Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Июль 2023, 13:00

Ҡулынан да, теленән дә килә!

Хәйер, һүҙем эш тураһында ла түгел. Эш кешеһе хаҡында. Ҡулынан да, теленән дә килгән ысын ир-уҙаман, заман геройы хаҡында  булыр был бәйәнем. Фәтих ағай Сәйфетдинов ул. Әбделмәмбәт ауылы уҙаманы. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен эштә үткәргән шәхес.

Ҡулынан да, теленән дә килә!
Ҡулынан да, теленән дә килә!

 

 Бөгөн, нимә генә тиһәң дә, ҡулынан былай теленән килгәндәр заманы – кем матур һөйләй, ышандырырлыҡ әйтә, яҙа – донъяһы ҡулында!

Эш кешеһенең ҡәҙере китеберәк, эштең үҙенә мөнәсәбәт үҙгәреп торған дәүер.

Хәйер, һүҙем эш тураһында ла түгел. Эш кешеһе хаҡында. Ҡулынан да, теленән дә килгән ысын ир-уҙаман, заман геройы хаҡында  булыр был бәйәнем.

Фәтих ағай Сәйфетдинов ул. Әбделмәмбәт ауылы уҙаманы. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен эштә үткәргән шәхес.

 Һөйләйем әле баштан

йәки  йәйләүҙә үткән баласаҡ

Фәтих Сәйфетдинов 1953 йылдың 23 июленең таңында Әбделмәмбәт ауылынан 7 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Ҡараңғы уй тигән ерҙә бесәндә тыуған.

Ер кешеһе булыры, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығына хеҙмәт итере уның тыумышында ла сағылыш тапмай ҡалмаған шулай.Нәҡ ошо көндө уның атаһы Фәсхетдин ағай ҡатыны Хөмәйрәне ауылға алып ҡайтырға тейеш булған. Яҙмыш тигәндән уҙмыш юҡ бит ул – Сәйфетдиновтар ғаиләһенә хас  әкиәттәгесә  - икәүҙән өсәү яҡшы, тип, артып ҡайтырға насип була.

Бесән звеноһында Хөмәйрә апайҙан тыш байтаҡ ҡына ҡатын-ҡыҙ, ир-ат , бала-саға була – Хәтирә һәм Хәйретдин Ғәйнуллиндар имсәк ҡыҙҙары Фатима менән, Юныс һәм Нурикамал Дауытовтар, тағы уларҙан башҡа 2-3 йәш ҡыҙ.

Хәҙерге йәштәргә боронғо тормош әкиәтерәк тойолһа ла, заман үҙенә таман кешеләрҙе тыуҙырған – балаһы тыуырҙан бер көн алда кәбән башында торған әле ул Хөмәйрә апай. Ҡайҙа ул ул осор йөклөлөктө һылтау итеп эштән ҡалыу?!

Фәтих ағайҙың кендеген дә звенола ятыусы  Нурикамал инәй ҡырҡа.

Ул осор Әбделмәмбәттә лә мәктәп дүрт класлыҡ ҡына була.Фәтих ағай йылғылар 4 класс бөтөүгә,  ауылда 5-се класс асыла. Икенсе йыл мәктәпте 8 класлыҡ итәләр, тигәстәре, Байназарҙа 5-се класты тамамлағандар ҙа, ауылға ҡайтып, былар менән бергә 5-се класта ҡайтанан уҡып ала ла китә.

Шулай итеп, уларҙың класташтары арта.

Балалыҡ йылдары фермала үтә Фәтих ағайҙың – уға 13 йәшкә тиклем атай-әсәйе йәйләү юлын тапай.

 - Йәй генә түгел, ҡышҡыһын да, мәктәпкә барғансы, йәйләүҙә йәки ҡышҡы утарҙа йәшәй инек.

Уҡый башлағас, атайҙың әсәһе Хәбирә өләсәйем менән йәшәнем. Атай-әсәй бәләкәйҙәр менән утарҙа эшләнеләр. Рәш, Муйылтүбә, Кәркәбар, Ҡарағасйорт тигән ерҙәрҙә ҡыш мал ҡышлатыла ине.

1959-1963 йылдарҙа йәйге йәйләү тик Өстамаҡта булды, ә 1964 йылда Ҡыпсаҡ фермаһының был ерен тартып алып мораҙымдарға бирҙеләр.

1964 йылда ферма Һуғанбуған, 1965 йылда Бертором аҫты (Дегәнәк) тигән ерҙә йәйләне.

1965 йыл май башында ауылдан 4 км ерҙә ятҡан Бертеш тамағы тигән ергә күсеп барғайныҡ, иртәгәһенә ошо уҡ урынға Мәһәҙей фермаһы күсеп килде. Ике ферма 5 көн бергә йәшәне, беҙҙе тағы ла был урындан ҡыуып ҡайтарҙылар.

Бер ай ферма ауылда йәшәне.Һыйырҙарҙы сеновалда һауҙылар. Атай быҙау ҡарай ине ул йылды, әсәй – һауынсы.

Дегәнәктә арлы-бирле аласыҡ эшләп (ер иҙән, түбә таҡта юҡ, өй ҡыйығы – ябыуы ғына)бер йәй ошо ерҙә йәшәнек.

1964 йылда ла, 1965 йылда ла ике ғаилә бер аласыҡта йәшәнек.

Ике йылда ла мин сусҡа ҡараным. Боролған һөттө бер тамсыһын да ҡалдырмай быҙауҙарға, сусҡаларға эсерә инек. Ай һайын миңә 8-10 һум эш хаҡы түләйҙәр ине.

Шулай итеп, мин колхозда 11 йәштән эшләй башланым.

166 йылда атайҙы почтальон итеп ҡуйҙылар һәм мин   тәүге тапҡыр йәйҙе ауылда үткәрҙем. 1967 йылдан башлап бесән звеноһына йөрөтә башланылар – дүрт йәй булдым звенола.

Пенсияға сыҡҡанда дәүләт архивынан бала саҡтағы эшләгән эшемде һанатып алдым – бала сағымда эшләгән көндәрем барлығы теүәл 600 көн булып сыҡты!

Архив хеҙмәткәре, документты миңә биргәндә: “Бындай эш көнө тик һуғыш йылы балаларында ғына була торғайны, бына һинеке лә уларҙыҡына еткән бит”, -тип әйтеп ҡалды, ти , хәтирәләргә бирелеп, Фәтих ағай.

Үҫмерлек йылдары

1968 йылда ауылда 8-се  класты тамамлап, Байназарға уҡырға бара йәш үҫмер һәм 9-сы класты 1969 йылдың 24 февраленә тиклем уҡый ҙа, башҡаса мәктәпкә бармай. Мәктәпте ташлауының төп сәбәпсеһе ғаилә хәле була: бер аҙ эшләп, өҫ-башын бөтәйтеп, берәй техникумға инеп уҡыуын артабан дауам иттермәксе була Фәтих Сәйфетдинов.

Ысынлап та, юрағаны юш килә үҫмерҙең – маҡсаты бойомға аша – шундуҡ колхозға инеп, ике ай урманда ботаҡ ботап, ағас ҡырҡҡас, апрель айында колхоздан 9 кешене ҡыуғынға ебәрәләр.

Ике аҙна ҡыуғында булып , ошо көндәргә генә 130  һум эш хаҡы алған үҫмерҙең шатлығынан башы болотҡа тейә яҙа – ул ваҡытта колхозда уртаса эш хаҡы 34-40 һумдан артмай әле.

21 октябрь көнө йәштәше Булат Мәсәғотов менән икәүләп малсылыҡҡа эшкә инәләр.

Йәше тулған 54 баш үгеҙҙе ышанып тапшыралар Фәтих Сәйфетдиновҡа. Уға ул осорҙа 16 йәш тә 3 ай була.

“Уйлап ҡараһаң, Хеҙмәт кодексы буйынса быуыны ла нығынып етмәгән, бәлиғ йәше тулмаған мин  үҫмергә шул тиклем малды тапшырып ҡуйыу ҡәтғи тыйылған булған.

Алға китеп шуны әйтәйем – үҙем зоотехник булып эшләгәндә мин ирҙәргә лә ҡышҡылыҡҡа 45 баштан артыҡ мал тапшырмай инем.

 Малдарҙы имен-һау килеш май айына тиклем ҡараным. Эш хаҡым да яҡшы ине”-, ти, йәшләй генә эшкә егелгән дәүерен иҫкә алып Фәтих ағай.

Студент саҡ йәки  әрмелә саҡта уҡ эшкә алдылар...

“Бер ҡат һәйбәт итеп кейенеп алдым һәм 1970 йылдың 1 сентябрендә Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының зоотехния факультетында уҡый башланым.Белемем  - 8 класс. Шуға күрә оҙаҡ уҡыттылар. Өс йыл ярым.

1974 йылдың февраль аҙағында техникумды тамамлап ауылға ҡайттым.

Ҡайтһам, ауылда яңылыҡ – “Урал” колхозы ойошоп ята. Колхоз рәйесе Таштимер Әлибаков саҡыртты. Ул әйтә: “ Һин, ҡустым, ике айҙан армияға китәһең, шуға күрә ике ай өсөн зоотехник булып эшләп торма, ҡайтҡас та өлгөрөрһөң, төҙөлөшкә ағас күп кәрәк, киткәнеңсә ағас ҡырҡ, армияға китергә аҡсаң да булыр”, -тине.

Риза булдым.

Ике йыл армия хеҙмәте үтеп бара. Атайҙан һуңғы хат килде. Хатының аҙағында ул: “Кисә колхоздың идара ултырышында һине зоотехник итеп эшкә алғандар”-, тип яҙып ҡуйған.

Эш дәүере

“Таштимер ағай менән ете йыл эшләнем.Ҙур хеҙмәт мәктәбе булды был йылдар.

Үҙенең 70 йәшлек юбилейына беҙҙе, Яхин Таһир менән икебеҙҙе, ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Һуңғы тапҡыр күреүем булды был....

Етәксе булып эшләү еңел түгел. Бигерәк тә малсылыҡта. Ул, армия хеҙмәте кеүек, туҡтауһыҙ иғтибар талап итә. Малсылыҡта эш бер генә минутҡа ла тынмай.

Зоотехник булып барлығы 18 йыл эшләп ташланылған. Ул арала ферма мөдире, ике мәртәбә бригадир, ике йыл иҡтисадсы һәм...20 йыл хужалыҡта өлкән бухгалтер.

Минең баш бухгалтер белемем дә юҡ.  Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ла  бухгалтерға уҡыманым. Уҡыуға килгәндә – кем техникумда ниндәй һөрәнгә уҡыған, артабан да шул һөнәрен камиллаштырып уҡый, тинеләр.

Бухгалтер итеп ҡуйғанда мине: “ Һин өс ай ғына эшләп тор, өс айҙан бухгалтер табам”, -тип колхоз рәйесе өгөтләне.

Бөтөн эште ҡыҙҙар эшләй, һин шул ҡултамға өлгөһө  генә бирһәң булды, ти был.

Ҡыҙҙар, ысынлап та, үҙ эшен яҡшы белгән профессионалдар ине. Беҙҙең илдең һалым системаһы эште яҡшы итеп алып барыу мөмкинлеген бирмәй.

1998 илдәге дефолт мәле иң ауыры булды. Күп хужалыҡтар шул арҡала тарҡалып бөттө. Мин пенсияға сыҡҡанда районда ике генә хужалыҡ ҡалғайны – Салауат исемендәге хужалыҡ  һәм беҙҙеке.

Иң түҙемле, көслө етәкселәр булған өсөн генә ошо хужалыҡтар оҙаҡ йәшәй алды...”-тип үкенес ҡатыш һағыш менән иҫкә ала емертеп эшләп йөрөгән ваҡыттарын колхоз ветераны.

Эшләгән – тешләгән йәки эш кешеһенә – хаҡ баһа!

Әүәле кеше эштән башҡаны белмәне бит ул – үҙен мәңге туған колхозы, солвхозы өсөн мөкиббән бирелеп эшлп йөрөргә тейеш, тип уйланы. Фәҡәт эш өсөн генә тыуған Фәтих Фәсхетдин улы ла үҙ эшенә башкөллө бирелеп эшләүен дауам итә – бер мәл уға һәм колхоз етәксеһе Вил Яхинға Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты килеп төшмәһенме?!

Был сюрпризды улар өсөн Әминев Владик Вилдан улы эшләгән булып сыға.

