Ошо көндәрҙә ауыл хужалығы эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Себеште көҙ һанайҙар, тигән халыҡ мәҡәле лә ошо тармаҡта тир түккәндәрҙең тормош һәм эш девизы булыуға дәғүә итә – ҡара яҙҙан ергә эйелеп бил бөккәндең, малды мал итәм тип ныҡышҡандың, иртә таңдан эш тип сапҡандың һөҙөмтәһен күрер, сәскәнеңде йыйыр, уңышын барлар осор.
Ауыл хужалағы һәм эшкәртеү сәнәғәте – ил иҡтисадының бик тә әһәмиәтле тармаҡтары, ауылдарҙың үҫеш нигеҙе лә.
Районда ауыл хужалығы тармағы бөгөн ни хәлдә, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын ниндәй уңыштар менән ҡаршылай?
“Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Айгиз Юлай улы Шәрипов менән әңгәмә ошо хаҡта.
- Бөгөнгө көндә районда 2 АХК (Салауат исемендәге һәм “Урал”), 1 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы (СПОК “Ҡыпсаҡ”), 80 тирәһе КФХ эшләп килә.
Быйылғы йыл беҙҙең тармаҡ өсөн әллә ни насарҙан булманы, тип әйтергә нигеҙ бар – йәйге осорҙа 330 центнер ҡымыҙ етештерелде (Ф. Хәйбуллин, Ф. Ҡунафин, Ә. Ғәлин, Ф. Сәйәхов КФХ-ларында).
Район ҡортсолары быйыл 921 центнер тауар балы етештереүгә өлгәште. Был, элекке йылдар менән сағыштырғанда, аҙыраҡ. Сәбәбе – умартасылар, солоҡсолар өсөн йылдың хөртөрәк килеүе. Былтыр район биләмәһенә ебәк күбәләге инде. “Алтын солоҡ” заказнигы, милли парк, ҡурсаулыҡ биләмәләрендә булғас, ерҙәрҙе ҡоротҡосҡа ҡаршы эшкәртеп булманы. Ҡарышлауыҡтар имән япраҡтарын ашап бөттө, башҡа төр ағастарға ла һөжүм итте. Ошо ла бал алыуға ҡамасаулыҡ тыуҙырҙы. Май-июнь айындағы оҙайлы ямғырҙар ҙа үҙ эшен эшләмәй ҡалманы. Ер кешеһенә һауа торошо менән иҫәпләшмәй булмай шул.
Малсылыҡҡа килгәндә, был тармаҡта эштәр көйлө генә бара. Оҙайлы ямғырҙарҙан алда сәселәһе игендәр, үләндәр сәселеп бөттө. Бесәндең, иген культураларының уңышы яҡшы ғына.
Районда 15 мең һыйыр малы иҫәпләнә, йылҡылар – 3800 баш, һарыҡ-кәзә – 17 мең тирәһе. АХК, КФХ-ларҙа йәмғеһе 7000 тонна бесән, 900 тонна һалам әҙерләнде. Һәр шартлы мал башына 22 центнер аҙыҡ берәмеге етештерелде. 860 тонна бөртөклө иген культуралары йыйып алынды. Иген дә, уның уңдырышлығы ла һәйбәт кенә.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 40-сы һанында уҡығыҙ.