Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Июль , 09:05

Дебет шәлгә патент алынды!

Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәген асыу тантанаһында Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова республика Башлығы Радий Хәбировҡа "Башҡорт шәле" тигән географик исемгә патент тапшырҙы.

Дебет шәлгә патент алынды!
Дебет шәлгә патент алынды!

Башҡорт шәле – Көньяҡ Уралда көн иткән башҡорт халҡы өсөн тарихи-иҡтисади, милли-мәҙәни күренеш, ти этнографтар. Ошо таулы-далалы төбәктә йорт кәзәһенең уникаль тоҡомо – йылы, матур һәм яҡшы сифатлы мамыҡ-дебет бирә торған төрө үрсегән. Унан бәйләнгән шәл йылы ла, еңел дә була (Быға тиклем уны беҙ "Оренбургский пуховый платок" булараҡ белә инек, сөнки Ырымбур баҙарҙарында һатыла ине улар, хәҙер тарихи ғәҙеллек урынлашты)

Бығы тиклем республика "Башҡорт ҡурайы" һәм "Башҡорт аты" брендына патент алғайны.

("Юлдаш" радиоһы төркөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Дебет шәлгә патент алынды!
Дебет шәлгә патент алынды!
Автор:
Читайте нас: