Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Май 2023, 12:15

Еләктән шәп тәмлекәс!

Еләктәр сәскә атты. Ҡырау-фәлән ҡырып ҡуймаһа (тфү-тфү), тиҙҙән еләк тә бирерҙәр. Һеҙ баҡса еләген ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡлайһығыҙ? Бына интернетта бик “тәмле генә” рецепт күҙгә эләкте. Үҙе еңел генә! Ҡышҡыһын ҡоймаҡҡа, икмәккә һылап ашап рәхәтләнергә яҙһын. Тулыраҡ – артабан.

Еләктән шәп тәмлекәс!
Еләктән шәп тәмлекәс!

-Тиҙҙән еләк осоро башлана. Тәсҡиә Вәғизова еләктән бынамын тигән тәмлекәс яһау серҙәрен өйрәтә.
--5 кг еләкте йыуып, блендер менән иҙҙем. Уға 1 литр ҡуйыртылған һөт (сгущенка) ағыҙҙым, тәменсә шәкәр өҫтәнем (200 гр тирәһе). Унан контейнерға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйҙым.
Ҡоймаҡҡа һылап ашаһаң бигерәк тәмле. Тәме иҫ киткес! – тип яҙалар “Атайсал” гәзите төркөмөндә.

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне
Читайте нас: