Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Февраль 2023, 14:00

Бөрйән районы биләмәһенә ситтән ҡорттар индереү тыйыла

Үзбәкстандан ҡорт алып, уны үрсетеп, үҙебеҙҙекеләр менән сағыштырып ҡарайҙар. Беҙҙең ҡорттар бала сығарып айырғансы, сит ҡорттар бик тиҙ бал йыя башлай. Ләкин бик һуң бала сығарып, йыйған балдарын ҡышҡылыҡҡа ҡалдырмай ашап бөтөрәләр, сөнки ҡышты белмәйҙәр, шуға уға әҙерләнмәйҙәр. Ә беҙҙең башҡорт ҡорттары меңәр йыл ошо урында йәшәп, яраҡлашып бөткәндәр.

Бөрйән районы биләмәһенә  ситтән ҡорттар индереү тыйыла
Бөрйән районы биләмәһенә ситтән ҡорттар индереү тыйыла

Башҡа бал ҡорттарын (бал ҡорттары пакеттарын, нуклеустарҙы, күстәрҙе, инә ҡорттарҙы һ.б.) Бөрйән районына законһыҙ индереүгә юл ҡуймау һәм Бөрйән бал ҡортоноң генофондын һаҡлау өлкәһендә ведомство-ара һөҙөмтәле эш итеүҙе ойоштороу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 2023 йылдың 3 февралендә Бөрйән районы хакимиәте махсус ҡарар сығарҙы. Ҡарар нигеҙендә башҡа бал ҡорттарын Бөрйән районына законһыҙ индереүгә юл ҡуймау өсөн ведомство-ара комиссия төҙөлдө, уның составы һәм положениеһы раҫланды.

Комиссияның төп бурысы - башҡа бал ҡорттарын район биләмәһенә законһыҙ индереү факттарын ваҡытында асыҡлау буйынса саралар үткәреүҙең килешелгән ҡарарҙарын әҙерләү.

Әгәр кеше бал ҡорто алған саҡта:

- район ветстанцияһын алдан хәбәр итмәһә;

- уларға ветеринария-оҙатыу документтарын күрһәтмәһә;

- килтерелгән бал ҡорттары райондың айырым умарталығында урынлаштырылмаған булһа (карантин осоро кәмендә 30 календарь көн тәшкил итә);

- ветеринария хеҙмәте белгестәренә ҡорттарҙы күрһәтеп, диагностик тикшереү һәм профилактик эшкәртеү үткәрмәһә, был ҡорттар районға законһыҙ индерелгән тип иҫәпләнә.

 

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 6-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: