Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Апрель , 17:30

Яҙғы баҫыу эштәре башланды

Фәнис Сәйәховтың крәҫтиән-фермер хужалығынды яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелде.

Яҙғы баҫыу эштәре башланды
Яҙғы баҫыу эштәре башланды

Әлеге ваҡыта хужалыҡ эшсәндәре күпйыллыҡ үләндәрҙе ашлай. Дым бар саҡта сәсеүҙе лә оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа иҫәптәре – яҡын көндәрҙә сәсеүгә төшмәкселәр.

Сәсеүгә техникалары әҙер. Яҡшы хужа булған ерҙә нужа булмаҫ, тигәндәй, Фәнис Сәйәховтың тракторҙары һәм уларға тағылмалары техник күҙәтеү үткәндә лә иң яҡшылар рәтендә баһаланған.

Баҫыу эшсәндәренә уңыштар!

Яҙғы баҫыу эштәре башланды
Яҙғы баҫыу эштәре башланды
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: