Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Сентябрь 2023, 08:35

Үәт, ашҡабаҡ! Шифалы ла, туҡлыҡлы ла...

Әбйәлилдә йәшәүсе Һаҙый Мөхәмәтйәнов үҫтергән ашҡабаҡ был. Ике ашҡабағы бер арба булған да ҡуйған! Ә һеҙ ашҡабаҡ үҫтерҙегеҙме, дуҫтар? Бәлки, һеҙҙә тағы ла ҙурырағы барҙыр? Йәки һеҙҙң ашҡабаҡтар бер өйөм булғандыр... Фотолар менән бүлешеп алайыҡ әле. Әйткәндәй, ашҡабаҡ бик файҙалы, организм өсөн шифалы йәшелсә.

Үәт, ашҡабаҡ! Шифалы ла, туҡлыҡлы ла...
Үәт, ашҡабаҡ! Шифалы ла, туҡлыҡлы ла...

Ашҡабаҡтың төрҙәре һәм сорттары бик күп. Уларҙы ҡулланыу буйынса ике төргә бүлеп була. Мал аҙығы булараҡ файҙалана торған сорттар.

Шулай уҡ, аш-һыу әҙерләү өсөн үҫтерелгән сорттар. Бындайҙарының итсәһе һутлы, шәрбәтле, каротиндарға бик бай була. Каротиндарға бай итсә һары, һарғылт-ҡыҙыл төҫтә була.

Унан бутҡа, аш, пюре, повидло, мармелад, һут әҙерләргә, ҡоймаҡ һәм ҡабартма бешерергә, һәр төрлө аш-һыуға ҡушырға мөмкин. Майҙа ҡыҙҙырып алып йәшелсә икраһы эшләйҙәр. Эсендә төрлө бутҡа һәм ит аҙыҡтары бешереп була.

Берҙән, был аҙыҡтар туҡлыҡлы ла, шифалы дауа булыуҙары менән дә ҡиммәтле, икенгсенән, витаминдар, минераль тоҙҙарға бай. Составындағы органик кислоталарҙың әһәмиәте лә организм өсөн баһалап бөткөһөҙ.

Бөйөр, бауырҙы таҙарта. Лимфа- һәм ҡан тамырҙарын таҙарта. Шешенгәндә, организмдан артыҡ һыуҙы ҡыуҙыра.

Орлоҡтары бик туҡлыҡлы һәм затлы ризыҡ. Башҡорттар орлоҡтарынан элек май ҙа айырып ала белгәндәр.

Шулай уҡ эсәктәрҙәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуҙырыу өсөн ҡулланғандар.

(Мәғлүмәт интернет селтәрендәге асыҡ сығанаҡтан алынды)

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: