Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Август , 09:55

Мал көтөү тәртибен боҙған өсөн штрафтар артты

Ауыл хужалығы малдарын контролһеҙ көтөүгә ҡаршы көрәшеү маҡсатында мал көтөү тәртибен боҙған өсөн штрафтар күләме арттырылды.

 «Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 7.3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон үҙ көсөнә инде, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ауыл хужалығы малдарын контролһеҙ көтөүгә ҡаршы көрәшеү маҡсатында мал көтөү тәртибен боҙған өсөн штрафтар күләме арттырылды. Граждандарға – 2000-4000 һум, вазифа биләгән кешеләргә – 7000-10 000 һум, юридик шәхестәргә 20 000- 25 000 һумға тиклем штраф һалыу күҙ уңында тотола.

Ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн штраф күберәк: граждандарға – 4500- 5000 һум, вазифа биләгән кешеләргә – 12 000-15 000 һум, юридик шәхестәргә – 30 000-45 000 һум.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-22/v-bashkirii-vyrosli-shtrafy-za-narushenie-pravil-vypasa-skota-3894734

Автор:
Читайте нас: