Флүрә Йомағужина:
-Бөгөн - Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө!
Быҫҡаҡлай-быҫҡаҡлай өҙлөкһөҙ яуған көҙгө ямғыры менән бөгөнгө көн дә уҙып бара.
Был көн дә онотолор, тарих төпкөлөндә тороп ҡалыр.
Онотолған колхоз-совхоздар ише, онотолған бөтә көсөн, һаулығын күмәк хужалыҡтарҙы алға ебәреү өсөн биргән,
күптәре баҡыйлыҡҡа күскән, иҫәндәре әбей - бабай булған, йә оло йәшкә етеп барған элекке ауыл хужалығында эшләгән кешеләр ише.
Эйе, онотолдолар, онотолдоҡ...
Әле иртәнән алып интернет селтәренә инеп сыҡҡан арала бер генә төркөмдә лә, ваптсапта ла ауыл хужалығы эшсәндәрен ҡотлау, йә ошо көндө иҫкә төшөрөү яҙмаларын күрмәнем.
Бик үкенесле, ултырып иларлыҡ, хәтер ҡалдырырлыҡ.
Әле яңы ғына уҡытыусылар көнө, унан алдараҡ медицина хеҙмәткәрҙәре көнө булды. Ҡотлауҙар, матур теләктәр, хәтирәләр менән интернет тулды, гәзиттәр тулды. Көн һайын, тигәндәй, берәй профессия кешеләре көнө булып тора, йә булмаһа, ҡосаҡлашыу көнө, үбешеү көнө тигән кеүек туҙға яҙмағандары осрай.
Улары ла бар кешегә билдәле була.
Ысынлап тороп ныҡ хәтерем ҡалып ултырам.
Ашаған табаҡҡа төкөрҙө бит халыҡ.
Беҙҙең бәләкәй генә "Шүлгән - Таш" совхозында 300 - гә яҡын кеше эшләне.Ауылыбыҙҙа 100 -ҙән артыҡ совхоз эшсәне булды.
Ауыл һайын гөрләп торған фермалар, иген сәселгән йөҙәр гектарлап баҫыуҙар... Шул системала көнөн - төнөн, ал - ял белмәй эшләгән эшселәр, йөрәктәрегеҙ һыҙлайҙыр!
Һыуыҡ тракторҙарҙа, машиналарҙа йөрөп, ҡул менән тиҫтәләрсә һыйыр һауып, һаулығын бөтөргән эшсәндәр, йәнегеҙ әрнейҙер!
Ғәфү итегеҙ!
Байрам менән Һеҙҙе!
*
Таңһылыу Нурғәлина:
-Дөрөҫ, Флүрә, минең уйҙы ярып һалғанһың... Эйе, таңғы биштән тороп, кешенең тәмле йоҡоһонда, 30 градус һыуыҡта ла резинкә итек менән ҡыптырлап, көнөнә өс тапҡыр ферма юлын тапаныҡ.Беҙ эштән ҡайтҡанда ауыл йоҡлай торғайны. Яҙ етеү менән, өйөңдө ҡалдырып, биш айға 60 км-ға йәйләүгә күс. Минең дә шул хәтлем эсем боша - ололар көнөндә, әсәйҙәр көнөндә барлыҡ ойошмалар ветерандарын ҡотлай, ә беҙ хөкүмәттең үгәйһетелгән кешеләре - элекке колхозсылар... Хәлегеҙ нисек тип һораусы ла юҡ, исмаһам...
Сәриә Минһажева:
-Ошо байрам еткән һайын минең оҙаҡ йылдар Белорет районының Калинин исемендәге колхозында оҙаҡ йылдар тракторист, һуңынан заправщик булып саҡ ҡына пенсия йәшенә етә алмай больницала астманан мәрхүм булған үгәй атайым иҫкә төшә.Улар ал-ял белмәй эшләнеләр. Тәүгеләрҙә булып “Запорожец” машинаһын да уға бирҙеләр. Рәхмәт шул йылдағы колхоз етәселәренә. Ләкин уларҙың тынғыһыҙ, ялһыҙ эшләгән игенселәрҙе хөрмәт итмәүселәр булды. Леспромхоз эшселәренең магазины булды. Унда икмәк һата торғайнылар леспрмхоз зшселәренә. Мине әсәйем бер көн шул магазинға икмәккә ебәрҙе. Инде сиратым килеп еткәйне, "Ул колхозник балаһы”, - тинеләр. Мин икмәһеҙ өйгә ҡайттым. Ул ваытта миңә ун йәш ине, ә хәҙер 72 йәш. Нисәмә йылдар үтһә лә, шул магазин күҙ алдымда. Икмәк үҫтереүселәргә дан !
Гөлсирә Науразбаева:
-Флүрә апай дөрөҫ яҙағыҙ. Ең һыҙғанып, көн, тимәй, төн, тимәй, ямғырмы-ҡармы, эшкә йөрөгән ауыл хужалығы эшселәре онотолдо. Былай ҙа әҙ генә ҡалып баралар бит инде. Таңғы 5-тән резинка итектәр кейеп һыйыр һауа китеп барған һауынсылар, сатнама һыуыҡта урманға китеп барған трактористар, ауыл хужалығының башҡа тармаҡтарында эшләгән эшселәр онотолдо тиһәңдә була. Оло быуын кешеләренә йөрөп хәлдәрен белешеп, байрам менән ҡотлап, әҙерәк кенә күстәнәс тоттороп китһәләр ҙә күңелдәре булыр ине
Иршат Теләмбитов:
-Хәҙер колхоз-совхоз тип һаулығын юғалтҡан ауыл эшсәндәре минималь пенсия ала бит!