Икенсе икмәгебеҙгә әүерелгән картуф быйыл һыу эсендә үҫте, тиерлек. “Уны ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?” тип баш вата баҡсасылар. Ошо һорауға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалында яуап бирҙеләр.
Үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Садиҡованан кәңәштәр:
«Картуфиы сереүгә дусар иткән фитофтора шунда уҡ беленеп бармай. Бүлбенең сәләмәт, ныҡ булып күренеүе ихтимал, ләкин баҫҡанда тиресәһе шартлай һәм уның аҫтынан көлһыу һоро масса сыға, был – һоро серек. Фитофтора тәүҙә ҙур булмаған урындарҙа күренә, ләкин яйлап тамыраҙыҡты тулыһынса ялмап ала», – тип аңлата белгес.
«Картуф бүлбеләрен яҡшылап һәм йәлләмәйсә һайлап алырға кәңәш итәбеҙ. Әгәр ауырыу бүлбеләрҙе ташларға ҡыҙғанып дөйөм массала ҡалдырһаҡ, бөтөн уңыш зарарланасаҡ», – тип иҫкәртә Эльма Садиҡова.
«Күпләп өйөп һалһаҡ, картуф оҙаҡ һаҡланмаясаҡ. Уңышты бер нисә ағас йәшниккә таратып һалыу яҡшыраҡ булыр. Картуфты йәрәхәтләмәҫ өсөн, уны һаҡ ҡына һалығыҙ: бәләкәй гегә йәрәхәт бактерияларға үтеп инергә ярҙам итәсәк. Ямғыр яуғандан һуң уңышты яҡшы һаҡлау өсөн баҙҙа ышаныслы елләтеү булырға тейеш. Әгәр мөмкинлек бар икән, уны ҡышҡылыҡҡа оҙағыраҡ япмау яҡшыраҡ булыр ине», – тип кәңәш бирә белгес.
(“Башҡортостан” гәзитенән).