-Беҙ бала саҡтарҙа картуф сәсер өсөн ерҙе ат менән һөрә инеләр. 80-се йылдарҙа ла ат менән һөрөүселәр булды. Ҡайһы саҡта ат менән һөрөп барырҙар, артынса бураҙнаға кәртүк һалып, бер юлы сәсеп ҡуйырҙар ине.
Әүжәндә, баҡсалары ҡырын, тау битендә урынлашҡанғамы, һаман да ат һабанына өҫтөнлөк бирәләр. Һабан таҡҡан тракторҙар булыуға ҡарамаҫтан, ат һабанына оҙон сират. Ат менән ер һөрҙөрөү тракторҙыҡына ҡарағанда ике тапҡыр ҡыйбатыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, күптәр ат менән һөрҙөрөргә тырыша.
Хәҙер инде "Беларусь" тракторҙары менән һөрҙөрөүгә күнекккәнбеҙ. Һуңғы йылдарҙа кәртүк баҡсаһын тағылмалы фреза менән эшкәртә башланылар. Фреза һабан кеүек ерҙе бер яҡҡа ышырмай, ситендәге сиҙәмде лә боҙмай, ер көл кеүек кенә йомшаҡ булып эшкәртелә, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Фәрзәт Мөхәмәдйән улы.
Мәғлүмәт һәм фотолар Фарзат Кагарманов сәхифәһенән.