Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Август 2023, 11:50

Картуф алыуға йылыта, тип вәғәҙә бирә синоптиктар

Эҫе булһа, беҙгә һыуыҡ кәрәк, һыуытһа, йылы көтә башлайбыҙ. Ямғырҙар ҡасанға тиклем һуҙылыр? Йылы көндәр ҡасан килер?

Картуф алыуға йылыта, тип вәғәҙә бирә синоптиктар
Картуф алыуға йылыта, тип вәғәҙә бирә синоптиктар

Башҡортостанда алдағы аҙнала болотло һауа торошо көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәренә ярашлы, 6 сентябргә тиклем республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, һауа температураһының 19 градус булыуы фаразлана.  Ә йәкшәмбе, 3 сентябрҙә, термометр бағанаһы 28 градусҡаса күтәрелә.

7 сентябрҙән Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡояшлы һәм йылы көндәр көтә. Көндөҙ уртаса +24 градус, төндә иһә +13 градус була.

28 августа ямғыр, төндә урыны менән көслө ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр.

Һауа температураһы төндә +4, +9, көндөҙ +10, +15 градус. Ямғыр яуғанда автомобиль юлдарында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-28/sinoptiktar-bash-ortostanda-k-nd-r-e-asan-yylynyuyn-h-b-r-itte-3408533

 

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: