«Ауылдарҙа халыҡ бесән эшләй алмай. Ҡышҡа бесәнһеҙ инеү ҡурҡынысы бар. Район башлыҡтарынан, бигерәк тә ямғырҙарҙан зыян күргән муниципалитеттарҙан, мәсьәләнең кимәлен аңлауҙарын һәм кешеләргә нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы тәҡдим итеүҙәрен һорайым», – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы Максим Забелинға һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа был эшкә ҡушылырға ҡушты. Ике аҙнала ямғырҙан зыян күргән райондарҙа йәшәүселәргә бесән һатып алыу өсөн кәрәкле сумманы билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк, бындай ярҙамды бүлеү механизмы булдырыласаҡ.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Башҡортостан аграрийҙары тәүге ярты йыллыҡта алған дәүләт ярҙамы хаҡында һөйләгәйне.
Автор: Роман Якимчук