Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Август , 16:20

Этарҡаның фотоһын да ебәрҙеләр!

Ҡолғанала йәшәүсе Рауил ағай Яҡупов, беҙҙең төркөмдәге “этарҡа” тигән һүҙҙең мәғәнәһен эҙләү, уның тураһында аңлатма яҙыу булғандан һуң, этарҡаның фотоһын ҡуйып, бына нимәләр яҙып ебәргән...

Этарҡаның фотоһын да ебәрҙеләр!
Этарҡаның фотоһын да ебәрҙеләр!

Ҡолғанала йәшәүсе Рауил ағай Яҡупов, беҙҙең төркөмдәге “этарҡа” тигән һүҙҙең мәғәнәһен эҙләү, уның тураһында аңлатма яҙыу булғандан һуң, этарҡаның фотоһын ҡуйып, уның аҫтына бына нимәләр яҙып ебәргән: “Минең Өмбәттәге сабынлыҡтағы этарҡа. Былтыр уҡ ошолайтып бесән әҙерләнек”.

Беҙҙең халыҡ ямғырлы йылдарҙа бына шулай бесән киптергән. Ана, ағастар араһына урҙа тартып, уға ҡыуыш һымаҡ итеп бесәндәрҙе киптерергә “элгәндәр”.

Көндәр ыңғайлап китеп, халыҡ этләнмәй генә, ямғыр менән көрәшеп, эт әрһеҙенә әйләнмәй генә, этарҡаһыҙ ғына этем рәхәте итеп бесән эшләп алһын инде.

Ата-бабалар ысулын ҡулланған һәм фотоға төшөрөп ебәргән Рауил ағайға ҙур рәхмәт!

Этарҡаның фотоһын да ебәрҙеләр!
Этарҡаның фотоһын да ебәрҙеләр!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: