Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Август 2023, 10:15

“Бесән эшләүе еңелдән булмаһа ла, бик күңелле бит ул”, ти Брәтәк ҡыҙы, журналист Эльвира Әсәҙуллина

...Төш етә башлаһа, әсәй, бәпәйем, бар, һыуға барып кил, сәй ҡайната һалып эсәйек, тиер ине. Бер юлы сиректәге тоҙло итте лә һалҡын шишмәгә алып барып сайҡатып-сайҡатып алаһың, яңы кәртүкте лә ҡырып ҡына әрсеп, ҡыуыш янына алып ҡайтаһың...

“Бесән эшләүе еңелдән булмаһа ла, бик күңелле бит ул”, ти Брәтәк ҡыҙы, журналист Эльвира Әсәҙуллина
“Бесән эшләүе еңелдән булмаһа ла, бик күңелле бит ул”, ти Брәтәк ҡыҙы, журналист Эльвира Әсәҙуллина

Эй, бесән мәле! Бесән эшләүе еңелдән булмаһа ла, бик күңелле бит ул. Элеккерәк ваҡытты әйтәм. Беҙҙе бәләкәйҙән һыуға барырға, сәй ҡайнатырға, бесән кипкәс, бакуй әйләндерергә, йыйышырға, әсәйҙәр күбә күбәләгәндә һәнәктән ҡалғанын тырмалап йөрөргә алып бара торғайнылар.
 Эй шул мәлдәр, матур ғына хәтирә булып хәтерҙә һаҡлана. Төш етә башлаһа, әсәй, бәпәйем, бар, һыуға барып кил, сәй ҡайната һалып эсәйек, тиер ине. Бер юлы сиректәге тоҙло итте лә һалҡын шишмәгә алып барып сайҡатып-сайҡатып алаһың, яңы кәртүкте лә ҡырып ҡына әрсеп, ҡыуыш янына алып ҡайтаһың. Ә ҡыуыш шәп була торғайны беҙҙең. Атай унда йыш ҡына йоҡлап ҡала ине. Олоғайғас, әлбиттә, пенсияға сыҡҡас. Ә йәшерәк сағында техника менән колхоз бесәнен саба ине, үҙебеҙҙең сабынлыҡтың яланыраҡ ерҙәрен дә косилка менән сабып китә. Ә бәләкәй "ҡолаҡ"тар ҡул менән сабыуға ҡала...
Йәйәүләп тә йөрөнөк. 4-5 км тирәһе инее, шикелле. Тау ҙа тау. Әллә нисә сабынлыҡ үтәһең, арып-талып барып етәһең. Әсәй саҡ ҡына ултырып тора ла салғыһын, яныуысын алып китә сабырға. Әҙерәк ҙурайғас, беҙ ҙә сабырға өйрәндек. Ғырш-ғырш итеп үләндәрҙе төбөнән генә сабып ауҙарып, бер юлы матур ғына бакуй итеп теҙеп һалып бараһың. Аҙаҡ, ысынлап минең бакуй микән был, тип үҙ эшеңә һоҡланып ҡарап алаһың. Салғы үтмәҫләнеп китһә, атай "саңҡ-саңҡ" иттереп сүкеп бирә. Янырға өйрәнгәнсе әллә нисә рәт бармаҡты киҫеп, кешегә күрһәтмәй генә юл япрағы менән ҡаплап, оҙонораҡ үлән һабағы менән бәйләп ҡуяһың...
Инде бакуйҙар кибеп кенә килгәндә ямғыр яуып аптыратҡан көндәр ҙә күп булды инде. Йәшел генә көйө күбәләй алһа, әсәйҙең ҡыуанысының сиге булмай. Күбәләре эре була торғайны. Ямғыр аҫтында ҡалып һыуланған бесәндең күбәһе ҡап-ҡара, һөмһөҙ булып ултыра. Кәбән ҡойғанда күбә тарттырыу вазифаһын быт-быт йә бәләкәй машина башҡара. Йә булмаһа күрше бесәнлектән атлы малай һорап тораһың. Ат булманы беҙҙең.
Иий, улайтып бесән эшләү хәҙер һирәк күренештер ул. Күптәр мал көтмәй, кемдер һатып ҡына ала, ҡалғандары техника менән генә эш итә бесәнен. Ә элегерәк ауылда йәшәп мал көтмәү тигән нәмә сәпсим булманы шикелле ул. Һауып, ҡаймаҡ бороп (сепарат айыртыу), ойотҡан ойотоп китә торғайны әсәй бесәнгә. Ҡаймаҡты ҡаплап, ҡотоҡ һыуы һалынған ҙур бак төбөнә ҡуя, һалҡынға, әсемәһен, тип. Аҡты бер ҙә исрафламай торғайны, аҙағынаса эш итә ине әсәй. Ойотҡанды йыйып, эркет ҡайнатып, әсе ҡорот эшләй. Уны киптереп, ҡыш буйы ҡоротлап сәй эсәһең, ашҡа ҡырып ҡына һалаһың.Ҡоротоң юҡмы, Хәҙисә, тип һорап килгәндәргә лә тоттороп сығара.
Шул саҡтарға хәҙер хәтирәләрҙә генә булһа ла ҡайта алыуыбыҙға шөкөр инде. Ысын ауыл тормошо менән йәшәгәнбеҙ. Атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт. Тыныс йоҡлаһындар.

Эльвира Әсәҙуллина.

“Бесән эшләүе еңелдән булмаһа ла, бик күңелле бит ул”, ти Брәтәк ҡыҙы, журналист Эльвира Әсәҙуллина
“Бесән эшләүе еңелдән булмаһа ла, бик күңелле бит ул”, ти Брәтәк ҡыҙы, журналист Эльвира Әсәҙуллина
“Бесән эшләүе еңелдән булмаһа ла, бик күңелле бит ул”, ти Брәтәк ҡыҙы, журналист Эльвира Әсәҙуллина
Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: