Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Июль 2022, 15:10

Бесән быйыл шәп

«Санаңды йәй, арбаңды - ҡыш әҙерлә», ти халыҡ. Ауыл халҡының ең һыҙғанып эшләгән ҡыҙыу мәле - ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү осоро башланды. Оло юл буйындағы яландарҙа тәүге күбәләр ҙә күренә. Аралбай яланындағы сабынлыҡтарҙа кемеһе ҡул, кемеһе техника менән эшләгән бесәнселәр янына юлландыҡ.

Бесән быйыл шәп
Бесән быйыл шәп

Үҙебеҙҙән аша үҫкән үләндәрҙе көскә йыра-йыра барып Аралбаевтарҙың аласығы янына туҡталдыҡ. Иҫке Собханғол ауылынан Салауат һәм Шәмсиә Аралбаевтарҙың балалары менән кипкән бесәндәрен күбәләп, ташып йөрөүҙәре. Быйылғы бесәндең муллығына ҡыуанып, арыуҙарын да һиҙмәй дәртләнеп эшләп йөрөйҙәр.

-Шөкөр, бесән шәп быйыл. Уҙған йылда ошо ерҙән 40 күбә сыҡҡайны, быйыл 60-тан ашыуыраҡ булыр ул, - тиҙәр улар.

 

Икенсе яланда Иҫке Монасиптан аталы-уллы Әбделхай һәм Айнур Ҡонафиндар 12 гектар майҙандағы бесәндәрен сабыу өҫтөндә. Яландың күпселек өлөшөнә костер үләндәре сәселгән. Күпләп йылҡы һәм һыйыр малы тотҡан ауыл уңғандарының бесәнде сабыу, тырмалап әйләндереү, йыйыу, преслау өсөн бөтә ҡорамалдары ла бар. 

(Тулы вариант - гәзиттә)

Бесән быйыл шәп
Бесән быйыл шәп
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: