Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Сентябрь 2022, 12:00

Ҡош үрсетә Олеся

Ҡошсолоҡ менән бер ҡыҙыҡһынһаң, шул хәтлем бирелеп китәһең. Хәҙер бит интернет заманы - ҡошсоларҙың төркөмдәренә ҡушылып алдым, улар менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, бер-беребеҙгә белгәнде өйрәтәбеҙ, кәңәш-төңәш итәбеҙ.

Ҡош үрсетә Олеся
Ҡош үрсетә Олеся

Ер йөҙөндә ниндәй генә һөнәрҙәр һәм һөнәр эйәләре юҡ – уларҙың осона сығырмын, тимә!
Ҡолғана ауылында йәшәүсе Олеся Ғәләүетдинова беҙҙең ерлек өсөн ят ҡоштар үрсетеү менән шөғөлләнә, тигәстәре шул тарафтарға юл тоттоҡ.
Йәштәр матур-матур йорттар һалған ауыл осонда йәшәй Ғәләүетдиновтар. Ағас-таш эшенә оҫта Дим өләсәһенең өйөн тиреп, күсергән дә, әле биш ҡыҙлы ғаилә шунда йәшәй. Эргәлә хан һарайындай ике ҡатлы 11х7 размерлы йорт ҡалҡытып, башын ябып, урам яҡҡа үҙ ҡулдары менән балкон да эшләп ҡуйған йәш булһа ла оҫта исеме алған Дим.


“Дим менән ғаилә ҡороу-ыбыҙға 13 йыл да булып киткән. Биш ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Альбинабыҙ Өфө нефть-техник университетының 2-се курсында уҡый, Алина - Белорет педколледжында 3-сө курста, Зөһрә Иҫке Собханғол мәктәбендә 6-сы класта, Зөлхизә ауылда 3-сө класта уҡый, кескәй Сабина балалар баҡсаһына йөрөй”, - ти Учалы районының Илсе ауылы ҡыҙы, әхирәте Зинира менән Ҡолғанаға ҡунаҡҡа килеп, ошонда төпләнеп ҡалған Олеся Алексеевна.


Эш башы тураһында былай бәйән итте ул: “Ҡош-ҡортто төрләндереп алып көтөп ҡарау – электән килгән хыялым. Йә теге сәбәп, йә быныһы арҡаһында кисектерелә килде. Ағымдағы йылдың февралендә ныҡлап тотонорға булдым. Йөрьәт итеп, эш башланым, шәхси эшҡыуар булып теркәлдем, 143 мең һум субсидия алдым. Унан алда ла инкубатор себештәр сығарып, күркә, өйрәк-ҡаҙҙар үрсетеп ҡыяла инем инде.


Ҡошсолоҡ менән бер ҡыҙыҡһынһаң, шул хәтлем бирелеп китәһең. Хәҙер бит интернет заманы - ҡошсоларҙың төркөмдәренә ҡушылып алдым, улар менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, бер-беребеҙгә белгәнде өйрәтәбеҙ, кәңәш-төңәш итәбеҙ.


Төрлө илдәрҙән йомортҡалар яҙҙырып алдырам. Өфөгә самолет менән килһә, ҡыҙым бара һалып ала ла, Бөрйәнгә ҡайтара. Мәҫәлән, “Сыуашстан линдаһы” тоҡомло ҡаҙ йомортҡаларын Сыуаш Республикаһынан алдырттым. Бройлер тауыҡтарҙыҡы Испаниянан килде. Венгриянан да тауыҡ йомортҡалары яҙҙыртып алдырҙым. Күркә йомортҡалары Ставрополдән килде. “Хайбрид конвертер” (Канада) тоҡомло күркәләр үҫтерәм. Бер дана йомортҡа – 180 һум. Бройлер тауыҡ йомортҡаһы 50 һум. Мин уларҙы инкубаторҙа баҫтырып сығарып, 3 тәүлеклек себештәрҙе 100-120 һумға һатам. Өйрәктәрем “Зәңгәр фаворит” тоҡомло.Улары - Рәсәйҙеке. “Питер генофонды”нан һәр данаһын 150 һумдан “Ҡытай ебәге” сортлы тауыҡ йомортҡалары алдырттым да үҙебеҙҙең тауыҡ аҫтына һалдым. Ун йомортҡаның 8-е серетке булды. Уларҙан сыҡҡан тауыҡ һәм әтәс кәүҙәгә бәләкәс кенә, әммә йөндәре мамыҡ ише йомшаҡ. Әтәсе килеп тороп уҫал – суҡый, тауығының һалған йомортҡаһы сувенир ише генә.


Бәғзе ерҙән йомортҡалар оҙаҡ килә һәм шул сәбәпле сереткегә әйләнә.
Яңыраҡ Мәскәү өлкәһенән берәрен 3 мең һумға 3 страус йомортҡаһы алдырҙым. Улар әле инкубаторҙа ята. Инкубаторҙағы йылылыҡ режимын даими ҡарап, йомортҡаларҙы “УЗИ” (овоскоп) аша үткәреп тикшереп кенә торор кәрәк. Ҡошто ла бала ҡараған һымаҡ ҡараһаң ғына үрсетеп, файҙаһын күреп була. Эй, ҡош ҡына әле, тип ҡул һелтәп ҡуйһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмай.


Шул йомортҡаларҙы хатта төндә тороп сығып ҡарайым. Бала һымаҡ миңә улар.
Бер мәл Өфөләге ҡыҙым хәл-әхүәл һораша, балалар нисек, ти.


Мин әйтәм: “Бына яңы ғына һарайҙан индем, ем һалдым, аҫтарын таҙаланым”, - тейем. Юҡ, әсәй, ҡош-ҡортоңдо һорамайым бит, үҙеңдең балаларыңдың хәлен белешәм, ти ҡыҙым, көлөп.
Тауис йомортҡалары алдырырға ла ниәт бар. Элеккеләре менән ҡушып, 3 инкубатор бар. Әле 55 мең һумлыҡ инкубатор килә ята.


Овоскоп аша йомортҡаларҙы тикшереп торор кәрәк. Сереткеләре булһа, шундуҡ алып ташлайым.
Эш башында баштағы хыялдан башҡа бер нәмә лә юҡ ине. Күбеһе, ҡуй, ҡош-ҡорт та булдымы бер нәмә, булышма, тип хыялымдан кире дүндермәк итте. Хыялымды ныҡ ысынбарлыҡ иткем килде шул – тырыштым, ҡошсолар менән интернет аша аралаштым, махсус әҙәбиәт уҡыным. Димдең дә ярҙамы ҙур булды – ҡулы оҫта булғас, һәр төр ҡошҡа махсус оялар эшләп бирҙе, өйҙә булһалар, балалар ҙа ярҙам итә.


Эште 200 бройлер йомортҡа алыуҙан башлағайным. 50 дана несушка һәм 50 дана күркә йомортҡалары алдырттым. Алдан күҙалламағанмын – инкубаторға 104 кенә йомортҡа һыя бит! Инкубаторҙың автоәйләндереү тигән функцияһы бар. Шуға ышанып, үҙем асып ҡараманым бит йомортҡаларҙы. Техника менән кешене сағыштырып буламы – себешкә әйләнеп килгән йомортҡаларым янып, ултырып иланым.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 37-се һанында уҡығыҙ.

Ҡош үрсетә Олеся
Ҡош үрсетә Олеся
Ҡош үрсетә Олеся
Ҡош үрсетә Олеся
Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: