Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Сентябрь 2023, 14:55

Брәтәктә картуф уңған икән. Хәлим әйтә...

Ямғырҙар әҙерәк ҡамасау итһә лә, күптәр картуфтарын ҡаҙып алып бөтөп бара. Уңыш нисек булды һуң быйыл? Бынау ямғырҙарҙа картуфығыҙ серемәгәнме?

Брәтәктә картуф уңған икән. Хәлим әйтә...
Брәтәктә картуф уңған икән. Хәлим әйтә...

-Быйылғы йылда бәрәңге күҙгә күренеп уңған - Хоҙайға рәхмәт инде.
Ашаған ризығыбыҙ шул - икенсе икмәк бит.  Июнь айы етһә, тракторға һабан тағып, ерҙе һөрҙөрәбеҙ, унан һуң беребеҙ ҡулға көрәк, икенсебеҙ ҡулға биҙрә алып сәсәбеҙ, аҙаҡ ҡыйын утайбыҙ. Әлбиттә, мин ҡыйын утарға яратмайым,  ул эш апайыма йә әсәйемә эләгә, мин ҡулыма мәтүк алып, күмергә генә яратам.
Сәскән ваҡытта ни бары ике генә тоҡ китте.
Теүәл генә өс көн ҡаҙылды.Ҡабаланмай, үҙ яйыбыҙға ғына йөрөп ҡаҙып алдыҡ. Ямғыры ла әҙерәк булды, һибәләп үтһә лә, әммә эш туҡтаманы, дауам итте.
Алла бирһа көҙ, ҡыш айҙарында имен-аман ашарға яҙһын, - тип яҙа Брәтәктән йырсы егет Хәлим Ғәлиуллин.

Ә һеҙҙә нисек булды уңыш, дуҫтар?

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: