Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Июль , 10:10

Бешәкелә ҡымыҙ бешәләр!

Фәһим Хәйбуллиндың Бешәке буйындағы ҡымыҙ фермаһында гөбөрҙәтеп бейә һауалар, дөбөрҙәтеп ҡымыҙ бешәләр. Уларҙың ҡымыҙына ихтыяж ҙур – һауып, бешеп өлгөрт кенә!

Бешәкелә ҡымыҙ бешәләр!
Бешәкелә ҡымыҙ бешәләр!

- Эште башланыҡ,тип был хаҡта хәбәр итергә бушамай тик йөрөйөм бит. Бешәке буйында эштәр гөрләй.Бер минут та буш ваҡыт юҡ, шөкөр. Литр ярымлыҡ һауыттағы ҡымыҙҙы 300 һум менән һатабыҙ. 11.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем эшләйбеҙ. Шишәмбе көнө ял итәбеҙ, - тип хәбәр итә ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Альбина Хәйбуллина.

Эштәрегеҙ уң булһын, уңғандар! Йәйҙең барлыҡ шифаһын йыйған ҡымыҙығыҙ кешеләргә кинәнес, дауа булһын!

Фотолар Альбина Ғарифуллинаның сәхифәһенән.

Бешәкелә ҡымыҙ бешәләр!
Бешәкелә ҡымыҙ бешәләр!
Бешәкелә ҡымыҙ бешәләр!
Бешәкелә ҡымыҙ бешәләр!
Бешәкелә ҡымыҙ бешәләр!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: