Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Август , 09:10

Яуындар оҙаҡҡа һуҙылһа, борон ЭТАРҠА ла ҡулланғандар

Салауат Исҡужин, Килдеғол ауылы: -Бының һымаҡ йәйҙе хәтерләмәйем. 5-6 йәштән әсәй менән атайға эйәреп бесәнгә йөрөлдө. Бер нисә ғаилә бер урында эшләй торғайны. Яуын һуҙылыбыраҡ китһә, ололар кәңәш ҡороп алыр  ине. “Этарҡа эшләп ҡарамаһаҡ булмаҫ ул” тигәндәре иҫтә. Этарҡа нимә буламы?

Яуындар оҙаҡҡа һуҙылһа, борон ЭТАРҠА ла ҡулланғандар
Яуындар оҙаҡҡа һуҙылһа, борон ЭТАРҠА ла ҡулланғандар

Һәнәк һабынан йыуаныраҡ оҙон ғына йәш ҡайын ағасын ҡулланып, бер ағастан икенсеһенә (ағастарҙың араһы яҡынса шул 2-3 метр тирәһе булғандыр) ҡыуыш һымаҡ нәмә тарталар. Шунан 2-3 ат йөгө бесәнде шуға йәйәләр. Ошонан артыҡ һалып, ҡалынайтырға ярамай. Бесәндең һүле һарҡа башлай торғайны. Беҙ, бала-саға, теге ҡыуыш һымаҡ нәмәнең тишектәре аша үтә сығып йүгерешәбеҙ. Атайҙар тыймай. Сөнки тишектәре ҙурайһа, елләү ҙә арта. Шул килеш ҡышҡа ҡалдыралар. Ҡыш еткәс, теге ҡыуыштарҙан бесәнде, саналы аттар менән алмашлап ҡар йыра-йыра теҙелешеп барып, ташып алалар.

Кәбәнде тағандап, тоҙлап һалған саҡтар ҙа булды. Ай-һай, тоҙ күп китә. Теге замандарҙа колхоз келәттәрендә мал өсөн тоҙ күп булды бит, шунан сабынлыҡтарға тоҡлап алып китә торғайныҡ. Кәбән һалғанда кәбән башын тапап торған кеше тоҙҙо самалап ҡат һайын һибә бара.

Бына шундай ысулдар бар. Тик, тағы ҡабатлайым, элек тә яуынлы йәйҙәр булды, иллә мәгәр кешенең быйылғы һымаҡ бесән әҙерләй алмай йонсоғанын иҫләмәйем...

(Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан алынды. Этарҡа яҡынса ошолайыраҡ булғандыр).

 

Яуындар оҙаҡҡа һуҙылһа, борон ЭТАРҠА ла ҡулланғандар
Яуындар оҙаҡҡа һуҙылһа, борон ЭТАРҠА ла ҡулланғандар
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: