Былтыр мин ҡышҡылыҡҡа тип күп итеп салат яптым да, бейем менән икәү генә ҡышлағас, ашаусы кеше лә булманы. Рәмис эштә, балалар уҡыуҙа. Инде улай күп эшләмәҫ кәрәк икән, тип уйлаған булдым. Рәмистең иң яратҡаны кабачкинан икра ла бөтәүләй япҡан татлы борос. Шуны күп итеп эшләттерә лә, үҙе ҡыш буйы өйҙә булмай. Шуға быйыл борос та ултыртманым һәм ҡабаҡ та сәсмәнем. Быйыл сәсергә онотҡан да ҡуйғанмын, тип һылтаулайым да ҡотолам, тип уйланым.
Бер көндө усаҡлыҡта мейес артында тупырлашып кабачкилар ята. Әсәм килеп эште боҙған: кейәү ярата, тип ун ике штук кабачки ҡалдырып киткән.
Шулай итеп, быйыл кабачкины мейес артында, пакет эсендә генә үҫтереп алдым мин. Инһәм дә яталар баяғылар миңә ҡарашып, сыҡһам да яталар тексәйеп. Эш итмәй булдыра алманым.
Валдбериздан блендер заказать итеп алғайным, беренғай шуны испытать итәйем, тип икра эшләргә булдым. Егерме ике банка икра сыҡты. Арсендан башҡа балалар рәхәтләнеп йыпыра ғына. Икмәккә лә һылайҙар, нимә бешерһәм, шуға болғайҙар, баяғы икра зыулап китеп ултыра. Рәмискә иптәштәр табылды.
Теге ваҡыт яҙғайным бит инде, алты балам бар, тип. Күптәр шәхсән һорап яҙҙы, что за алты бала, тип. Быйыл беҙ Рәмис менән өс балаға - бер малайға һәм ике ҡыҙға атай һәм әсәй булдыҡ. Беҙҙең ауылда өсәр, икешәр бала алып, аяҡҡа баҫтырған ғаиләләр күп. Уларҙың өлгөһөндә беҙ ҙә яуаплы ла, сауаплы ла эш йөкләнек, әлхәмдүлилләһ. Аллаһы бирһә, ҡулыбыҙҙан килер, тип ышанам. Әле дүртенсе ай китте, өйрәнешеп, эҫенешеп бөттөк, мәктәпкә, балалар баҡсаһына урынлаштыҡ. Эйәртенешеп йөрөп ятабыҙ. Шулай бына. Икра яратыусылар ишәйҙе, бушҡа сәсмәгәнмен кабачкины.
Икраның рецебы:
3 кг кабачки, 1 кг кишер, 800 гр һуғанды турайһың да, төбөнә ярты стакандай һыу ҡойоп, 40-50минутҡа быҡтырырға ултыртаһың.
Бешеп сыҡҡас, 250 мг томатный соус, 7 аш ҡалағы шәкәр, 150 мг шыйыҡ май, самалап борос, өс аш ҡалағы тоҙ һалып, болғатып, тағы егерме биш минут бешерергә. Бешер алдынан ғына 60 мг 9% уксус һалып болғарға и стерилизованный банкаларға һалып, ябырға.
Зөлфирә Таһирова, Йылайыр районы.