+11 °С
Болотло
Быйыл район аграрийҙары мал аҙығы әҙерләү, көҙгө уңыш йыйыу осорон нисек үткәрҙе, ҡышҡа әҙерлек ниндәй кимәлдә – Айгиз Юлай улы менән әңгәмә ошо хаҡта.
- Быйылғы яҙ ҙа, йәй ҙә ҡырыҫыраҡ килде – ауыл хужалығы өсөн еңелдән булманы. Яҙ иген сәскән мәлдә ҡоро торһа, йәйге эҫеләрҙе әйтеп тораһы ла түгел.
Шулай ҙа райондың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре һәр йәһәттән тырышлыҡ күрһәтте: 705 гектар майҙанға бөртөклө культуралар сәселде, шуның 505 гектар майҙанына сәскән иген юғалтыуһыҙ ғына урып алынды (60 га майҙанда – бойҙай, 50 га майҙанда – арпа, 395 га майҙанда һоло), 200 гектар ерҙә сәселгән иген бесәнгә (зеленка) сабып алынды. Ҡыҫҡаһы, аграрийҙар һәптеюҡ уңыш алырға өлгәштеләр.