Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Август , 11:55

Тегеҙек тәкә

...Берәүҙәрҙең ҙур һарыҡ тәкәһе була торғайны. «Тегеҙек тәкә» тип исем ҡушып алғанбыҙ, уныһы нимә аңлатҡандыр инде. Шул тәкәне үсекләйбеҙ ҙә, үҙебеҙ бура башына менеп ҡасабыҙ. Ул көндө лә күмәкләшеп етәкләшеп һамаҡлап килә инек, эҫе көн бит инде, быҙауҙар сәнскәкләп сабышып беҙҙең өҫтән үтте лә китте...

Тегеҙек тәкә
Тегеҙек тәкә

Алыҫта ҡалған бала сағымда булған ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та бер ваҡиғаны яҙып үтмәксемен.
Беҙ, һуғыштан һуң тыуған балалар, колхоздың эше өсөн йәнен-тәнен йәлләмәгән ғаиләләрҙә үҫтек. Әсәйемде әйтеп тораһы ла түгел: йәйен йәйләүҙән, ҡышын ҡышлауҙан ҡайтып инмәне. Беҙ ҙә - апайым, мин, өләсәйем йәйләүҙә бергә йәйләйбеҙ, ҡышҡылыҡҡа апайыма мәктәпкә булғас, өләсәйемдәр ауылға ҡайта. Мин һөйләйәсәк ваҡиғала беҙ Ларка тигән ерҙә йәйләй инек.
Төшкә табан, әсәйемдәр әйтеүенсә, упалнамуш ир кеше менән ветеринар Маһикамал апай килеп төштөләр. Ир кеше мотоцикл менән, Маһикамал апай, һәр ваҡыттағыса, һыбай.
Ағастан буралған мүкһеҙ бураларҙа йәшәй торғайныҡ. Шуларҙың берәүһенә, йыйылыш үткәрәбеҙ, тип ололар инеп китте. Баҙ, балалар, тышта уйнап йөрөйбөҙ. Бер тиҫтерерәк 3 малай, 4-5 ҡыҙ. Апайым менән өләсәйем ауылда ине.
Шунда берәүҙәрҙең ҙур һарыҡ тәкәһе була торғайны. «Тегеҙек тәкә» тип исем ҡушып алғанбыҙ, уныһы нимә аңлатҡандыр инде. Шул тәкәне үсекләйбеҙ ҙә, үҙебеҙ бура башына менеп ҡасабыҙ.
Ул көндө лә күмәкләшеп етәкләшеп һамаҡлап килә инек, эҫе көн бит инде, быҙауҙар сәнскәкләп сабышып беҙҙең өҫтән үтте лә китте. Башҡалар артыҡ зыян күрмәгән, мин иң уртала булғас уң яҡ сикәмде тишә баҫып киткән берәүһе. Артабан ни булғандыр йүнләп иҫләмәйем, мине бураға Маһикамал апай күтәреп индереп, шарылдатып ярамды таҙалап, тишек сикәмә порошоклап мамыҡ тығып ҡуйған.
Был ҙур, ҡалын кәүҙәле, һәр ваҡыт ялтырап торған
сатин салбар кейгән,
күбеһенсә һыбай йөрөгән апайға мин эстән генә һоҡланып та ҡурҡыңҡырап та ҡарай торғайным. Ул аҙнаһына бер-ике тапҡыр килә лә, дарыу артынанмы икән, районға киттем, тип , һыбай ҡайтып китә ине.
Ошо көндән һуң ул мине даими тәрбиәгә алды.
Үҙе булмағанда баяғы
порошоклы мамыҡты нисек алмаштырырға өйрәтеп әсәйемә ҡалдырып китә ине.
-Яра яйлап бөтәшә, мамыҡ бәләкәсәйә, әйҙә мин һиңә матур сәскәләр күрһәтәм, тип, мине эйәренә ултыртып, үҙе йәйәү, йәйләүҙең үрге осона алып китте был бер көн.
Ундағы сәскәләрҙең матурлығы-ы-ы, мин ошоғаса күргәнем булмағас хайран ҡалдым.
-Былар әлморон сәскәләре, ҡулың менән теймә, сәнселеп тағы яу һалырһың, тип көлә.
Әсәйемдәр беҙҙе айыу-бүренән ҡурҡытып, бер аҙым ситкә йөрөтмәгәс нимә күрәйек инде.
-Биҙунланмай ғына мамыҡты ҡуйҙыртып торһаң, яраң йүнәлһә, мин
һиңә матур бүләк алып киләм, тип Маһикамал апай ҡайтып китте...
Һүҙендә торҙо, сикәмдәге һуңғы ҡутырҙар төшөүгә
шау сәскәле, сөмөкәй генә, сынаяҡ аҫтынан саҡ ҡына ҙурыраҡ тәрилкә бүләк итте. Эй-й, ҡыуаны-у-уым!
Бала кешенең ҡыуанысын
аңлатып буламы икән?
Башҡалар йыйылып минең тәрилкәмә күҙҙәре ҡыҙып ҡарайҙар,хатта бер ҡыҙ, быҙау миңә баҫһа ни булған, тип ҡуйҙы, минең күпме ыҙалағанды белмәй инде. Ошо ваҡиға иҫемә төшкән һайын ирҙәрсә мыҡты кәүҙәле, изге йөрәкле, үҙ эшенең оҫтаһы Маһикамал апай күҙ алдыма баҫа. Ул киң йылмайып әлморон сәскәләре янында баҫып тора кеүек.
Ә сикәләге йөй «тегеҙек тәкәнән» ғүмерлек иҫтәлек булып ҡалды.

Фәриҙә Мәзитова (Ғилметдинова), Яңы Усман ауылы.

 

 

Автор:
Читайте нас: