Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Ноябрь 2023, 08:50

Аҫҡарҙа ла ҡаҙ өмәһе гөрләгән

Ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ торһа ла, ҡар булмаһа ла, халыҡ ҡош-ҡортон эш итеүгә дәррәү тотондо – ауылдарҙа күңелле ҡаҙ өмәләре дауам итә. Өмәселәргә өлөшләп ҡаҙ ашы ашатып, ҡул хәйере биреп, рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалған Аҫҡарҙағы ҡаҙ өмәһенә килгәндәрҙе йорт хужабикәһе Заһиҙә Ғәбиҙуллина.

Аҫҡарҙа ла ҡаҙ өмәһе гөрләгән
Аҫҡарҙа ла ҡаҙ өмәһе гөрләгән

-Ҡыҙҙар йыйылған өйгә,
Ҡыҙҙар килгән өмәгә,
Нисек итеп ҡаҙ йолҡорға
Еңгәләрҙән күрмәгә.
Ҡаҙ өмәһе, Ҡаҙ өмәһе
Алдарҙа ҡаҙҙар ғына.
Ҡаҙ өмәһенә йыйыла
Гел уңған ҡыҙҙар ғына.
Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Октябрь-ноябрь айҙарында ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.
Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таһыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто ҡотло ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр. Байлыҡ, муллыҡ байрамына әүерелгән Ҡаҙ өмәһе бына бөгөн дә Аҫҡар ауылында шаулап гөрләп үтте.
Ҡаҙ ҡанаты, ҡаҙ өмәһе
Йылдарына бер була.
Үҙе йырлы, үҙе моңло
Ауыл шатлыҡҡа тула.
Ысынлап та, бергәләшеп эшләнгән эш үҙе үк байрам төҫө ала.Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп эшләнгән эш һә тигәнсе эшләнеп тә бөтә. Ағинәйҙәр,мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ,ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә атҡарып сығылды был күңелле байрам. Ҡаҙ өмәһе үҙенең эсенә алған бәләкәй генә йолалары менән дә бай. Ошо йолаларҙы теүәл үтәп, эште тиҙ ыратып, теүәлләп тә ҡуйҙы уңған өмәселәр. Өмәселәргә өлөшләп ҡаҙ ашы ашатып, ҡул хәйере биреп, рәхмәттәр әйтеп оҙа¬тып ҡалды йорт хужабикәһе Заһиҙә Ғәбиҙуллина.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә, - тип хәбәр итәләр Аҫҡар ауыл китапханаһы төркөмөндә.

 

Аскаровская Сельская-Библиотека

 

 

Аҫҡарҙа ла ҡаҙ өмәһе гөрләгән
Аҫҡарҙа ла ҡаҙ өмәһе гөрләгән
Аҫҡарҙа ла ҡаҙ өмәһе гөрләгән
Аҫҡарҙа ла ҡаҙ өмәһе гөрләгән
Автор:
Читайте нас: