Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Октябрь 2023, 20:00

Варроатозға ҡаршы – эҫе “мунса”

Бөгөн ҡорт ауырыуының иң үҙәккә үткәргәне булып варроатоз иҫәпләнә. Был талпан беҙгә үткән быуаттың 80-се йылдарынан бирле таныш. Бына нисәмә йыл инде ул бал ҡортона ла, ҡортсоға ла, ғалимға ла тынғы бирмәй. Беләбеҙ, бөгөн был талпанға ҡаршы дарыуҙарҙың ниндәйе генә юҡ. Ә талпан барыбер бирешмәй. Ул һис кенә лә артҡа сигенергә уйламай.

Тәүҙә “мунса” ысулын ҡулланыу юлдарын асыҡлайыҡ. Бында ике юл бар. Беренсе юл – күс умартала ҡала. Был осраҡта умарта аҫтына йылытҡыс ҡуйыла һәм оя ошо рәүештә йылытыла. Әлбиттә, ҡулланыуы уңайлы. Әммә кире яҡтары күп. Берҙән, оялағы температураны тикшереүе ауыр, күпме талпан ҡолап төшкәнен белеп булмай. Икенсенән, күп осраҡта инә ҡорт зәғифләнә. Ҡапылдан ғына умарта эсендә температура күтәрелә башлағас, эшсе ҡорттар инә ҡортто уратып ала. Үҙҙәренсә ҡотҡарабыҙ тип уйлайҙар улар. Әммә умартала эҫелек һаман көсәйә бара. Һөҙөмтәлә, эшсе ҡорттар инәне йә бешереп, йә зәғифләп, йә үлтереп ҡуя. Шуға күрә был юлды ҡулланғанда инә ҡортто алдан уҡ оянан алырға кәрәк була. Өсөнсөнән, умарталыҡта умарталар бер үк булырға тейеш. Ә күп осраҡта улар бер-береһенән айырыла. Ҡайһыһы ҡалын, ҡайһыһы нәҙек таҡтанан эшләнгән. Ҡарағайҙан эшләнгәне лә бар, шыршынан эшләнгәне лә осрай, заманса пластмасс умарталар ҙа була. Икенсе юл – бал ҡорттары умартанан алына. Был осраҡта улар айырым һауытҡа күсерелә. Әлбиттә, эше күп. Етмәһә, эш ҡеүәте түбән. Көн эсендә ун биш - егерме күсте эшкәртеп булалыр. Шуға өҫтәп “мунса” ҡоролмаһының хаҡы ҡиммәт. Бөгөн ул сама менән йөҙ мең тирәһе торалыр. Уның ҡарауы һөҙөмтә һәйбәт. Иң мөһиме, күпме талпан ҡойолоп төшкәнен тикшереп була. Был ысулды ҡулланыуҙың тағы бер мөһим ыңғай яғы бар. Билдәле-билдәһеҙ дарыуҙар ҡулланылмағас, балдың таҙалығы һаҡланыла.      

(Тулыраҡ - гәзиттә).

Автор:Ә. Шәрипов.
Читайте нас: