Ауыл хужалығы
30 Апрель 2025, 06:45

Помидорҙан нисек мул уңыш алырға?

Көндәр йылыныу менән тағы ла баҡсала мәж килә башларбыҙ. Помидор беҙҙең баҡсала ҙур ғына урын алып торған йәшелсә. Унан нисек мулыраҡ уңыш алырға?

Добавить в предпочтительные источники Google
Помидорҙан нисек мул уңыш алырға?Помидорҙан нисек мул уңыш алырға?
Помидорҙан нисек мул уңыш алырға?

Тупраҡҡа сығарып ултыртырҙан 2-3 көн алдан үҫентеләрҙең аҫҡы 2-3 япрағын киҫегеҙ.
Күсереп ултыртҡанда соҡорға бер аҙ ағас көлө һалыу мөһим.
Үҫентеләр тиҙ уңыш бирһен өсөн сәскә атҡанда бор кислотаһы менән ҡойондороғоҙ (10 литр һыуға 5 гр иҫәбенән).
Үҫентеләрҙең тиҙ һәм ныҡлы үҫеше өсөн йод ҡатнашмаһы һибегеҙ. Бының өсөн 3 литр һыуға 1 тамсы йод тамыҙығыҙ. Шуны һипкәндән һуң помидорҙар эрерәк булыр.
Онотмағыҙ: йодтың шулай уҡ помидорҙарҙы фитофторанан һаҡлай торған үҙенсәлеге лә бар. Бының өсөн бары бер нисә тамсы йод һәм 250 гр һөт кәрәк. Шуларҙы 1 литр һыу менән ҡушып болғатығыҙ һәм помидорҙарға һибегеҙ.

(Интернет селтәрендәге асыҡ сығанаҡтағы мәғлүмәттәр файҙаланылды).

Автор:Тансылу Багаутдинова