар ҙа ихлас ҡатнашҡан мәлдә быуын нығыта шулай Диләрә апай.

Иңдәрендә илде күтәргән дә бит...
Иңдәрендә илде күтәргән дә бит...

Бөгөн дә бик иртә уянды Диләрә апай. Яҡтырмаған да әле. Йәйге ҡыҫҡа төндәрҙә лә таң аттыра алмай бер була ул. Берҙән, хәҙер һаулыҡ та элекке кеүек түгел, икенсенән, олоғая барған һайын үткәндәре йыш иҫенә төшә. Уйландыра, һағындыра. Тормош юлын бер епкә теҙеп, һығымталар яһай башлай. Ут эсендә йөрөгән ике бөртөк ейәне лә иҫенән сыҡмай.

Юҡ, яҙмышына һис кенә лә үпкәһе юҡ Диләрә Мортаҙа ҡыҙының. 1948 йылдың 28 ноябрендә Байназар ауылында ғаиләлә 3-сө бала булып донъяға килә ул. Бөтә балалар һымаҡ, мәле еткәс мәктәпкә бара. Уҡырға, яҙыу-һыҙыуға өйрәткән тәүге уҡытыусыһы Ғөбәйҙуллина Фатима апайҙы бик матур итеп иҫкә ала. 5-се класты бөткәс тә колхозға бесән звеноһына йөрөй башлай.

-Ул саҡта әле бесән сабыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Йыйыуға, уға-быға эшкинелә былай. Тора-бара кәбән һалыусы Салауатов Әмир ағай, “ут бөрсәһе кеүекһең”, тип кәбән башында торорға өйрәтеп алды. “Давай, һеңлекәш, кәбәнебеҙ показательный булырға тейеш, матур итеп тапа. Кәбән осонда итегеңдең башы ғына күренеп торһон”, тип ҡупайта-ҡупайта эшләтә торғайны, - тип хәтерләй тәүге хеҙмәт дәрестәрен. Бесән тамамланыуға ураҡ эштәре башлана, әлеге бала-саға инде ырҙында мәж килеп эшләй. Колхоздың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрендә көсөнән килгән балалар ҙа ихлас ҡатнашҡан мәлдә быуын нығыта шулай Диләрә апай.

- 8-се класты тамамлар алдынан бер төркөм ҡыҙҙар менән лесхозға ағас ултыртырға киттек тә барҙыҡ. Йә балалыҡ, имтихан биреүҙе лә уйламағанбыҙ инде. Аҡсаһына ҡыҙыҡҡайныҡ шул. Бер аҙна эшләп, заманына күрә мул ғына эш хаҡы алып ҡыуанышып ҡайтып килдек. Ләкин ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Һәр уйламай эшләнелгән эш өсөн яуап бирергә кәрәк икәнде тиҙ иҫкә төшөрҙөләр. Һөҙөмтәлә, имтиханға индермәнеләр һәм 8-се класты ике йыл уҡырға тура килде.

Артабан уҡырға әллә ней теләге булмаған Диләрә апайҙы ул ваҡыттағы ферма мөдире Салауатов Нурмөхәмәт ағай алмаш һауынсы итеп эшкә саҡыра. Ферма ауылдан 10 саҡрым ситтә – Бешәкелә урынлашҡан була.

-Төркөмдәрҙә 14-әр һыйыр. Өйрәнмәгәс, ҡулдар һыҙлай. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Ныҡыш та булғанмын үҙем, һыҙланыуға ҡарамай, тырыша торғас, өйрәнеп киттем. Йәшлек бит, киске һауындан һуң ауылға киноға ҡайтабыҙ. Хатта бер тапҡыр билетҡа аҡсабыҙ булмағайны, ул саҡтағы колхоз председателе Ғәле Төхвәт улы Ҡотлобаевтың өйөнә барып индек. Ул һәр беребеҙгә өсәр һум аҡса биреп сығарҙы. Һәйбәт булды ул ағай. “Әй, ҡыҙҙар, мин күрә алмам инде, әммә һеҙ һис һүҙһеҙ күрерһегеҙ – әле төҙөлөп ятҡан ферма ауылдың уртаһында ҡаласаҡ”, - тей торғайны. Уны әрмәндәр килеп эшләйҙәр ине. Ысынлап та, хәҙер ней, ана, ҡалай ҙурайып китте ауыл.

Шулай итеп, 19 йәшенән башлаған эше Диләрә Әлхәмованың ғүмерлек һөнәре булып ҡала. Бер осор уны яҙмышы Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылына ташлай. Бер туған апаһының тормош иптәше ауырып, Өфөгә дауаханаға эләгә. Апаһы еҙнәһен ҡарап ятырға мәжбүр булғас, Диләрә апай донъя көтөп, өс баланы ҡарарға Әбйәлилгә юллана. Бында ла буш ятмай уңған ҡыҙ. Урындағы совхозға һауынсы булып эшкә төшә. Күп тә тормай, алдынғылар рәтенә сығып, маҡталып эшләй. Етәкселәр ҙә уңған һауынсыны күҙ уңынан ысҡындырмай, премияларҙан ҡалдырмайҙар, үҙенә квартира йүнләп бирәләр. Ләкин шәхси тормошонан уңмау сәбәпле, бәләкәй балаһы менән 1971 йылда кире тыуған ауылына ҡайтырға мәжбүр була. Һәм шунда уҡ, фермаларҙың йәйләүҙән ҡайтыуын да көтмәй, үҙенең яратҡан эшенә - һыйыр һауыуға ең һыҙғанып яңынан тотона.

Хәҙер инде эшенең бөтә нескәлектәрен белгән йәш, энергияһы ташып торған һауынсы тиҙ үк алдынғылар рәтенә күтәрелә һәм бер ҙә яулаған үренән төшмәй, дәртләнеп эшләй. Уға заманында данлыҡлы һауынсылар: Ғәлиә Науразбаева, Мәхмүзә Иманғолова, Зөһрә Дәүләтшиналар менән бергә эшләргә насип була. Үҙенең ошондай оло ихтирамға лайыҡ кешеләр менән бергә эшләүе менән Диләрә апай бик ғорурлана.

Шулай тура килде, миңә лә урта мәктәпте тамамлағас бер йыл фермала һыйыр һауырға насип булды. Ул саҡта квартал һайын район малсыларының эшенә дөйөм йомғаҡ яһалып, ошо социалистик ярыш һөҙөмтәләре гәзит биттәрендә сағылыш таба ине. Диләрә Мортаҙа ҡыҙы һәр саҡ исемлектә тәүгеләр рәтендә булды. Һәр ваҡыт көлөп, юҡтан ғына ла ҡыҙыҡ табып, үҙ күңелен үҙе күреп, эшендә янып эшләгәне хәтерҙә. Кәрәк саҡта өйрәтеп, өйрәтеүгә бармайыраҡ йөрөһәң, борҡолдатып әрләп ташлауға ла күп һораманы. Тура һүҙле булды. Бөтә эшен еренә еткереп эшләр, һинән дә шуны талап итер ине.

Төркөмдәребеҙ күрше генә торғас, мин һәр ваҡыт уның ярҙамын тойоп эшләнем. Был ваҡытта һәр һауынсы 25-әр һыйыр һауа ине. Иң ныҡ теңкәгә тейгәне – таң менән эшкә барыу. Үҙем эшкә китеп барам, эстән генә ант итә-итә барам: “Киләһе йыл уҡырға барам, киләһе йыл уҡырға барам...” Шулай итеп, ферма минең өсөн дә бик һәйбәт тормош мәктәбе булды.

Колхозда автомат менән һауыу тик 1979 йылда ғына башлана. Унда ла рәтләп эшләтеп ебәрә алмай яфаланалар. Бынан ары инде эштәр бер аҙ еңеләйә төшә.

“Ағиҙел” колхозында эшләгәндә лә Диләрә Әлхәмованың эше һәр ваҡыт тейешле баһаһын ала барҙы. Квартал, йыллыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса премияларҙан, бүләктәрҙән ҡалманы. Иң оло баһаны – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған малсыһы” тигән маҡтаулы исемде Президентыбыҙ М.Ғ.Рәхимов үҙ ҡулдары менән 1997 йылдың 27 июнендә тапшыра.

Байтаҡ йылдар Диләрә апай фермала өлкән һауынсы вазифаһын башҡара. Бер нисә йыл рәттән йәйләүҙә параллель рәүештә ферма мөдире булып та эшләргә тура килә уға. Көтөүселәрҙең, һауынсыларҙың, быҙау ҡараусыларҙың эшен теүәл ойоштороп, һөттө кәметмәүҙе, быҙауҙарҙы юғалтыуһыҙ үҫтереүҙе тәьмин итеүгә күп көс һала. 2002 йылда уға “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә. Бер йылдан хаҡлы ялға сыға. Шунан һуң да 3 йыл колхоз сеновалында ҡарауылсы булып эшләй.

Ғүмерен ауыр хеҙмәткә бағышлап, 36 йыл ошо почетлы һөнәргә тоғро ҡалған Диләрә Мортаҙа ҡыҙына колхоз үҙенең тағы бер рәхмәтен белдереп, уға йорт төҙөп бирә. Ул ваҡытта колхозда председатель булып эшләүсе Таштимер Ишмөхәмәт улы Әлибаков байтаҡ ҡына яңғыҙ йәшәгән колхозсы ҡатын-ҡыҙҙарҙы өйлө итеп, ҙур сауап алған.

Ғүмере буйы эштән башҡаны белмәгән Диләрә Әлхәмова яҙмышынан ҡәнәғәт булып, булғанына шөкөр, булмағанын өмөт итеп, бер кемгә лә дәғүә белдермәй, тыныс ҡына көн күрә. Хәҙер инде һаулығы ла тамам ҡаҡшаған. Ҡыштарын аяғынан резина итек төшмәү, тубыҡтан бысраҡ кисеп йөрөүҙәр эҙһеҙ үтмәй – аяҡтары һыҙлай. Йомош-юлға, магазинға-фәлән ауырлыҡ менән сығып килә. Өйөндә бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар юҡ, өй утын менән йылытыла. Бер бөртөк ҡыҙы Гөлшат Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй. Ишле мал-тыуарынан бушамай, йәйҙәрен һирәк ҡайта.

Ярҙамсыһыҙ, япа-яңғыҙы ҡалған Диләрә апайҙың ике ейәне лә махсус хәрби операцияла. Өлкәне Илшат армия хеҙмәтенән һуң шундуҡ контракт төҙөгән. Бына 18 йыл инде хәрби хеҙмәттә. Кесеһе Иҙел йыл ярым элек контракт менән МХО-ға юлланған. “Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡандарында ярҙам итеп китәләр”, тип ҡыуанып һөйләй өләсәләре.

Урындағы ветерандар советы, ауыл хакимиәте Диләрә Мортаҙа ҡыҙына иғтибар итһендәр ине. Утын урынына таҡта ярсыҡтары (гәрбил) һалғандар. Уныһы ла ҡыш буйына бысылмай ятты. Хәрби хеҙмәттә булғандарҙың ғаилә ағзаларын дауалау урындары ла бар бит. Бәлки, шунда дауаланырға ебәрергә кәрәктер. Үҙе нимәлер даулап, һорап йөрөй алмай. Район ветерандар советы, ауыл хакимиәте бер түгел, ике яугирҙың өләсәһен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ тип ышанғы килә...

З. Айытҡолова,

Байназар ауылы.

Иңдәрендә илде күтәргән дә бит...
Иңдәрендә илде күтәргән дә бит...
Автор:
Читайте нас