Бынан тыш Фәтих ағайҙың ғаилә архивында бихисап Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары, район хакимиәте һәм советының Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һаҡлана.

Эшләгән кешенең эшен күрә, баһалай беләләр, барыбер, 11 йәшенән колхохз эшенә егелгән хужалыҡтың ысын патриотына ошонан башҡа ҡараштың булыуы мөмкинме һуң?

Ғаиләһе-ҡәлғәһе

Фәтих ағай  - бынамын тигән ғаилә башы ла ул әле. Күпме ҡарама, шуны алырға килдем, быны былайтырға ниәт, тегене тегеләйтергә иҫәп, тип эш өсөн янып йөрөй.

Ҡул эштәренә лә маһир ул – Үҙән буйындағы турғай ҙа осоп инмәҫлек бөтөн, заманса донъяһы, төҙөк, ҡараулы кәртә-ҡураһы – ошоға дәлил.

Баҡсала соҡсонорға, йәшелсә-емешен ҡарарға ла ваҡыт таба ул. Малы  ла ишле. Эше лә, ашы ла күп, тигәндәй. Хәләле, башланғыс кластар уҡытыусыһы  Рәйсә Әлтәф ҡыҙы  менән бынамын итеп йәшәйҙәр, ике әзмәүерҙәй уланға ғүмер, матур тәрбиә биреп, уҡытып, донъялар төҙөшөп, фатихалап ҙур тормош юлына сығарғандар. “Ҡатыным уҡытыусы булды, шуға күрәлер, бөгөнгө уҡытыусыларҙың йылдан-йыл ауырая барған эштәрен күреп йөрөйөм, былай барһа, киләсәктә эшкә кем барыр икән, тип борсолам”, -ти ул, уй-фекере менән бүлешеп.

 Хәҙер инде өлгөлө олатай, өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен бағышалар (улары алтау!).

Эпилог урынына

Тынғыһыҙ. Егәрле. Ныҡыш. Тапҡыр. Маҡсатлы кеше ул Фәтих ағай. Беҙгә , гәзит кешеләренә, уның тағы бер яғы ҡәҙерле – халыҡ телендә әйткәндә, колхозсы булһа ла, бәғзе филологтарыңдан арттырып матур, мәғәнәле, халыҡсан телдә яҙа. Уның “ Таң” да баҫылған мәҡәләләрен халыҡ ярата, көтөп ала. Фәтих ағайҙың үҙенә генә хас стиле, аналитик аҡылы, фекер ҡеүәһе, әйтер һүҙе бар.

Гәзиттебеҙҙә баҫылып сыҡҡан һутлы телле, тормошсан мәҡәләлре генә йөҙгә яҡын (үҙе бер китаплыҡ!).

Эйе, ил ағаһы йәшенә еткән ағайыбыҙҙың эшләгән эштәре һанап бөткөһөҙ, эшләйһеләре тағы ла күп булһын инде!

“ Донъяла барған мәхшәрҙе бик яҡшы аңлайым. Үтә мәғәнәһеҙ кешеләр күбәйеп китте. Ялҡау әҙәмдәр элек тә булды, хәҙер ҙә аҙым һайын.

Донъялар имен торһон инде!”-тип, бөгөнгө көнгә үҙ ҡарашын белдереп, ҡылыҡһырлама биреп тә ҡуйырға онотмай.

Эйе, кеше матур эше менән, тигән әйтем нәҡ Фәтих Фәсхетдин улына ҡарата әйтелгәндер төҫлө. Ысын мәғәнәһендә эш кешеһе, ауыл хужалығына төптән егелеп йөк тартҡан эш аты, фиҙакәр хеҙмәте менән быуындарға өлгө белгес, заманына күрә тәғәйен һүҙен әйтер ир-арыҫлан, сәсән телле хәбәрсебеҙ, ниндәй хәлдә лә Фәтих ағай, тип өндәшкәндә, яуап,  ярҙам һүҙе алыр олуғ ағайыбыҙ ул Фәтих ағай! Һау ғына булһын да, артабан да барлығы менән ҡыуандырһын!

Ошондай ир-аттарҙан айырмаһын халҡымды! Заман аңы, заман заңы , заман терәге булырҙай Фәтихтар һәр дәүерҙә тыуып торһон!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: