Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Апрель 2023, 18:00

Баҫыу эштәре башланды

Быйылғы йылдың уңышы өсөн 1355 гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарыу планлаштырылған, шуның 700 гектарын бөртөклө культуралар тәшкил итә.

Баҫыу эштәре башланды
Баҫыу эштәре башланды

Яҙғы баҫыу эштәренең төп йүнәлеше - тупраҡтың дымын һаҡлау, төрлө ҡый үләндәре үҫентеләрен бөтөрөү, ауыл хужалығы культураларына тиҙ һәм тигеҙ үҫеп сығыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу.

Быйылғы йылдың уңышы өсөн 1355 гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарыу планлаштырылған, шуның 700 гектарын бөртөклө культуралар тәшкил итә.
Әлеге ваҡытта дым ҡаплау эштәрендә “Сәйәхов” КФХ-һы (етәксеһе Фәнис Сәйәхов) хужалығы әүҙем эшләй. 60 гектар майҙанда дым ҡапланды, 15 гектар майҙанда куп йыллыҡ үләндәр туҡландырылды. Фирғәт Хәйбуллиндың, Кәрим Искужиндың хужалыҡтары ла дым ҡаплауға төштө. Район буйынса 100 гектар майҙанда дым ҡапланды.

Ауыл хужалығы культураларының уңышын һәм тупраҡтың уңдырышлығын яҡшыртыу өсөн төп фактор - органик һәм минераль ашламаларҙы ҡулланыу. Уларҙы үҙ ваҡытында һәм кәрәкле миҡдарҙа ҡулланған осраҡта ғына юғары маҡсаттарға ирешеп була. Быйылғы йылда Ф. Сәйәхов хужалығы - 4,5 тонна, А. Билалов хужалығы 1 тонна минераль ашламалар алыуға өлгәште.

Автор:Ф. Вәлиев,   «Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге”нең баш агрономы.
Читайте нас: