Башҡортостанда 2020-2022 йылдарҙа ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереүгә 6,2 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 3,6 миллиардын федераль ҡаҙна бүлгән. Программаның төп йүнәлештәре — торлаҡ, социаль объекттар, инфраструктура төҙөү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү. Өс йыл эсендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программаһы буйынса 486 ғаилә субсидия алһа, 107 ғаилә өсөн ҡуртым килешеүе буйынса йорттар төҙөлгән.
Киләсәктә «Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү» төбәк проекты сиктәрендә ял итеү зоналары, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөү, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү кеүек 684 ижтимағи әһәмиәтле проектты тормошҡа ашырыу ҡаралған. «Транспорт инфраструктураһын үҫтереү» төбәк проекты буйынса 50,3 саҡрымдан кәм булмаған дөйөм ҡулланылыштағы юлдар төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау планлаштырыла. Шулай уҡ «Хеҙмәт баҙарын үҫтереү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә 452 кеше ауыл хужалығы буйынса юғары һәм урта белем аласаҡ, 840 юғары һәм урта махсус уҡыу йортон, өҫтәмә курстарҙы тамамлаған йәш белгестәр эшкә йәлеп ителәсәк.
2023 йылда республикала 514 ауыл хужалығы предприятиеһы эшмәкәрлек алып барһа, уларҙың 93 проценты йылды табыш менән тамамлай. Үҫемлекселек тармағында һуңғы 30 йыл эсендә иң яҡшы һөҙөмтәгә 2022 йылда өлгәшелгән - иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары уңышы 5 млн тонна, майлы культуралар уңышы 592 мең тонна йыйыла. Дөйөм алғанда, 2022 йылда үҫемлек продукцияһын етештереүҙең үҫеше 165,3 процентҡа еткән.
Һуңғы 5 йыл эсендә республикала 21 индустриаль һөт фермаһы барлыҡҡа килгән. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән фермер хужалыҡтарында 2023 йылда 784 мең тонна һөт етештерелгән. Иң эре предприятиелар Ауырғазы, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан.
Йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ кеүек традицион тармаҡтарҙы һаҡлау һәм үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Рәсәйҙә бал етештереү буйынса субъекттар араһында алдынғы төбәк булып һанала. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһынан 115,3 тонна бал һәм умартасылыҡ продукттары экспортланған.
Республикала ҡымыҙ етештереү технологияларында тәжрибә уртаҡлашыу һәм был һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу маҡсатында йыл һайын ҡымыҙ эшләүселәр конкурсы үткәрелә. Ат спортының һәм һыбай йөрөүҙең абруйын күтәреү һәм популярлаштырыу буйынса ҙур эш алып барыла. «Терра Башҡортостан» ат спорты турниры, «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале республикала сағыу сараларҙың береһе булып тора. Был сараларҙа яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡатнаша һәм урындар яулайҙар.
Бөрйән районы биләмәһендә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе 2 кооператив (“Урал” һәм Салауат исемендәге хужалыҡ), 80-гә яҡын крәҫтиән фермер хужалығы һәм ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе категорияһына ҡараған хужалыҡ бар. 2019-2023 йылдарҙа район хужалыҡтары дәүләттән 23 734 688,53 һум күләмендә аҡсалата ярҙам алған. Шуның 19 323 800 һумы Агростартап программаһы буйынса алынһа, яңы эш башлаусы фермерҙарға 1 980 000 һум, ҡымыҙ етештереүселәргә 23 940 һум аҡса бүленгән. Ауыл хужалығы техникаларын һәм ҡоролмаларын һатып алыуға 1 534 583 һум күләмендә субсидия бирелгән.
Районда сәсеү майҙаны 3383 гектар. Иген культураларынан сәсеү өсөн бойҙай, һоло һәм арпа өҫтөнлөк итә, ҡалған майҙандар мал аҙығы культуралары менән тултырыла. 2023 йылда игендең тулайым йыйымы 8010 центнер тәшкил итһә, уңыш гектарынан 14,6 центнер булған.
2024 йылғы уңыш өсөн Бөрйәндә барлығы 705 гектар ер һөрөлгән, планға ҡарата - 100 процент. Хужалыҡтарҙа орлоҡ материалдарын алмаштырыу планлаштырыла. Үткән йылда дөйөм майҙаны 10 гектар булған 2 тонна элиталы орлоҡ сәселгән, хужалыҡтар тарафынан 6900 тонна бесән, 800 тонна һалам әҙерләнгән. Быйыл бесәнде Сәйәхов һәм Кинйәбаев крәҫтиән фермер хужалыҡтары тамамлаған да инде. Тәүгеһендә 15 гектар майҙандан 105 тонна бесән, икенсеһендә 10 гектарҙан 30 тонна бесән эшләнгән.