1993 йылда ҡабул ителгән «Ветеринария тураһында»ғы Федераль закондың 18-се статьяһына ярашлы, мал хужалары һәм малсылыҡ продукттары етештереүселәр мал ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм малсылыҡ продукттарының ветеринария-санитария йәһәтенән хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн хужалыҡ һәм ветеринария сараларын үткәрергә, ветеринария белгестәренең талабы буйынса малдарҙы тикшереү өсөн уларға күрһәтергә бурыслы.
Планлы профилактик ветеринар эшкәртеүҙәргә хайуандарҙы вакцинациялауҙан тыш, хайуандарҙың төрлө ауырыуҙарын тикшереү өсөн ҡан алыу ҙа инә. 2 айҙан өлкән булған бөтә хайуандар тикшерелергә тейеш.
Эре мөгөҙлө малдарҙа бруцеллез, лейкоз, туберкулезға аллергик тикшереү үткәрәләр. Хайуандар себер язваһына һәм эмфизематоз карбункулға ҡаршы вакцинациялана. Ваҡ малдарҙы бруцеллезға тикшерәләр һәм себер язваһына ҡаршы вакцинациялайҙар. Аттарҙы осраҡлы ауырыуға, бруцеллезға тикшерәләр, себер язваһына ҡаршы вакцинациялайҙар. Сусҡаларҙы классик чумаға һәм себер язваһына ҡаршы вакцинациялайҙар.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ветеринар эшкәртеүҙең һәр төрөнә раҫланған форма акты төҙөлә һәм тейешле мәғлүмәттәр журналға индерелә. Был документтар мал ташығанда, һөт продукцияларын һатыуға сығарғанда, малды һуйған осраҡта ветеринар оҙатыу документтарын биреү өсөн кәрәк була.
Ветеринар эшкәртеүҙәр хужалыҡта булған бөтә мал өсөн дә уҙғарылырға тейеш. Һәр хужа был сараларҙың үткәрелеүе үҙенең малы өсөн генә түгел, ә тотош райондың эпизоотик именлеген тәьмин итеү өсөн дә кәрәклеген аңларға тейеш.
Һорауҙар булһа, 8 (34755) 3-55-65, 3-20-11 телефон һандары буйынса белешергә мөмкин.
Бөрйән район ветеринария станцияһы.