Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Август 2023, 16:15

Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле салат

Кәрәк була: -3 кг помидор; -2 кг ташҡабаҡ...

Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле салат
Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле салат

-8 татлы борос;
-2 баш һарымһаҡ;
-200 г шәкәр;
-2 ҡалаҡ тоҙ;
-2 ҡалаҡ үҫемлек майы;
-2 ҡалаҡ аш һеркәһе (9%).


Помидорҙы эре булмаған киҫәктәргә бүләбеҙ ҙә тоҙ, шәкәр һалып утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнағандан һуң 10 минут үткәс, шаҡмаҡлап туралған ташҡабаҡ менән татлы борос өҫтәйбеҙ, үҫемлек майы ҡушабыҙ.
15 минуттан иҙелгән һарымһаҡ һалып, тағы 15 минут ҡайнатабыҙ. Артабан аш һеркәһе һалабыҙ. Шунан ҡайнап сығыу менән эҫе стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡаслайбыҙ. Банкаларҙы һыуынғансы түңкәреп ҡуйып, урап торорға кәрәк.

 

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: