19 йәшлек Алина Ғәлиуллина райондың «Ҡыҙыл Башҡортостан» ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй. Ҡыҙ һөнәрен икеләнмәйенсә һайлаған, сөнки хәҙер инде был ғаилә эшенә әйләнгән.
«Олатаһы, атаһы, ағаһы — бөтәһе лә тракторсылар, — тип хәбәр итте министр. — Баймаҡ колледжын тамамлағандан һуң Алина Хеҙмәт министрлығының мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, эш эҙләүселәр өсөн маҡсатлы социаль ярҙам программаһында ҡатнаша. Социаль контракт төҙөгәс, эше лә табыла, эшкә урынлашҡандан һуң тәүге айҙарҙа һиҙелерлек финанс ярҙамы күрһәтелә».
Ҡыҙ «Ҡыҙыл Башҡортостан» предприятиеһында үткән йылдың сентябренән алып эшләй. Эшен бик ярата, яҙҙы көтә. Әле бригадаһы менән техниканы сәсеүгә әҙерләй. Коллегалары араларындағы берҙән-бер ҡыҙға иғтибарлы, уның эшкә һәләтен бик маҡтай, тип билдәләне Ленара Иванова.
Фото:Ленара Иванова, телеграм