Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Июнь , 15:05

Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?

Умартасылар өсөн, айырыуса бөрйән солоҡ ҡортон өйрәнеү һәм уны һаҡлау эштәре менән булышыусы “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре өсөн һуңғы өс йыл бик ауыр булды. Бында төп ғәйеп – ебәк күбәләгендә.

Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?
Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?

Умартасылар өсөн, айырыуса бөрйән солоҡ ҡортон өйрәнеү һәм уны һаҡлау эштәре менән булышыусы “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре өсөн һуңғы өс йыл бик ауыр булды. Бында төп ғәйеп – ебәк күбәләгендә. Уның ҡарышлауыҡтары төп бал биреү сығанағы булған йүкәнең япраҡтарын ашай. “Бөрйән” бал ҡорто эволюция процесында йүкә менән тығыҙ бәйләнештә булған.

 

-Беҙҙең ҡорттарҙың мороно ҡыҫҡа, һөҙөмтәлә, был уларға һәр төрлө үләндәрҙән бал йыйыу мөмкинлеген сикләй. Шуға күрә урындағы бал ҡорттары тарафынан йыйылған балдың 70 проценты йүкәнән әҙерләнә.

Был “бөрйәнкәй”ҙең тағы бер мөһим сифаты менән компенсациялана -  ул бик эшсән ҡорт.

Йүкә гөрләп сәскә атҡан мәлдәрҙә урындағы бал ҡорттары ике көн эсендә барлыҡ кәрәҙҙәрҙе хуш еҫле йүкә балы менән тултырып бөтөргә һәләтле. Ә йүкәнең сәскә атыу миҙгеле ҡыҫҡа ғына – аҙна, ике аҙна тирәһе генә. Ләкин ошо ғына ваҡыт арауығы ла “бөрйәнкәй”ҙәр өсөн артығы менән йыллыҡ запас әҙерләргә етә. Иң мөһиме, ныҡ эҫе булмаһын, көслө ямғырҙар булмаһын.

Ебәк күбәләгенә бәйле кризисты һуңғы йылдарҙағы аномаль эҫеләр ҙә ҡатмарлаштырып ебәрҙе. Үләндәр нектарҙы насар бүлеп сығарҙы. Шуға, исмаһам, болон балы йыйырға ла мөмкинлек булманы.

Быйыл йәнә бер бәлә килеп сыҡты – яҙ аҙағындағы, йәй башындағы ҡырауҙар. Сәскәләрҙең сәскәлектәре (төймәсектәре, русса - бутондары) генә түгел, япраҡтарға хәтлем туңды. Шуға күрә оҙаҡ көткән йүкә балы, шулай уҡ солоҡ балы, булмаясаҡ йәки бик әҙ генә буласаҡ.

Ҡортсолоҡта ябай булмаған мәлдәр көтөлә. Ләкин беҙ, беҙҙең үҙенсәлекле ҡорттарыбыҙҙың популяцияһы алдағы йылдарҙа тергеҙелер, тип өмөтләнәбеҙ, - тип хәбәр итәләр
С любовью, Шульган-Таш!   төркөмөндә. (Фотолар шул төркөмдән алынды).

Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?
Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?
Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?
Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?
Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?
Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?
Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?
Йүкәләрҙән һығылып бал тамырмы?.. Бөрйән ҡорттары быйыл да йүкә балы йыя алмаҫмы?
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: