Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Август 2023, 16:35

Бесән мәле

1975 йылғы ҡоролоҡта, күптәр бесән булмау сәбәпле, малдарын кәметһә, беҙ малдарҙы теүәл сығарыу ғына түгел, хатта туғандарға ла бесән тараттыҡ. Һарайҙы тултырғансы ҡайын, уҫаҡ миндеге әҙерләнек. Фәүриә апайым ауыл тирәләй, ҡайҙа салғыға эләгерҙәй үлән бар, шуны сабып, төшкә тиклем бер тоҡ, төштән һуң бер тоҡҡа тултырып ташыны. Мин иптәш булып, бесән сүпләшкән булып йөрөнөм. Ул йылдың ҡышы бар халыҡ, шул иҫәптән беҙ ҙә, малдарға ҡарағай йәйеге лә ашаттыҡ.

Бесән мәле
Бесән мәле

Хәҙер күпселек халыҡ бесәнде “механизированный”, йәғни техника ярҙамында әҙерләп ала. Кәсилкә менән саптырып, грәбилкә менән йыйып, прессподборщик менән төргәктәргә төрөп ҡуялар. КУН-лы “беларустар” төргәктәрҙе тейәп алып ҡайтып өйөп тә ҡуя, ҡул көсө ҡулланылмай ҙа тип әйтергә була.
Беҙҙең бала саҡтағы бесән эшләүҙәр, нисектер икенсе бер доньялағы кеүек тойола хәҙер.
Бала саҡта бесән эшләнем тип әйтә лә алмайым инде. 5-се класты тамамлағас та йәйҙәрем урманда, сайыр һыҙыуҙа үтте. Тик 9-сы класты тамамлағас ҡына, атайым сайыр мискәләрен ат менән ташый башлағас, бесән эшләшергә мөмкинлек булды. Шул мәлдә генә тәүге тапҡыр ихласлап ҡулыма салғы алғанмындыр.
Сабынлыҡ тигәнебеҙ ағас ултыртылған бураҙна аралары булды. Төп сабынлыҡтарыбыҙ Тәрән ятыу тауы һырттарында урынлашҡан ине. Сабынлыҡтарҙы үҙебеҙсә атап алдыҡ. Иң яҡыны - Ҡотоҡ эргәһе, ауылдан саҡрым ярым самаһы , унан Ҡыуыш эргәһе, Тәрән ятыу башы һәм иң алыҫы – Төпкөлгә 3,5 саҡрым булғандыр. Ҡотоҡ эргәһенән башҡа сабынлаҡтарҙа һыу булманы, 5 литрлыҡ кәнистрҙәрҙә һыуҙы йөкмәп алып барыр кәрәк. Ултыртылған ағастар үҫә барған һайын, үлән шыйығая, күләгә урындар күбәйә, ҡараңғы урындағы бесәнде йыйып, яҡты урындарға сығарып, таратып киптерер кәрәк, бакуйҙы әйләндермәй , тура йыйған мәлдәр һирәк булғандыр.Кәбәндәр ҙә тағанлап ҡойолдо, ел һуғып торһон өсөн. Туғайҙа ятҡан “нагул” малдарының көтөүсеһе менән дә уртаҡ тел табырға, “күңелен күрергә” кәрәк. Әгәр көтөүсе менән килешә алмаһаң, 200 баш малды сабынлығыңдан берҙе генә үткәрһә, тапалған үләнде тырышһаң да сабып булмаясаҡ.
Былай ҙа, колхоз биләмәләре араһында утрау кеүек урынлашҡан, магазины бай, эшселәре яҡшы эш хаҡы алған Кордон эшселәр поселогын етәкселәр күрә алманы. Юғары вольтлы электр линияһы ауыл аша үтһә лә, Кордонға үкәрмәнеләр, төп юл ауыл аша үтһә лә, юлға ҡырсын түккәндә лә, ауылды аша үтеп түктеләр. Муса туғайына коршовка эшләп, ауыл өйҙәренә терәтеп иген сәселһә, икенсе осона һимертергә малдар һалынды, нисектә, мөмкин тиклем эшселәр поселогына мал тотоу өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙырырға тырыштылар. Хатта беҙ бәләкәй саҡта, яр буйынан рөхсәтһеҙ бесән әҙерләгәнһегеҙ, тип, кәртә башындағы бесәнде колхозға тейәп алып киткән осраҡтар ҙа булды. Мин Павловкала уҡып йөрөгәндә, ауылды колхоз ҡыҫмаҡҡа алды, мал көтәргә мөмкинселек юҡ, - тип “Совет Башҡортостаны” гәзитенә мәҡәлә яҙғас, Төпкөлдәге сабынлыҡтың асығыраҡ 5 күбәлек ерен, “Урал” колхозыныҡылар килеп, силосҡа тип сабып алып киткәндәр. Саптырырға килгән колхоз түрәһе әсәйемдең һорауына: “Ана, бесәнде яҙыусы малайыңдан һорарһың”, - тип яуаплаған.
Ҡайҙа сабырлыҡ урын бар – бер күбәлек булһа ла, асығыраҡ урман араһымы, яр буйымы – төрлө ерҙән соҡоп, 2 һыйыр, һарыҡтарға бесән еткерҙек.

1975 йылғы ҡоролоҡта, күптәр бесән булмау сәбәпле, малдарын кәметһә, беҙ малдарҙы теүәл сығарыу ғына түгел, хатта туғандарға ла бесән тараттыҡ. Һарайҙы тултырғансы ҡайын, уҫаҡ миндеге әҙерләнек. Фәүриә апайым ауыл тирәләй, ҡайҙа салғыға эләгерҙәй үлән бар, шуны сабып, төшкә тиклем бер тоҡ, төштән һуң бер тоҡҡа тултырып ташыны. Мин иптәш булып, бесән сүпләшкән булып йөрөнөм. Ул йылдың ҡышы бар халыҡ, шул иҫәптән беҙ ҙә, малдарға ҡарағай йәйеге лә ашаттыҡ.
Алда яҙғанымса атайым менән мин сайырҙа йөрөнөк. Бесәнде әсәйем етәкселегендә ҡыҙҙар эшләне. Беҙ тик кәбән ҡоярға, ҡай саҡта күбәләшергә генә ҡайтабыҙ. Салғы сүкеү ҙә әсәмдең өҫтөндә, ҡатын кеше сүкегәндә аша һуғып, салғылар тулҡынланып бөтә ине. Ағас үҫентеләре араһындағы бесәнде, әйләндереп – тулғандырып киптереп, күбәләгәс, күбә тарттырыу өсөн ҙур оҫталыҡ талап ителә. Йөҙәрләгән түңгәк араһынан, үҫентеләрҙе тапатмай, ағасҡа һуҡтырмай, кәбән ҡойған урынға ҡолатмай алып барып еткерер кәрәк, күбә ебәреүсе күбеһенсә, күбә ҡоламаһын өсөн, һәнәген ҡаҙап, оҙатып бара. Кәбәндәрҙе ҡышылыҡҡа ҡалдырабыҙ, малдар емермәҫлек итеп кәртәләп ҡуябыҙ. Ҡыш нимә тура килә, атмы- трактормы тигәндәй, шулай алдырабыҙ. Ағайым КрАЗ-да йөрөй башлағас, бер көндә килеп, 20-шәр күбәлек 10- 12 кәбәнде бер көндә ташып биреп китә торғайны. Ағас ташыусы КрАЗ машинаһы лебедка ярҙамында кәбәнде йөкмәп ала ла, килтереп төшөрөп, ултырта, кәбән аҫтынынан тросты үткәреү өсөн һайғау һалып ҡалдырабыҙ.Һуңынан Фәнил ҡустым ТДТ -55 терләү тракторында кәбәндәрҙе йөкмәтеп ташыны.
Хәҙер 15 йәшлек балаларға ла үҙаллы эш ҡушарға ҡурҡабыҙ. Ә мин иҫләгәндән, 7 йәшлек Сәриә апайым, йәше тулмаған Фәнилде, Миңнурҙы алып ҡалып, донья көтә. Ҡош-ҡорттарҙы тәрбиәләп, һыйырҙар ҡайтмаҫтан алда быҙауҙарҙы эҙләп алып ҡайта, бесәнселәр ҡайтыуға ашарға бешереп ҡуя. 1970-се йылда дауыл ҡупты, көслө йәшен, ел ағастарҙы ҡолатты. Беҙ бесәндән ҡайтһаҡ – ҡабаҡ буйында ултырған 11 ҡарағай баҡсаға ҡолаған, нисектер өйгә яҡыныраҡ ултырған ҡарағай ҡоламай ҡалған, әгәр ул ҡолаһа транса ҡыйыҡлы өйҙең өҫтөнә генә төшәр ине, ә өйҙә 8 йәше лә тулмаған Сәриә апайым һәм Миңнур, Фәнил генәләр ине, көслө йәшенле дауылда нимә кисергәндәрен үҙҙәре генә белә.
Тәрән ятыу башындағы сабынлыҡтарҙа ағастар үҫеп, урманға әйләнә башлағас, 80-се йылдар аҙағында, Бүре ҡарт башындағы элекке леспромхоз диләнкәләренән сабынлыҡтар эшләп алдыҡ. Ямғырлы ваҡыттарҙа ҡыйҙарын яндырып, яйлап, бер нисә йылдар дауамында таҙартып сабынлыҡтар эшләп алдыҡ. Сабынлыҡтарҙы таҙалап ҡына бөткәйнек, лесхоз ағас ултыртып сыҡты, уларҙы ла ғәйепләп булмай, гослесфонд ере. Яйлап колхоздарҙың бөтә барыуының беҙгә лә ҡағылмай ҡалманы. Бүре ҡарт башындағы иген баҫыуы кәртәле булыуы менән беҙҙең өсөн “буфер зонаһы” ролен башҡарҙы. Ул яланға иген сәсмәй башлағас та, ялан ҡарауһыҙ ҡалды, Һарағы ауылының малдары иртә яҙҙан ҡара көҙгә саҡлы беҙҙең сабынлыҡтарҙы тапаны.
Элекке йәйләүҙәр бушап ҡалғас, Яланйылға яҡтарындағы яландарға күстек.Ғүмер буйы урман араһы, үҫмәгән диләнкәләрҙе генә сабып йөрөгәндән һуң ялан сабыу беҙҙең өсөн ожмахҡа тиң ине. Әле лә иҫтә, үҙемсә оҙон тип һаналған бакуйҙы барып сығамда, түңгәкһеҙ тигеҙ яланға, ҡалын булып ятҡан бакуйҙарға ҡарап һоҡланып торам.
Эйе, элек беҙ, леспромхоз эшселәре генә түгел, хатта колхозда эшләүселәрҙең дә күптәре диләнкәләрҙә бесән әҙерләне. Хәҙер сабынлыҡтар күп, йыбанмай кәртәләп алда, әҙерлә бесән хәлеңдән кидгәнсә. Сабынлыҡтар күбәйҙе, бесән әҙерләү күберәк техника ярҙамында башҡарыла. Тик ауылдарҙағы шәхси хужалыҡтарҙа малдар һаны йылдан –йыл кәмеүгә бара. Бының сәбәптәре лә күп – кемдеңдер тик бесән мәлендә генә тотонған техникаһын документлаштырырға хәленән килмәһә, ГСМ-дарҙың да хаҡы юғары, етмәһә айыу-бүреләр үрсене, малың көҙгөлөккә кәртәгә инмәүе лә мөмкин, тағы ла иттең хаҡы түбән булыуы етмәгән, итте рәсми һатыу өсөн район үҙәгенә алып барып, махсус урында, түләп һуйҙырыр кәрәк.

Фәрзәт Ҡаһарманов.

Бесән мәле
Бесән мәле
Бесән мәле
Бесән мәле
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: