Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Август , 11:35

Башҡортостанда 26 районда ҡоролоҡҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Ҡайһы райондар ҡоролоҡтан айырыуса зыян күргән һуң быйыл?

Башҡортостанда 26 районда ҡоролоҡҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Башҡортостанда 26 районда ҡоролоҡҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, Әлшәй, Баҡалы, Балаҡатай, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Хәйбулла, Саҡмағош, Шаран һәм Яңауыл райондарында 28 авгусҡа тиклем ғәҙәттә тәш хәл режимы ғәмәлдә. Был муниципалитеттар ғәҙәттән тыш хәл зонаһы тип танылды.

Тармаҡ ойошмаларына крәҫтиән-фермер хужалыҡтары вәкилдәре менән берлектә ҡоролоҡ эҙемтәләрен йомшартыу буйынса саралар күрергә ҡушылды. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культуралары һәләк булыу арҡаһында килгән зыянды һәм уларҙы үҫтергәнсе тотонолған сығымдарҙы дәлилләгән документтар әҙерләргә кәрәк. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа йөкмәтелде.  

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-04/bash-ortostanda-orolo-a-b-yle-tt-n-tysh-h-l-rezhimy-inderelde-3372592

 

Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас в