Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Сентябрь 2023, 15:35

“Ҡыҙҙар, минән ҡасмағыҙ, минең 5 кила шәкәрем бар...”

Шәкәргә лә иҫтәре китмәгәс был ҡыҙҙарҙың:  - Ҡыҙҙар, минең "баҫпортым" бар бит ул. Күрһәтәйемме, - тип тегеләрҙе йәнә баҫтыра, ти...

“Ҡыҙҙар, минән ҡасмағыҙ,  минең 5 кила шәкәрем бар...”
“Ҡыҙҙар, минән ҡасмағыҙ, минең 5 кила шәкәрем бар...”

Был фотола әсәйем дә бар, алғы рәттә бәләкәй ҡустым Айнур менән йәнәш ултыра.
Ҡотан фермаһының Ҡарағай йылға йәйләүенең тәбиғәте.
Ошо ҡайын төбөндә эскәмйә ултыра ине, бейер өсөн ергә бер нисә таҡта һалынған.
Эй, йәш саҡ... Ниндәй заман булһала, үҙенең яҙылмаған ҡануны бар  - "Йәшлек" тигән.
Киске уйынға Ҡасҡын, Санъяп тигән ауылдарҙан Күгәрсен районы егеттәре килә торғайнылар.
Беҙгә ул уйындарға сығырға рөхсәт юҡ.
Атай уҫал (ул да көтөү көтә ине).
Барыһы ла белә беҙҙең атайыбыҙ уҫал икәнен, шуға беҙгә "һылыуҙар" тип кенә өндәшәләр ине. Беҙҙең янға яҡын килергә ҡурҡтылар.
Егеттәр- ҡыҙҙар үҙ парҙарын табып, осрашып йөрөйҙәр...
Эй, бер егетте гел генә иҫләйбеҙ - көн дә иптәштәренә эйәреп килә был.
Дуҫтары, дәртләндереп, ҡыҙҙар менән таныштырабыҙ, тип алып киләләр икән. Туҡһанынсы йылдар башы, талон ваҡыты.
Он, шәкәр йән башына килолап ҡына таратылған саҡ.
Был көтөүсе егеткә 5 килограмм шәкәр ҡайҙан килеп эләккәндер:
-Ҡыҙҙар, минән ҡасмағыҙ,  минең 5 кила шәкәрем бар, - тип ҡыҙҙарға эйәреп йөрөгән.
Былар, уға ҡарамағас, теге егет уларҙың күңеленә яңынан юл яра башлаған.

 Шәкәргә лә иҫтәре китмәгәс был ҡыҙҙарҙың:

 - Ҡыҙҙар, минең "баҫпортым" бар бит ул. Күрһәтәйемме, - тип тегеләрҙе йәнә баҫтыра, ти...
Бөгөнгө көндә лә үҙ-ара осрашҡанда, шул егетте иҫкә төшөрөп, ул һүҙҙәрҙе лаҡап итеп ҡулланабыҙ.
Ос тиҫтә йыл үтһә лә, бөгөнгөләй иҫтә. Ҡыҙыҡтары ла, күңелде уйнатҡан урындарҙы ла һағындыра...

Рузалия Ҡаһарманова, Яңы Усман ауылы.

 

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: